Халыҡ иҫәбен алыу Программаһы буйынса, илдә йәшәгән һәр кешенән йәмғеһе өс тиҫтә һорауға яуап алыу күҙ уңында тотола. Шул һорауҙар аша һәр кемдең, әйтәйек, йәше, тыуған ере, белем кимәле, милләте һәм туған теле, тормош шарттары, йәшәү сығанаҡтары һәм башҡа мәсьәләләрҙе асыҡлау маҡсат итеп ҡуйыла. Был мәғлүмәттәр иң элек дәүләт органдарына илдең социаль-иҡтисади, рухи-мәҙәни үҫешен планлаштырыу, тормоштоң бөтөн өлкәләрендә лә алдағы йылдарға прогноздар яһау өсөн мөһим сығанаҡ ролен үтәй. Шуның өсөн дә һәр кемдең халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыуы фарыз ғәмәл тип иҫәпләнә. Беҙҙең алда республикабыҙ һәм халҡыбыҙ тураһында мөмкин тиклем тулы һәм объектив мәғлүмәт алыу маҡсат булып тора. Әлеге осорҙа Рәсәйҙә, дөйөм алғанда, халыҡ һанының кәмеү процесы күҙәтелә. Был, әлбиттә, Башҡортостанды ла урап үтмәй һәм, башҡорттар балалар һаны буйынса бүтән халыҡтарҙан айырылыбыраҡ торһа ла, беҙгә лә ҡағыла. Белгестәр фекеренсә, «быға халыҡтың йәш структураһының имен булмаған факторы йоғонто яһай – республикала 10 йыл инде 60 – 69 йәшлектәр һаны арта, ә хеҙмәткә яраҡлы халыҡ һаны, киреһенсә, кәмей» («Тыуым кәмей әлегә» // Киске Өфө. 2020, №37). Бындай шарттарҙа халыҡ һанын алыу ваҡытында бер генә милләттәшебеҙ ҙә ситтә ҡалмаһын ине. Был бер булһа, икенсенән, милләттәштәребеҙ һорауламаға яуап биргәндә, үҙҙәренең башҡорт икәнлеген ныҡлап раҫларға тейеш. Сөнки, үкенескә, башҡортто күрше милләт менән бутау осраҡтары ла булыуы ихтимал. Күренекле шағирә Зөлфиә Ханнанова һүҙҙәре менән әйтһәк, аяҡ терәп: «Мин – башҡорт!» – тип таныштырығыҙ үҙегеҙҙе йәниҫәп алыусылар менән. Ҡатнаш ғаиләләрҙә тыуып үҫкән замандаштарыбыҙ ҙа, әгәр ҙә атаһы йә әсәһе башҡорт икән, ошо республикаға һәм тыуған тупрағыбыҙға, уның төп халҡына хөрмәт йөҙөнән үҙҙәрен башҡорт тип яҙҙырырға тулыһынса хаҡлылар, тигән фекерҙәмен.
Статистика өсөн халыҡ һаны менән бергә һәр милләт кешеһенең туған теле тураһындағы мәғлүмәт тә – мөһим күрһәткес. Башҡорт теленең диалекттарын һәм һөйләштәрен төплө өйрәнгән белгес булараҡ, шуны әйтмәксемен: беҙҙең өсөн көньяҡ йәки көнсығыш ҡына түгел, ә төньяҡ-көнбайыш диалекты һәм уның һөйләштәре лә берҙәй яҡын һәм ҡәҙерле. Был өс диалект – башҡорт һөйләш теленең таймаҫ өс тағаны. Диалектолог булараҡ, йәнә шуны әйтәм: «үзебез – башҡорт, телебез – татар», тип хаталанмағыҙ. Үҙегеҙ ҙә – башҡорт, телегеҙ ҙә – башҡорт һеҙҙең, туғандар. Туған телегеҙ тураһындағы һорауға яуап биргәндә шуны иҫәпкә алып эш итһәгеҙсе. Ғөмүмән, туған тел мәсьәләһендә лә беҙ уяу булырға тейешбеҙ.
Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында үҙҙәренең милләтен һәм туған телен билдәләү йәһәтенән урыҫ телле мөхиттә йәшәгән ҡала башҡорттары ла, сит өлкәләрҙә һәм республикаларҙа йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә, һуңғы йылдарҙа «Беҙ – башҡорттар!» тип оран һалған төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ла уяулыҡ күрһәтерҙәр, иншалла.
Әйткәндәй, халыҡ иҫәбен алыу эшенең тарихы ла ғәйәт ҡыҙыҡлы һәм фәһемле. Рәсәйҙә был ҙур сара XVIII быуат башынан, Пётр I заманынан бирле, үткәрелә. Шул дәүерҙән алып 1897 йылға тиклем «ревизские сказки» тигән исем менән ун тапҡыр булып үткән халыҡ иҫәбен алыу. 1897 йылдан был сара перепись тип атала башлай. Уҙған быуаттарҙа һәм совет осоронда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу материалдарын беҙ үҙебеҙҙең ғилми хеҙмәттәребеҙҙә бик йыш ҡулланабыҙ. Мәҫәлән, халҡыбыҙҙың быуаттар дауамында һан яғынан, йәғни демографик үҫешен өйрәнгәндә белгестәр нәҡ шул мәғлүмәттәргә таянып эш итә. Йәки кемдер үҙ нәҫел-нәсәбенең шәжәрәһен төҙөргә йәиһә уҙған дәүерҙәрҙә йәшәгән тарихи шәхестәребеҙҙең биографияһын өйрәнергә булһа, иң элек ревизия материалдарына мөрәжәғәт итә. Үҙемдең әҙәби-ғилми эҙләнеүҙәрем менән бәйле ошондай бер миҫал килтереп үтәйем.
1981 йылда, Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 150 йыл тулыуын байрам итергә әҙерләнгән осорҙа, бөйөк шағирыбыҙҙың биографияһындағы аҡ таптарҙы юйыу зарурлығы килеп тыуҙы. Был бигерәк тә уның кем балаһы булыуын, йәғни атаһының исемен асыҡлау өсөн мөһим ине. Сөнки матбуғатта шағирҙың үҙенең атаһы, йәнәһе, Камалетдин түгел, ә Мөхәммәдйәр исемле ҡаҙаҡ тигән версия ла урын алғайны. Шул саҡта Туҡһанбай ауылы буйынса 1816, 1833, 1850 йылдарға ҡараған ревизия материалдарын ҡулланып, ошо ауыл башҡорто Камалетдин Ишҡужа улы Мифтахетдин Аҡмулланың үҙ атаһы булғанлығын кире ҡаҡмаҫлыҡ итеп раҫлауға өлгәштек. Һуңынан, байтаҡ йылдар үткәс, тарихсы-архивист Рәйес Ҡотошов архивта Мифтахетдин Аҡмулланың үҙ ҡулы менән яҙылған хатын табып, был мәсьәләгә тағы ла ышаныслыраҡ итеп асыҡлыҡ индереп ҡуйҙы.
Республикабыҙҙа ауыл һәм ырыу тарихтарын өйрәнеү, Шәжәрә байрамдарын үткәреү киң ҡолас алды. Был саралар, әлбиттә, халыҡтың милли аңын уятыуға, тамырҙарыбыҙҙы нығытыуға бермә-бер булышлыҡ итә. Ошо йүнәлештәге тикшеренеүҙәр өсөн дә бүтән сығанаҡтар менән бергә халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре ҡулланыла.
Миңә бынан ике тиҫтә йыл элек 1897 – 2002 йылдар араһында үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса башҡорттарҙың һан яғынан үҙгәрешен анализлап, милләтебеҙ яҙмышы менән бәйле процестарҙы өйрәнеү менән шөғөлләнергә, шул айҡанлы ғәйәт мөһим проблемаларҙы яҡтыртырға насип булды. Был тикшеренеүҙең һығымталарын айырым таблица рәүешендә төҙөп күрһәттем. Шуға иғтибарлабыраҡ ҡараһаң, милләттебеҙҙең бер быуаттан ашыу дәүер эсендәге яҙмышы бик асыҡ күҙ алдына килеп баҫҡандай була. Тикшеренеүемде үҙ ваҡытында «Этнодемография башкир в ХХ столетии» тигән исем менән «ХХ век и башкиры» исемле брошюрамда (Өфө, 2005) һәм «Башҡортостан ҡыҙы» журналында (2010, №5) баҫтырып сығарҙым. Журналдағы мәҡәләм «Үткәндәребеҙ фәһем алырлыҡ» тип атала. Эйе, үтә лә фәһемле ул халыҡ һанының үҫеш, үҙгәреш күренештәре. Шуға күрә халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына ла, уның мәғлүмәттәрен өйрәнеү һәм аныҡ һығымталар яһау мәсьәләһенә лә етди ҡарарға тейешбеҙ.
Рәшит ШӘКҮР, яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор.