+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
11 Май 2018, 19:37

«Ер хужаһы» кем?

Ауылдарҙа эш булмағанлыҡтан, бөгөн күпселек йәштәрҙең ситкә ылығыуы һәм ерҙәребеҙҙең етемһерәп ҡалыуы, тыуған тупраҡҡа ҡәҙер-хөрмәт юғалыуы ҙур борсолоу уята. Ә бит туған телебеҙҙең, халҡыбыҙҙың яҙмышы уның менән бәйле лә баһа! Үҙ тупрағыбыҙҙы, тыуған еребеҙҙе юғалтыу телебеҙҙән, бер милләт, бер халыҡ булып йәшәүебеҙҙән яҙыуға тиң, тип уйлайым мин. Бөйөк шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич: «Тупраҡ ҡәҙерен аңламау беҙҙең өлкән хатабыҙ», – тип юҡҡа ғына әйтмәгән бит.

Ауылдарҙа эш булмағанлыҡтан, бөгөн күпселек йәштәрҙең ситкә ылығыуы һәм ерҙәребеҙҙең етемһерәп ҡалыуы, тыуған тупраҡҡа ҡәҙер-хөрмәт юғалыуы ҙур борсолоу уята. Ә бит туған телебеҙҙең, халҡыбыҙҙың яҙмышы уның менән бәйле лә баһа! Үҙ тупрағыбыҙҙы, тыуған еребеҙҙе юғалтыу телебеҙҙән, бер милләт, бер халыҡ булып йәшәүебеҙҙән яҙыуға тиң, тип уйлайым мин. Бөйөк шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич: «Тупраҡ ҡәҙерен аңламау беҙҙең өлкән хатабыҙ», – тип юҡҡа ғына әйтмәгән бит.
Йәш быуындың иғтибарын ошо һорау­ҙарға йүнәлтеү өсөн Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһында «Ер хужаһы» III республика фәнни-тикшеренеү конференцияһы үткәрелде. Тыуған ергә, тупраҡҡа, тыуған төйәккә һөйөү-хөрмәт уятыу, дөрөҫ һөнәр һайлап, киләсәккә айыҡ аҡыл менән килеү, файҙалы ғилем алып, ысын мәғәнәһендәге ер хужалары тәрбиәләү конференцияның төп маҡсаты булды. Был сара шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы һәм ЮНЕСКО-ның 20 йыллыҡ хеҙмәттәшлегенә лә арналды.
Республикабыҙҙың 16 район һәм ҡалаһынан килгән 90-дан ашыу уҡыусының эше ошо ете номинация буйынса бүлеп баһаланды: «Минең ауылым», «Минең бизнес-планым», «Минең кәсеп», «Башҡортостан шарттарында үҫемлекселек», «Зоология һәм ветеринария», «Умартасылыҡ һәм бал биргән үҫемлектәр», «Тәбиғәт һәйкәлдәрен һаҡлау».
Ҡыҙҙар, егеттәр ғилми хеҙмәттәрендә ауыл хужалығы, сәнәғәт проблемаларына ҡағылған ниндәй генә темаларға мөрәжәғәт итмәй! Мәҫәлән, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһының VII синыф уҡыу­сыһы Оскар Хәлитов әлеге көндә бик көнүҙәк булған гидропоника темаһына үҙ бизнес-планын әҙерләгән. «Күптәргә әлегә был фантастика төҫлө тойола. Әммә уны тиҙ арала тормошҡа ашырыу мөмкин», – ти ул етди йөҙ менән. Әлбиттә, тупраҡһыҙ шарттарҙа үҫемлектәр үҫтереүҙе үҙ эшенең нигеҙе итеп алған уҡыусының фәнни-тикшеренеү эше жюри ағзаларын да таң ҡалдырҙы, Оскарҙың эшен улар киләсәк проекты тип атап, ихлас маҡтанылар.
Жюри ағзалары итеп баш ҡалабыҙҙан Башҡорт дәүләт аграр университетының тупраҡ тураһындағы фән, ботаника һәм селекция кафедраһының мөдире, профессор, ауыл хужалығы фәндәре докторы Мөхәмәт Хәйбуллин, Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының фән-ғилем учреждениелары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек бүлегенең алдынғы белгес-эксперты Алевтина Пицко, Рәсәй Федерацияһының агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы рәйесе Ҡәҙриә Ғәйнетдинова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының баш белгесе Рәйсә Күзбәкова саҡырылғайны. Улар­ҙың һәр береһе секция эштәрен етәкләп, еңеүселәрҙе билдәләне.
«Ер хужаһы» фәнни-тикшеренеү конференцияһының еңеүсеһе итеп Хәйбулла районының Аҡъярҙағы 1-се мәктәбенән Нәркәс Мөхәмәтова, үҙебеҙҙең белем усағынан Ильяс Рахманов, Дания Мырҙабаева, Элина Ғәзизова, Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбенән Әҙилә Ғәлиуллина, Күгәрсен районы Яңы Хвалын мәктәбенән Гөлфиә Килсенбаева, Шаран мәктәбенән Дарья Бикташева, Баймаҡтан Солтан Джумаев билдәләнде. Республикабыҙҙың 12 ҡала һәм районынан 29 уҡыусы бәйгенең призёрҙары булып танылды.
Беҙ, киләсәк быуын вәкилдәре, туған башҡорт телебеҙҙең, ер-һыуыбыҙҙың яҙмышы һағында торабыҙ. Тап туған тупраҡ, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған мираҫ, беҙҙе берләштергән, телебеҙҙе, илебеҙҙе һаҡлап алып ҡалған. Шуның өсөн дә еребеҙҙең ҡәҙерен белергә, уны дөрөҫ файҙаланып, киләһе быуынға тапшырырға, илебеҙҙә үҙ еребеҙҙең хужалары булырға тейешбеҙ. Был – беҙҙең оло бурысыбыҙ, шуны онотмайыҡ, милләттәштәр!

Гөлсәсәк ШӘРИПОВА, йәш хәбәрсе.


Ишембай ҡалаһы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһы.
Читайте нас: