Нәркәс Байрас ҡыҙы үҙебеҙҙең башҡорт кешеһе булғас, үтенесен йыҡмай, эшкә тотондом. Быға тиклем коллегамдан үҙенең тоҡомдарында француз ҡаны бар икәнен ишетеп белә инем. Уларҙың нәҫеленән берәүһе 1812 йылдағы Ватан һуғышында ҡатнашып, француз ҡыҙын кәләш итеп алып ҡайтҡаны тураһында ла әйткәйне. Баҡтиһәң, ошо француз ҡаны беҙҙең юбилярға ла ҙур йоғонто яһаған икән. Ә был шәхестең исемен белмәгән кеше юҡтыр. Башҡорт әҙәбиәтендәге иң билдәле «Кинйә» трилогияһының авторы Ғәли Ғизетдин улы Ибраһимов һәр башҡортҡа яҡшы таныш. Бына ошо әҙип полиглот булған, ундан ашыу телдә иркен һөйләшкән, күп тарихи документтарҙың төп нөсхәһен уҡып аңлай алған.
Кроссворд әҙерләгәндә бик ҡыҙыҡ нәмәгә тап булдым. Яҙыусының бөгөн иҫән ике ҡыҙы бар. Берәүһенең исеме – Һөйөклө (Нәркәстең әсәһе) Сыңғыҙова, ә икенсеһе – Гүзәл Корнилаева. Был бер туған ике апай ике төрлө милләт кешеләре булып тора. Һөйөклө ханым үҙен – башҡорт, ә Гүзәл татар тип иҫәпләй. Был хәл мине тамам аптыратты. Нисек инде атай-әсәйҙәре башҡорт булған, етмәһә, беҙҙең әҙәбиәттең классигы һаналған кешенең бер балаһы үҙен татар тип иҫәпләргә тейеш. Ысынлап та, бөгөнгө Рәсәйҙә үҙенең ниндәй милләткә ҡарағанын һәр кем үҙе хәл итә. Билгеле булыуынса, халыҡтарҙың күпселеге атайҙың милләтен һайлай. Тик йәһүдтәр генә бындай осраҡта әсәй милләтен өҫтөн ҡуя.
Һөйөклө апайҙан бының сәбәбен һорашҡас, бөтәһе лә аңлашылды. Баҡтиһәң, яҙыусының балалары йәйге ялдарын Кушнаренко районында урынлашҡан өләсәйҙәренең ауылында үткәрергә яратҡан. Ә ул яртылаш татар, яртылаш башҡорт ауылы булған. Шуныһы ҡыҙыҡ: өләсәһенең дә балаларының яртыһы үҙҙәрен – башҡорт, ә ҡалғандары татар тип яҙҙыртҡан. Гүзәл, күрәһең, татарҙар менән йышыраҡ аралашҡан, ә Һөйөклө – башҡорттар менән. Ошоноң арҡаһында улар үҙҙәрен йә татар, йә башҡорт итеп тоя.
Бынан һуң милләтте билдәләү мәсьәләһе мине нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра башланы. Мәҫәлән, Радик Юлъяҡшин. Уны кемдер татар итергә маташты. Беҙҙең Элвин Грей быға әллә ни ҡаршылашманы ла һымаҡ. Ни эшләйһең инде, йырсы кешегә үҙ тамашасыһын арттырыу өсөн бөтәһенә лә ярарға кәрәк. Шул уҡ Борай районының Мулла ауылынан сыҡҡан Фәдис Ғәниевте алайыҡ. Ул да: «Ҡаным буйынса мин – мишәр, телем буйынса – татар, рухым буйынса – башҡорт», – тип әйтә. Бер уйлаһаң, бында әллә ни ҙур айырма юҡ һымаҡ. Иң мөһиме – кеше һәйбәт булһын, уның ниндәй милләттән икәнлеге ҙур роль уйнамай.
Уйлана торғас, үҙемдең туғандар араһында ла ошондай хәл иҫемә төштө. Ғүмере буйы Магнитогорск металлургия комбинатында эшләп, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены алған Ғабдулла ағайымдың ҡатыны Тамара еңгәй ҙә беҙҙең милләттеке түгел. Ул – Ҡурған өлкәһе мәрйәһе. Әммә ағайымдың яратҡан ҡатыны булараҡ, ул башҡорт йолаларын тейешенсә үтәй, насар ғына булһа ла башҡортса һупалай, беҙҙең телде аңлай. Уларҙың малайҙары Вадим ҡусты үҙен – башҡорт, ә ҡыҙҙары Лена урыҫ тип иҫәпләй. Лена башҡорт туғандары менән аралашмай, тиһәң дә хата булмаҫ. Ул хатта Вадим ағаһы менән дә араны өҙгән, шикелле.
Ә был ғаиләләге милли мәсьәлә миңә яҡындан таныш. Ҡатынымдың өс ир туғаны башҡа милләт ҡыҙҙарына өйләнде. Азамат ағаһының ҡатыны – яртылаш татар, яртылаш украин. Уларҙың дүрт балаһы бар. Артур, Юлиә, Алмас һәм Йәсмин үҙҙәрен башҡорт тип һанай. Тырыша-тырыша башҡортса һөйләшеп маташалар. Динар ҡустыһының ҡатыны – татарҙан. Уларҙың 7 йәшлек Ильяс улдары үҙен татар тип иҫәпләй. Ә Данил ҡустыһының ҡатыны – мари милләтенән. Уларҙың ике малайы ла – Кәрим менән Асҡар башҡортса һөйләшә, үҙҙәрен башҡорт итеп тоя.
Был шарттарҙа миндә ҡайһы бер ғалимдарҙың «ген хәтере була, уны үҙгәртеүе еңелдән түгел», тигән фекерен тикшереп ҡарау теләге тыуҙы. Ысынлап та, милләт атайҙан ҡаламы, әллә уны тәрбиә менән үҙең теләгәнсә үҙгәртеп буламы икән? Был йәһәттән татар Ильяс артынан күҙәтеүҙәрем һеҙгә лә ҡыҙыҡ күренер. Минең ҡалала үҫкән өс балам да нишләптер ҡоротлап аш ярата, төрлө йәшелсәләрҙән туралған салатҡа әллә ни иғтибар итмәй. Бынан шул ген хәтеренең көслө йоғонтоһо бар икәнен тоҫмалап булалыр – ата-бабаларҙың нимәне яратҡандары, нимәне яратмағандары туранан-тура һаҡланып ҡала. Ильяс артынан күҙәтеүҙәрем дә ошоно иҫбатлай. Ә бит уның да һайлаған, яратҡан ризыҡтары башҡорт икәнен күрһәтә. Бала саҡта милләттең бүтән һыҙаттары әллә ни беленмәй, әммә тора-бара уның башҡорт моңдарын үҙ иткәнен, ҡурай тауышын яратасағын белеп торам.
Бында бер фәһемле ғибрәтнамәне бәйән итеү урынлы булыр. Киң бер аҡланда йәшәгән, ти, Бүре. Уның ҙур һарыҡ көтөүе булған. Бүре көн һайын берәүһен тотоп ашай икән. Әммә һарыҡ эләктереүе еңелдән булмаған. Улар Бүрене күреү менән ҡаса башлай, ә һуңынан көтөүҙе туплау өсөн күп ваҡыт талап ителгән.
Ахыры, йыртҡыс бер хәйлә уйлап тапҡан. Ул һәр һарыҡ менән шым ғына һөйләшеп сыҡҡан. Һәр береһенә ниндәйҙер уй таҡҡан: «Һин һарыҡ түгел, һин – Бөркөт. Ҡурҡма, мин һарыҡтарҙы ғына ашайым, ә Бөркөт – минең дуҫым», – тип ышандырған.
Икенсеһенә: «Башҡалар һымаҡ минән ҡасма. Һин Арыҫлан бит, тимәк, дуҫым. Тыныслан, теймәйәсәкмен», – тигән. Ошо ысул менән һәр һарыҡты уның икенсе йәнлек икәнлегенә ышандыра алған. Бынан һуң һарыҡ көтөүе Бүренән бөтөнләй ҡурҡмай башлаған, ти. Улар тегенең сираттағы һарыҡты алып киткәнен күрһә, тыныс ҡына: «Бүре дуҫым миңә теймәйәсәк», – тип йөрөй биргән. Хатта ул алып китәсәк һарыҡтар ҙа ҡурҡынысты һиҙмәгән. Сөнки Бүре уның эргәһенә килгән дә: «Дуҫ! Әйҙә, миңә ҡунаҡҡа инеп сыҡ, кәңәшләшеп алырға ине», – тигән. Ғорур һарыҡ бер нәмә лә һиҙмәй, йыртҡыс артынан эйәрә торған булған.
Шулай итеп, ошо яңғыҙ Бүре бер нисә йыл ҙур көтөү тота алған. Сөнки бында уға һарыҡтарҙың ярҙамы ҙур булған. Береһе йыртҡыстың мутлығы тураһында аңлап, башҡалары менән серләшһә, ҡалғандары ошо хаҡта шунда уҡ тегегә еткереп торған. Ә Бүре был һарыҡты икенсе көндө үк тотоп ашаған.
Бына шулай. Һарыҡ хәлендә ҡалмайыҡ! Бөтәһе лә үҙебеҙҙән тора.
иҡтисад фәндәре кандидаты.