+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
12 Ғинуар 2018, 16:50

Телһөйәрҙәр бәйгеһе

Ҡышҡы каникул мәлендә йыл һайын башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса мәктәп уҡыусыларының республика, төбәк-ара олимпиадаһы үтә. Аралар алыҫ булһа ла, унан төрлө өлкәләрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең дә ситтә ҡалмауы ҡыуандыра.

Ҡышҡы каникул мәлендә йыл һайын башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса мәктәп уҡыусыларының республика, төбәк-ара олимпиадаһы үтә. Аралар алыҫ булһа ла, унан төрлө өлкәләрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең дә ситтә ҡалмауы ҡыуандыра. Быйыл да телһөйәрҙәр бәйгеһенә Ырымбур, Силәбе, Ҡурғандан балалар көсөн һынарға килгәйне. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында өс көн буйына барған һынауҙа барлығы 300-гә яҡын ҡыҙ һәм егет ҡатнашты. Тәүге көндө улар инша яҙҙы, иртәгеһенә викторинала, тест эштәрен үтәүҙә белемдәрен һынаны. Еңеүселәр бөгөн билдәле буласаҡ.
Олимпиаданың нисек үтеүе тураһында гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.
Читайте нас: