+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
19 Апрель 2020, 23:15

Алдағы аҙнала юғары нөктәгә етербеҙме?

Коронавирус буйынса синусоиданың түбәһенә етмәнек әле.. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был аҙнала COVID-19 вирусын йоҡтороусылар һаны тәүлек һайын арта барҙы тиерлек.

Дүшәмбенән йәкшәмбегә тиклем коронавирус йоҡтороусылар һаны ике тапҡырҙан да күберәккә артҡан. 13 апрелдә 2 мең 558 ине, бөгөн - 6 мең 60. Был һандар Рәсәйҙә сирҙе асыҡлау өсөн күпме тест эшләнеүенә бәйле икәнен онотмайыҡ. Ил президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков та алдағы аҙнала, белгестәр теле менән әйткәндә, платоға сыҡмаҫбыҙмы, тип белдерҙе. Йәғни коронавирусты йоҡтороусылар көн һайын яҡынса бер үк һанға артһа, теге синусоиданың түбәһенә еттек, тигән һүҙ. Шунан яйлап төшә башлар инек. Нисек булыр инде, күптәргә эшкә йөрөргә тура килә бит әле. Кешеләргә пандемия ваҡытына билдәләнгән талаптарҙы ҡәтғи үтәргә кәрәк: маска, бирсәткәләр, аралыҡ һаҡлау, ҡулдарҙы йыш йыуыу һәм башҡалар.
Читайте нас: