Конференцияны Атай-әсәйҙәр комитеты рәйесе урынбаҫары Айгөл Әнүәр ҡыҙы Атанғолова алып барҙы.
Бөгөнгө көндә иң борсоған мәсьәлә – ошо яҡтарҙа йәшәгән башҡорт балаларының туған телде нисек өйрәнеүе. Атай-әсәйҙәр менән бергәләп балалар баҡсаһында төркөмдәр булдырыу, башҡорт синыфтарын асыу хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә йыйылды улар.
Тарих фәндәре кандитаты, Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социологик һәм мәҙәни анализ үҙәге етәксеһе Юлдаш Мөхәмәт улы Йосопов төньяҡ-көнбайыш башҡорттарында ырыуҙар бәйләнешенең һаҡланып килеүе тураһында һөйләне, шәжәрә тамырҙарының тарихына байҡау яһаны. Туған тел мәсьәләһенә ныҡ иғтибарлы булырға, халҡыбыҙҙың быуаттар буйы һаҡланып килгән изге йолаларыбыҙҙы өйрәнеп, телебеҙҙе ихтирам итергә саҡырҙы ул.
Шулай уҡ күренекле шәхесебеҙ, Салауат Юлаев ордены кавалеры, филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университетының почётлы профессоры, Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза корреспонденты, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Ғафури районының почётлы гражданы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Ғиниәтулла Сәфиулла улы Ҡунафиндың уйландырырлыҡ итеп һөйләгән фәһемле телмәре барыһын да борсоған һорауға, моғайын, яуап булғандыр, тип ышанғы килә. Ул: "Әҙәбиәтте өйҙә, бала баҡсаларында, мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында өйрәнергә тейешбеҙ. Хатта юғары власть әһелдәре лә быны иғтибарҙан ысҡындырмаҫҡа тейеш. Әҙәбиәт, рухиәт мәҙәниәттең ике ҡанаты булғанда ғына йәмғиәт алға барасаҡ. Тимәк, әҙәбиәт телде үҫтерә, ә тел әҙәбиәтте һаҡлап килә. Һәр халыҡ йәшәһен өсөн яҙма милли теле лә һаҡланырға тейеш", – тип белдерҙе.
Әлеге эшләп килгән Атай-әсәйҙәр комитетын булдырыу идеяһын тормошҡа ашырыусы, башлап ебәреүсе Рәйсә Абдрахман ҡыҙы Күзбәкова ҡыҫҡаса нисек эшләп китеүҙәре хаҡында һөйләп китте. “Атай-әсәйҙәрҙең туған тел тураһында борсолоп, Мәскәүгә тиклем барып, мәсьәләне хәл итеп ҡайтыуҙары – мөһим эш милләтебеҙ өсөн”, – тине ул.
Ошо конференцияға йыйылған атай-әсәйҙәр ҙә үҙҙәре башҡарған изге эштәре хаҡында һөйләне. Асҡын районынан Фәйрүзә Юнысова:
– Башҡорт телен өйрәнергә балалар теләп йөрөй. Атай-әсәйҙәр комитеты рәйесе һайлап ҡуйҙыҡ. Нисегерәк башларға, тип бер аҙ борсолоп тора инек. Хәҙер ошо осрашыу беҙгә артабан эшләргә дәрт һәм ҡыйыулыҡ өҫтәне, – тине ул.
Борай мәктәбенән Земфира Хәмәтйәнова:
– Башланғыс синыфтарҙан алып юғары синыфтарға тиклем башҡорт теле дәрестәре инә башланы. Артабан да мотлаҡ был өлкәлә эшләргә, тип уйлап торабыҙ.
Мишкә районынан Лилиә Хәсәнова:
– Беҙҙең районда ике башҡорт ауылы бар. Балалар баҡсаһында ла, мәктәптә лә өйрәнелә башҡорт теле. Башҡараһы эштәр күп. Ошондай фәһемле осрашыуҙар йыш булһа, ине тигән теләктә ҡалабыҙ.
Республиканың Атай-әсәйҙәр комитеты артабан да тығыҙ бәйләнештә торорға, бергә сетерекле мәсьәләрҙе уйлап хәл итергә, мәғариф системаһында дөрөҫ уҡытыу алымдарын һайларға тигән маҡсат ҡуйып таралышты был саранан. Әле әүҙем ҡатнашҡан ата-әсәйҙәр ҙә үҙҙәрененең һорауына яуап табыр.
Бөгөн беҙ башҡорт телебеҙҙә рәхәтләнеп һөйләшкән һуңғы быуын булып ҡалмайыҡ! Шуға төптән һәр аҙымыбыҙҙы уйлап, үҙ хоҡуғыбыҙҙы белеп йәшәйек, хөрмәтле атай-әсәйҙәр!