-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Бәпембәнең файҙаһы

Бәпембәлә булған витаминдар һәм антиоксиданттар яман шештән, ҡанда шәкәрҙең күбәйеүенән һаҡлай, ҡалҡан биҙенең, бауырҙың һәм йөрәк-ҡан тамыры системаһының яҡшы эшләүенә булышлыҡ итә. 

Бәпембәнең файҙаһы
Бәпембәнең файҙаһы

Ул эренләгән яраларҙы, бешкән һәм туңдырған урындарҙы, оҙаҡ ятыуҙан боҙолған тәнде дауалай, һыу-тоҙ алмашыуына яҡшы тәьҫир итә. Был үҫемлек көс бирә, кәйефте күтәрә, шуға ла үтә арығанда, борсолғанда тәҡдим ителә. Ул тән температураһын төшөрә, тирҙе, үтте ҡыуа, тынысландыра, йоҡлай алмағанда ярҙам итә.

Бәпембә сәскәһе бешерелгән һыу эс ҡатҡанда, йоҡоһоҙлоҡтан һәм ҡан баҫымы күтәрелгәндә ярҙам итә. 

Аяҡ ауыртҡанда бәпембә төнәтмәһен эшләү өсөн ҡараңғылатылған ярты литрлыҡ шешәне бәпембә сәскәһе менән тултырабыҙ, унда 2-3 флакон одеколонды бушатабыҙ һәм ике-өс аҙна төнәтәбеҙ. Аяҡтар ауыртҡанда табандан тубыҡҡа тиклем ышҡымайынса һөртәбеҙ. Одеколон урынына медицина спиртын файҙаланырға мөмкин.

Аҙ ҡанлылыҡты дауалау өсөн өсәр аш ҡалағы бәпембә сәскәһе менән кәкүк емешен (медуница) ҡушып бутарға. Ике аш ҡалағы кесерткән һәм бер аш ҡалағы әрем өҫтәргә. Шунан бер литр ҡайнар һыу һалырға. Көнөнә алты тапҡыр 50-шәр мл эсергә.

Бәпембәнең тамырын ҡаҙып алып ҡыҙҙырырға һәм ҡәһүә урынына эсергә була - ул организмды нығыта. Тамырҙарҙы көҙ һуңында йәки яҙ ҡаҙып алығыҙ, йәй мәлендә бигүк файҙалы булмай.

Һау-сәләмәт булайыҡ!

Сығанаҡ һәм фото: hakmar.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: