+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
23 Октябрь 2020, 21:29

Тажлы вирус

Бер күҙәнәктән генә торған тереклектәр булғанлығын беләһегеҙҙер, моғайын.

Ошо күҙәнәк эсендә үрсеп ятҡан заттар – улар вирустар. Шуларҙың бер төркөмө – тажлы вирус, йәғни коронавирус тип атала. Уларҙың кешегә зарар килтереүе 1965 йылда уҡ билдәле була. Шул быйыл килеп сыҡҡан сир – Covid-19 инде. Хәҙер вирустарҙы электрон микроскоп аша ла күрә алалар. Тикшереп ҡараһалар, был вирустың батша тажындағы кеүек үҫентеләре бар икән. Шуға ла уны тажлы, тиҙәр. Кеше организмында был вирус хәйләкәрлек күрһәтә. Таж осондағы аҡһым кеше аҡһымына оҡшаш икән, шуға күрә күҙәнәк вирусҡа сик ҡуя алмай. Уның ҡурҡыныс икәнен белмәй, һиҙмәй, үҙенә үткәрә. Артабан вирус күҙәнәк эсендә үрсеп, кешене ауырыта башлай.

Ул иң беренсе тамаҡ төбөндә, унан һулыш юлдарында үрсей. Үпкәне елһетә. Йүтәлләтә. Кешенең температураһы күтәрелә, хәле бөтә. Баш, бөтә тән ауырт­ҡанлығы менән был сир грипҡа оҡшаған. Әлбиттә, унан айырмалы билдәләр ҙә булыуы мөмкин. Мәҫәлән, тел – тәм, танау еҫ һиҙмәһә, тажлы вирус түгелме икән, тип шикләнергә урын бар.

Был зәхмәтле сир һауа, әйбер аша ла йоғоуы мөмкин. Әгәр һиңә эләкһә, башҡаларға ҡурҡыныс янай башлай. Шуға күрә сирлегә лә, уның эргәһендәгеләргә лә карантин режимы билдәләйҙәр. Тимәк, үҙ-ара күрешеп аралашыу ҡәтғи тыйыла. Сирле янында булған кешене был режимда уртаса 2 аҙна дауамында күҙәтеү аҫтында тоталар. Ауы­рыу кеше һауыҡҡас, уның күпме каратинда булыуын табип билдәләй.

Халыҡтың был вирусҡа ҡаршылыҡ күрһәтеү һәләте, йәғни иммунитеты аҙ булғанға тажлы вирус бөтә Ер шарына таралды. Был өлкәлә төрлө илдәрҙә әле тикшеренеүҙәр бара. Дауалау төр­ҙәрен туҡтауһыҙ камиллаштырып торалар.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, электән ҡайһы бер ҡарт кешеләр, сиргә бирешеп, гриптан үлгән кеүек, ошо зәхмәт арҡаһында ла донъя менән хушлашыусылар күбәйә бара. Шуның өсөн барлыҡ һаҡланыу сараларын үтәп, күп кеше йыйылған ерҙәрҙән ситтәрәк булырға тырышығыҙ.

Әйҙәгеҙ, табиптар ҡушҡан­са, карантин режимын барыбыҙ ҙа теүәл үтәйек. Шулай эшләгәндә генә сирҙән тиҙерәк ҡотолорбоҙ.

Нәсимә һәм Марат ХӘЙҘӘРОВтар,
юғары категориялы табиптар.
Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: