+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
11 Ғинуар 2018, 17:57

Яңы йыл бүләге

Ҡазандың 180-се күп профилле гимназияһында уҡыусыларҙың 4-се төбәк-ара фәнни-практик конференцияһы һәм Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре буйынса уҡыуҙар булып үтте.

Ҡазандың 180-се күп профилле гимназияһында уҡыусыларҙың 4-се төбәк-ара фәнни-практик конференцияһы һәм Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре буйынса уҡыуҙар булып үтте.


Тәүҙә эштәр электрон почта аша ебәрелде. Икенсе турға үтеүселәр жюри алдында сығыш яһаны.

Рәсәй Федерацияһының төрлө мөйөштәренән килгән IX – XI синыф уҡыусылары ете секцияла һынау тотто. Башҡорт филологияһы бүлегендә Өфө, Сибай, Ишембай ҡалалары, Миәкә һәм Илеш райондарынан алты уҡыусы эштәрен презентацияланы. Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылынан Радим Ҡотошев Торатау тураһындағы эше менән дүртенсе урын алды (уҡытыусыһы – Илвира Ғариф ҡыҙы Захарова). Өфөләге 111-се гимназия уҡыусыһы Илнара Әбделғатинаның баш­ҡорт йолалары буйынса эҙләнеү эше – III урында (Зәлифә Марат ҡыҙы Ноғоманова). II урынды Илеш районының Тәлғәт Рахманов исемендәге Үрге Йәркәй мәктәбе уҡыусыһы Зарина Нәбиева яуланы (Гөлфая Әүхәҙи ҡыҙы Фәхруллина). Ул халыҡ медицинаһы буйынса эҙләнеү эше алып килгән. Беҙҙең Сибай гимназия-интернаты уҡыусыһы Нәркәс Вәлиева еңеүсе булды. Ул башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәренең береһе Ғабдулла Сәидигә арналған эшен тәҡдим итте. Мәғрифәтсенең тормош юлы, һабаҡташтары, остаздары, шәкерттәре тураһында бер аҙ мәғлүмәт биргәс, өс ҡатыны, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре тураһында һөйләне. Эҙләнеү эшендә шәжәрәһен тикшереп, архивтан, туғандарынан йыйған иҫтәлектәр менән дә таныштырҙы. Ғабдулла хәҙрәттең беренсе ҡатыны Мәймүнәнең улы Әнүәр, уның ҡыҙы Зәйтүнә, унан ҡыҙҙары Дилара хажиә һәм Гөлназда, йәғни бүләсәрҙәрендә, Ғабдулла хәҙрәттең һөлгөһө, сигелгән намаҙлығы, тылсымлы таяғы, ҡот ҡойған сүмесе, ҡатындарының боронғо кейемдәре һаҡлана. Нәркәс өсөнсө ҡатыны Зөләйханың нағышлап теккән күлдәген, Ғабдулла Сәидиҙең еҙ ҡумыҙын, сигеүле һөлгөһөн алып килгәйне.

Уларҙың фотолары һәм ейәнсәрҙәре менән әңгәмәләр, архив мәғлүмәттәре, ғөмүмән, бай материал тупланған, Сәиди тураһында видеояҙмалар йыйылған, электрон китап әҙерләнгән. Сығыш яһап бөтөү менән Ҡазан телевидениеһы Нәркәс Вәлиеванан интервью алып, шул уҡ көндө яңылыҡтарҙа күрһәттеләр.

Башҡорт теле уҡытыусылары менән «түңәрәк өҫтәл» дә ойошторолдо. Жюри рәйесе, шағирә Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы Бәширова конференцияла ҡатнаш­ҡан уҡыусыларҙың эшенә ентекле анализ яһаны.

– Үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙҙары, егеттәре сит ерҙәрҙә сығыш яһап өйрәнһен, ер-һыу күреп ҡайтһындар, тигән уй менән башҡорт филологияһы секцияһын дүртенсе йыл етәкләйем. Тик Башҡортостандан уҡыусылар аҙ килә, шуныһы борсолдора, – тип сәләмен еткерҙе.

Бик кәрәкле, юғары кимәлдә үткән конференцияны мәғариф министрлығы эш пландарына индерһендәр ине, тигән теләк белдерәбеҙ. Мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхретдиновтың: «Ғилем өләшкәндән кәмемәй, арта ғына бара», – тигән кәңәшен тотоп, мин дә, уҡыусым I урын алыуcы булараҡ, тәжрибәм менән уртаҡлаштым. Ҡатнашыусыларҙың һәр береһенең эшен ентекләп ҡарағандан һуң, фекерҙәремде еткерҙем. Уҡыусыларҙы сығыш яһау оҫталығына өйрәтәһе бар әле. Ә бына Нәркәс Вәлиева бер ниндәй ҡағыҙһыҙ слайдтағы фотоларҙы күрһәтеп, рәхәтләнеп телмәр тотто, ҡумыҙ ҙа сиртте, Ғабдулла Сәидиҙең шиғырын да яттан һөйләне. Илеш районы Үрге Йәркәй мәктәбенән Зарина Нәбиева халыҡ медицинаһы буйынса әҙәби әҫәрҙәрҙән байтаҡ миҫалдар тапҡан, ауылда ололарҙан, мәктәп уҡыу­сыларынан, табиптан яуаптар алған. Үҙҙәре дауаланған үләндәрҙе киндер моҡсай­ҙарға һалып, күргәҙмә ойоштор­ған. Бик шәп эҙләнеү эше, әһәмиәтле, бай материал тупланған. Ишембай егете Радим Ҡотошевтың нәфис һүҙ оҫталығын күрҙек, Торатау тураһында бик матур итеп һөйләне. Көнүҙәк тема, тик эш әле тамамланмаған, беҙ уға кәңәштәребеҙҙе еткер­ҙек. Проектын тулыландырһа, киләһе йылдың еңеүсеһе булыр әле.

Башҡорт теле уҡытыусылары үҙҙәрен борсоған һорауҙар буйынса фекер алышты. Мәктәптәрҙә башҡорт теле сә­ғәттәре кәмеүе, телебеҙҙе һаҡлау, ҡурсалау йәһәтенән ниҙәр башҡарырға тигән хәстәрҙәрен уртаға һалып һөйләштеләр.

Йомғаҡлау өлөшөндә зауыҡлы итеп йыһазландырылған ҙур сәхнәлә еңеүселәрҙе тәбрикләнеләр. Төрлө телдәр буйынса һәр секцияны ҡотлайҙар һәм шул милләттең концерт номеры башҡарыла. Икенсе турға үткән уҡыусыларҙың эштәре тупланған йыйынтыҡты бүләк иттеләр. Еңеүселәргә дипломдар тапшырылды һәм бүләккә аҡса сертификаттары бирелде. Яңы йыл алдынан телһөйәрҙәргә шәп бүләк булды был.


Әлнисә КӘРИМОВА-АЛДЫРХАНОВА.
Сибай ҡалаһы.

Читайте нас: