+5 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
19 Ғинуар 2018, 18:00

Әгәр телем йәшәй икән, йәшәйәсәк халҡым да

«Тел – һәр милләттең рухи һәм мәҙәни байлығы. Ул юҡ икән, халыҡ та, милләт тә юҡ», – тип яҙғайны Баш­ҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов. Ысынлап та, туған телебеҙ йәшәй икән, килер көндәребеҙ ҙә яҡты, халҡыбыҙҙың да киләсәге бар. Республикабыҙҙа баш­ҡорт телендә ойошторол­ған саралар уның мәртәбәһен, бәҫен күтәрергә, үҫтерергә, йәш быуындың күңелендә һөйөү уятырға ярҙам итә. Шундайҙарҙың береһе – башҡорт те­ле һәм әҙәбиәте буйынса уҡыусылар араһында үткәрелгән республика, төбәк-ара олимпиадаһы.

Силәбе өлкәһенән милләттәштәребеҙ Алина Ниғмәтуллина, Сабина Сәйфуллина, Элиза Ғизәтуллина уҡытыусылары Раина Сафа ҡыҙы Йыһаншина менән.
Силәбе өлкәһенән милләттәштәребеҙ Алина Ниғмәтуллина, Сабина Сәйфуллина, Элиза Ғизәтуллина уҡытыусылары Раина Сафа ҡыҙы Йыһаншина менән.

Был бәйге үҙенә күрә бер тел байрамына әүерелә. Балалар унда һынау тотоп, аң-белем генә туп­лап ҡалмай, яҙыусы, шағирҙар, төрлө күренекле шәхестәр менән осрашып, һөнәр һайларға йүнәлеш, илһам-дәрт тә ала. Сит өлкәләрҙән килгән ҡәр­ҙәштәребеҙ менән ихлас танышып, дуҫлашалар. Бөтәһе лә еңеүсе булмаһа ла, тиҫтерҙәре менән туған телдә аралашып, башҡорт мөхитендә булып ҡайтыу­ҙары ла киләсәктә уларға үҫергә ҡанат бирәсәк.

Өс көн буйына барған бәйгелә ҡыҙҙар, егеттәр был юлы тик яҙма эштәр генә үтәне. Элекке кеүек сәсәнлек, шиғырҙы тасуири уҡыуға әҙерләнеп интекмәне. Был, бер яҡтан, Берҙәм дәүләт имтиханына яраҡлаштырып, уйланыл­һа, икенсе яҡтан, бәйгесенең баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса белемен ентеклерәк асыҡлар­ға яр­ҙам итте.

Уҡытыусылар ҙа уҡыу­сыһының яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеренә ышанып, ижади эш барған бүлмә тирәһендә уралды.

– Мәктәптә төрлө темаға инша яҙып ҡараныҡ. Бергәләп тикшереп, һығымталар яһаныҡ, тест һорау­ҙары буйынса эшләнек. Быйыл ныҡ тырышып әҙерләндек, моғайын, приз­лы урын булыр, тип уйлайбыҙ. Бөгөн олимпиадала уҡыусыларым – Нурсилә Иштуғанова менән Данил Тарик ҡатнаша. Улар башҡорт теленән генә түгел, башҡа фәндәрҙән дә олимпиадаларға йөрөй, – ти Ҡый­ғы районы уҡыу­сыларын оҙатып йөрөүсе уҡытыу­сы Ирина Фәйзел­ғаян ҡыҙы Вәлиәхмәто­ва.

Һынау тотоусылар ара­һында йәш хәбәрселәребеҙҙең дә булыуы ҡыуандырҙы. Ишембайҙағы Әх­мәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһынан Гөлсәсәк Шәрипова, Күгәрсен районы Яңы Хвалын мәктәбенән Гөлфиә Килсенбаева, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһынан Лидиә Динмөхәмәтовалар ҡатнашты. Улар өсөн беҙ ҙә бер аҙ бор­солоп йөрөнөк.

Ә Силәбе өлкәһендә ту­ған телде уҡытыу хәлдәре нисек тора икән? Һүҙ арала ошо хаҡта һорашып алабыҙ.

– Башҡорт теле аҙнаһына бер сәғәт кенә өҫтәмә дәрес булып инә. Телгә иғтибар кәмеп барыуы бик үкенесле. Дәреслектәребеҙ ҙә бик иҫке. Шулай булһа ла, уҡытырға, телгә һөйөү уятырға тырышабыҙ инде. Һабантуй, Нардуған байрамдары үткәрәбеҙ, – ти Арғаяш районы Дәрбиш мәктәбе уҡытыусыһы Раина Сафа ҡыҙы Йыһаншина.

Бигүк шәптән түгел икән хәлдәре. Шулай булһа ла, ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең кәйефтәрен төшөрмәй туған телебеҙ өсөн янып йөрөүҙәре ысын мә­ғәнәһендә һоҡланыу той­ғоһо уята.

Олимпиада барышында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты әҙерләгән бай, рухлы концерт номерҙарын, «Бабич» фильмын ҡарау, яҙыу­сы, шағир­ҙар, университет педагогтары менән осрашыу һәр ҡатнашыу­сының күңелендә онотолмаҫ тәь­ҫорат ҡалдырғандыр, моғайын. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап та алдылар.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса иң-иң тел­һөйәр уҡыу­сыларҙы асыҡлау тантанаһына республиканың мәғариф министры Гөлназ Радмил ҡыҙы Шафиҡова ла килде.

Сит өлкәнән килеүселәр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының бүләктәрен алды. Еңеүсе, призёрҙар­ҙар­ға мәғариф министрлығының дипломдары, приздары тапшырылды.

Сибай интернат-гимназияһынан Алтынай Мусина I урын алып, шатлыҡтан йөҙө балҡый ине.

– Еңеүҙе көтмәгәйнем, ләкин призлы урын алырыма ышана инем. Был – минең ҙур уңышым. Барыһы өсөн остазым Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Алдырхановаға ҙур рәхмәтемде еткерәм. Олимпиаданан үҙемә күп фәһем алдым. Ошондай күркәм саралар­ҙы йышыраҡ үткәреү телебеҙҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк, – ти ул.

Илеш районы Муса Гәрәев исемендәге Бишҡурай мәктәбенән Айнур Ғилманов VIII – IX синыфтарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән район олимпиадаларында призёр булһа, быйыл инде еңеүселәр рәтенә инеп, Өфөлә көсөн һынау бәхетенә иреште. Бында ла еңеүсе булғас, егеттең кәйефе тағы ла күтәрелде.

– Ҡыуанып бөтә алмайым, бик ныҡ шатландым. Мине әҙерләгәне, алып килгәне өсөн уҡытыу­сым Рәмзилә Рәфәт ҡыҙы Хәҙимуллинаға рәхмәт һүҙҙәремде белдерәм. Олимпиада белемемде һынап ҡарар­ға, яулаған еңе­үем яңы маҡсаттар ҡуйырға дәртләндерҙе, – ти Айнур.

Уҡытыусыһы Рәмзилә Рәфәт ҡыҙы Хәҙимуллина:

Ырымбурҙар бер ҙә еңеүһеҙ ҡайтмай. Төйлөгән районы Аллабирҙе мәктәбенекеләр бигерәк тә телде төплө белеүҙәре менән һоҡландыра.

– Үткән йыл призёр ғына булғайным. Шуға быйыл каникул көндәрендә баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сания Сәйет ҡыҙы Күҙбаева менән көн һайын ныҡлы әҙерләндек. Әҙәби китаптар күп уҡыным. Үҙем Мостай Кәрим әҫәр­ҙәрен бик яратам. Олимпиадала яңы дуҫтар ҙа таптым, – ти Айгөл Һөйөндөкова.

Афариндар! Беҙҙең киләсәгебеҙ – ошондай тел­һөйәр, илһөйәр балалар­ҙың ҡулында. Бындай бәйгеләр телгә һөйөү уятып ҡына ҡалмай, һәр беребеҙҙе рухландыра, туған телебеҙҙең моңло ла, бай ҙа булыуына тағы ла бер тапҡыр инандыра.


Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.

Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: