+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
19 Декабрь 2019, 15:15

Беҙ яратҡан салат - иң зыянлыһы!

Яңы йыл өҫтәленә ҡуйыласаҡ иң зыянлы ризыҡ исеме билдәле булды.

Баҡһаң, ул беҙ ныҡ яратып ашаған «Тун аҫтындағы сельдь» салаты икән. Диетолог Елена Соломатина билдәләүенсә, тәрилкәләге термик эшкәртеү үткән йәшелсәләр крахмал бүлеп сығара. Был иһә ҡанда глюкоза кимәлен күтәрә. Ә бер аҙҙан ҡырҡа төшөрә һәм арыу тойғоһо барлыҡҡа килә. Шуға был салат диабет менән ауырығандарға, ҡан баҫымы юғары һәм артыҡ ауырлыҡ менән интеккәндәргә айырыуса кәңәш ителмәй.
– Яңы йыл байрамында «Тун аҫтындағы сельдь» салатын көнбағыш майы менән буталған йәшелсә салатына алыштырһағыҙ, күпкә һәйбәтерәк буласаҡ, – ти диетолог.
Читайте нас: