-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
23 Март 2018, 16:42

Ура, еңеп ҡайттыҡ!

Шулай ғәҙәти мәктәп тормошо менән йәшәп ятҡанда бер көндө мәктәп директоры беҙгә: «Әйҙәгеҙ, КВН-да тағы ҡатнашып ҡарайыҡ әле», – тип белдермәһенме! Ә ниңә юҡ? Уҙған йылда үткәрелгән уйында Гран-при яулап, республика кимәлендә икенсе урынға лайыҡ булғайныҡ.

Шулай ғәҙәти мәктәп тормошо менән йәшәп ятҡанда бер көндө мәктәп директоры беҙгә: «Әйҙәгеҙ, КВН-да тағы ҡатнашып ҡарайыҡ әле», – тип белдермәһенме! Ә ниңә юҡ? Уҙған йылда үткәрелгән уйында Гран-при яулап, республика кимәлендә икенсе урынға лайыҡ булғайныҡ.

Командабыҙҙы «һә» тигәнсе йыйып та ҡуйҙыҡ. Кемдәр, тиһегеҙме? Илнар Аралбаев, Айһылыу Тажетдинова, Юныс Ишмәтов, Лиана Кузьмичева, Азат Ҡотлогилдин, Кристина Суҡбаева, Инсаф Ҡунысбаев һәм мин. Ҡағиҙә буйынса бер-ике педагогты ла үҙебеҙ менән алырға мөмкинлек бар ине. Беҙ физкультуранан белем биреүсе Илнур Ҡунысбаевты һәм инглиз теле уҡытыусыһы Юлиә Вәлишинаны үҙебеҙгә саҡырҙыҡ. Районға барырға, тигәс, бик ентекле әҙерләнә башланыҡ. Әлбиттә, үҙебеҙ генә түгел, ә бөтә Яңы Хвалын мәктәбе ярҙамында. Синыф етәксебеҙ Азамат Алламоратов музыка яғынан булышһа, Айгөл Килсенбаева сценарий төҙөнө. Гөлназ Әмирова хаталарыбыҙҙы төҙәтеп, ойоштороу яғын ҡараны, ә инде артислыҡ серҙәренә Миңлебикә Ҡаҙбулатова өйрәтте. Юҡҡа ғына, бер­ҙәмлектә – көс, тип әйтмәйҙәр бит.

Барыбыҙ ҙа ашҡынып көткән мәл килеп етте, беҙ күтәренке кәйеф менән Мораҡ ауылына юлландыҡ. Бер яҡтан, ҡурҡытһа, икенсе яҡтан, күңелле лә һымаҡ, йөрәк дөп-дөп тибә.

Бына беҙгә сығыш яһарға ваҡыт килеп тә етте. Таныштырыуҙы күңелле бейеүҙәр, дәртле йырҙар, көләмәстәр менән башланыҡ. Уның темаһы «Мин – ирекмән» ине. Тамашасыларҙың күңеленә хуш килде, шикелле, ҡул сабыуҙарға ҡарағанда, шулай тойолдо.

Икенсе һынау «Биатлон» булды. Жюриҙар ниндәй генә һорау­ҙар бирмәне, уларҙың һәр береһенә ҡыҙыҡ, шулай уҡ аҡыллы яуап табырға тырыштыҡ. Дүртенсе булып, төшөп ҡалдыҡ, тик шулай ҙа күңелебеҙҙе төшөрмәнек.

Өсөнсө һынау «Ғаиләм – ҡәлғәм» тип исемләнде. Бында инде беҙ райондың берәй билдәле кешеһе менән сығыш яһарға тейешбеҙ. Оҙаҡ уйлап торманыҡ, үҙебеҙҙең мәктәптә уҡып киткән, хәҙер инде район мәҙәниәт һарайында эшләп йөрөгән, тамашасыларҙың күптән инде һөйөүен яулаған Фәрүәз Миңлебаевты саҡырыр­ға булдыҡ. Ул бер ҙә кире ҡаҡманы, хатта үҙенең кәңәштәрен дә бир­ҙе. Был номер бик хәтәр килеп сыҡты. Сығыштың аҙағын ағайыбыҙ үҙенең матур йыры менән дә тамамлап ҡуйҙы, ә беҙ уға ҡушылып бейенек. Ҡул сабыуҙар күңелде тағы ла күтәреп ебәрҙе. Уҡытыусыларыбыҙ ҙа маҡтаны.

Барлығы алты команда ла яҡшы итеп әҙерләнеп килгән, жюри ағзаларына һайлап алыу ауыр­ға тура килгәндер, моғайын. Сы­ғыштар тамамланғас, уларға һүҙ бирелде. Төрлө номинацияларҙа бүләкләп үттеләр. Ә шулай ҙа кемдәр еңеүсе икән? Өсөнсө урын беҙҙеке түгел, икенсене лә бирмәнеләр. Беренсеһе лә юҡ. Тамам аптыраныҡ. Әллә инде беҙҙе оноттолармы икән, тип уйлап та ҡуйҙыҡ. Гран-при – «Матурҡайҙар» КВН командаһына, тигәстәр ни, йығылып китә яҙҙыҡ. Шәп! Беҙ – еңеүсе! Ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ ине. Тик был еңеү һуңғыһы булмаһын, алда тағы күпме ярыштар, бәйгеләр көтә беҙҙе. Һынатмабыҙ!

Гөлфиә КИЛСЕНБАЕВА, йәш хәбәрсе.


Күгәрсен районы,Яңы Хвалын мәктәбе.
Читайте нас: