+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
17 Апрель 2020, 14:12

Ҡыйын булһа ла, өйҙә ултырыу яҡшыраҡ

Уйламағанда, көтмәгәндә тормош үҙгәреп китте. Бөтә донъя бер мәкерле вирусҡа ҡаршы көрәшә. Һуғыш ваҡытымы ни: гел иҫкәртеүҙәр, тыйыуҙар, күңелһеҙ хәбәрҙәр... Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйек. Әлеге мәлдә беҙҙән өйҙә ултырыу талап ителә. Был – сир йоҡтормау өсөн иң һәйбәт сара. Төрлө тарафтарҙа йәшәгән дуҫтарыбыҙ, таныштарыбыҙ үҙизоляция көндәрен нисек үткәрә икән? Әйҙәгеҙ, уларға һүҙ бирәйек.


– Пандемия беҙҙең ғаиләне ике ил араһында тота. Яҡын кешебеҙ – Өфөлә, беҙ улым менән – Шанхай­ҙа. Үҙизоляция шулай булып сыҡты, сиктәрҙе яп­ҡас, тормош иптәшем Артём беҙҙең янға килә алманы. Ҡытайҙа хәл көндән-көн яҡшыра, яҙғы ҡояш күңелде күтәреп, алдағы тормошҡа яҡты ҡараштар ғына уята. Кешеләр менән аралашыуҙы һаман тый­һалар ҙа, әлеге көндәр­ҙә парктарға сығыу, тышта йөрөү рөхсәт ителә. Шулай ҙа һәр бер ғаилә айырым ғына булырға тырыша, балалары менән уйнай. Мотлаҡ битлектәр кейеп кенә йөрөйҙәр.

Артём, ҡапҡанға эләккән сысҡан һымаҡ, өйҙә генә ултыра, компьютер алдында эштәрен башҡара. Виртуаль атай булып, видео аша беҙҙең менән аралаша. Уның беҙҙең янға килеү көндәрен һанар инек, ләкин был пандемия ваҡытына бер ниндәй ҙә план ҡороп булмай. Әлегә Рәсәйҙә хәлдәр көндән-көн насарая, шуға беҙҙең дә кәйеф боҙола. Ни эшләргә, нисә ай атайһыҙ йәшәрбеҙ икән? Әйтеүе ҡыйын...

Максим карантин мәлендә өйҙә ултырып өйрәнде, йәнһүрәт ҡарарға, уйынсыҡтары менән уйнарға күнегеп, тышҡа сығарыуы ауырыраҡ хәҙер. Шулай за паркта берәй бала менән аралашһа, өйгә индереп булмай. Һөйләшәләр, уйнайҙар. Рәхәтләнәләр генә. Өйгә ҡайтҡас, миңә: «Инәй, беҙ бөгөн шәп уйнаныҡ, эйе бит?!» – ти. Шулай икебеҙ генә ултырып, ялҡтыҡ инде. Беҙ бит 4 тапҡыр карантинда булдыҡ: Малайзиянан Шанхайға ҡайтҡас, Рәсәйҙә булғас, Максим грипп менән дауаханаға эләгеп һәм кире Ҡытайға килгәс. Карантин, коронавирус тиган һүҙҙәрҙе аңлап бөттө инде улым. Ауырыуҙың һүрәттәрен дә эшләп ялҡты.

– Һәр кем өсөн үҙ йорто – ул миниатюралағы Тыуған ил. Үҙ өйөндә кешенең күңеле һил һәм бөтөн булырға тейеш. Мин әлеге ваҡытта Америкаламын.

Айырым илдәр генә түгел, тотош донъя, ирек­һеҙҙән, үҙ торлағы эсенә бикләнергә мәжбүр булғас, мин иң тәүҙә бының ыңғай яҡтарын табырға тырыштым.

Ваҡыт самалы булғанға, әлегәсә яйы сыҡмайыраҡ тора ине – әле иһә көн һайын донъя халыҡтары кухняһынан ниндәй ҙә булһа ят һәм тәмле ризыҡ бешерергә тырышам. Аш-һыу әҙерләү ул үҙе бер сәнғәт кеүек – яҡындарыңды һөйөндөрә алаһың һәм күңелгә ҡәнәғәтлек тә бирә. Дуҫтарым һәм таныштарым араһында төрлө милләт вәкилдәре байтаҡ булғас, улар ҙур теләк менән кәңәштәрен бирә. Һәм үҙҙәре лә беҙҙең милли ризыҡтарҙы әҙерләүҙе оло теләк менән өйрәнә. Телефон һәм интернет аша бәйләнеш үтә ғәҙәтигә әйләнгән заманда стеналар ҙа, ара алыҫлығы ла бер ни ҙә түгел. Интернеттың үҙендә лә был йәһәттән файҙалы каналдар етерлек.

Әлбиттә, был – көндөң бер өлөшө генә. Ваҡытты дөрөҫ итеп бүлгәндә күп нәмәгә өлгөрөргә мөмкин. Ошо арала электән кисектерелә килгән байтаҡ яҙмаларымды тамамлап ҡуй­ҙым. Карантинға тиклем китапхананан алған китаптарҙы рәхәтләнеп уҡыйым.

Телевизорға һәм интернетҡа ваҡытты самалап бүлеү урынлылыр. Гелән ундағы хафалы яңылыҡтарҙы тыңлау менән көн үткәргәндә бынан бит бары борсолоуығыҙ ғына артыр һәм һаулығығыҙға зыян килер. Иң мөһиме – үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ, сирләмәҫкә тырышайыҡ. Ул сағында хәлдең ыңғай яҡҡа үҙгәреүенә булышлыҡ итә аласаҡбыҙ.

Өйҙән сығырға ҡушмаһалар ҙа, мөмкинлек табып, барыбер саф һауала йөрөргә кәрәк. Мин көн һайын иртән бер сәғәт самаһы урамда булырға тырышам. Был көн дауамында һәйбәт кәйефтә булырға, яҡындарым хаҡында хәстәрлек күрергә һәм бай­таҡ файҙалы эштәр баш­ҡарырға ярҙам итә.

Шуны онотмайыҡ – былар барыһы ла ваҡытлыса. Имен-аман булайыҡ!

– Беҙ әле ғаиләбеҙ менән Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылында үҙизоляциялабыҙ. Яҙғы каникул башланыу менән ҡайтып киткәйнек, ул ваҡытта Өфөлә вирус бик ишетелмәй ине. Бында Арыҫлан улыбыҙ өләсәһенә (атаһының ҡартәсәһе) ярҙам итә. Ишек алдын йыйыштырыша, мунса яҡҡанда атаһына утын ярыр­ға, ташырға булыша. Бергәләшеп ҡар көрәнек. Улыбыҙ уҡыуға ла етди ҡарай, әлбиттә. Арыҫлан «Учи.ру» сайтында төрлө фәндәр буйынса шөғөлләнә. Уҡытыусыһы математика, башҡорт теле, урыҫ теле һәм башҡа дәрестәрҙән бөтә эштәрҙе ватсаптан ебәрә. Улыбыҙ уларҙы теүәл үтәй. Уҡып та өлгөрә, һүрәт төшөрә. Ҡалала өйҙә ултырыуы бигерәк ҡыйын булыр ине, ауылда, исмаһам, ишек алдына саф һауаға сығып инергә мөмкин. Һылыуы менән тышта рәхәтләнәләр. Күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыты ла юҡ: бергәләшеп өҫтәл уйындары ла уйнайбыҙ. Тиҙерәк донъялар матурланып китеүен теләйбеҙ инде.

– Беҙ ҙә өйҙә ултырабыҙ. Эш күп: ижад итәбеҙ, яңы йырҙар яҙҙырабыҙ, бергәләп төрлө тапшырыуҙар, фильмдар ҡарайбыҙ. Беҙ өйҙә булғас, улыбыҙ ҙа күберәк ваҡыт бергә булыуыбыҙға ҡыуана. Һуңғы арала ҡайҙалыр ашыҡтыҡ. Донъя ҡыуҙыҡ, кем уҙарҙан ярышып йәшәнек. Хәҙер инде туҡталып, уйланып, киләсәккә пландар ҡорор мәл. Тынысланырға кәрәк, бөтәһе лә һәйбәт булыр. Яҡшыға юрайыҡ.
Читайте нас: