Музейҙың бер бүлмәһендә – Бабсаҡбейҙән алып Жәлил Сөләймәновҡа тиклем 23 быуынды үҙ эсенә алған (Вәкил Ишемғолов төҙөгән) көҙәндәр һәм һатыбалдар аралары шәжәрәләре, ғалимдың тормошо хаҡындағы стендтар, альбомдар, уның наградалары, баҫтырған китаптары, икенсе бүлмәһендә шәхси китапханаһының бер өлөшө, тормошона бәйле ҡомартҡылар урын алған. Экскурсияны әҙиптең Бибикамал апайының ҡыҙы – Әбделмәмбәт мәктәбе уҡытыусыһы Миңнур Ҡасимова ойошторҙо. Ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе тыңлап, хәҙер инде 22-се бәпесте тирбәлткән, ғалим ятҡан сәңгелдәк, «На-на, мин Өфөгә барып ҡына ҡайтам әле», – тип бәләкәй Әхмәт уйнап үҫкәндәгегә оҡшатып, бер башы ат сүрәтендә эшләнгән урындыҡ-карауат, әсәһе Нурикамалдан ҡалған сергетыш һәм еҙ самауыр, ағаһы Мөхәмәткилде һырлап эшләгән өҫтәл кеүек экспонаттарҙы ҡыҙыҡһынып ҡараны, әҙиптең васыят итеп әйткән һуңғы һүҙҙәре яҙылған аудиояҙманы тыңлап, күҙҙәренә йәш алды ҡунаҡтар.
Артабан йәш сәсәндәр «Ағиҙел» ял һәм сәләмәтләндереү лагерына юлланды. Унда улар «Урал батыр» эпосын яттан һөйләп, эпостан өҙөктәр сәхнәләштереп ярышты.
Иң бәләкәй сәсән Асман Рахманғоловҡа – 5 кенә йәш, ул Көйөргәҙе районы Ермолаев ҡасабаһынан килгән. Иң өлкәне – Дәүләкәндәге интернат-лицейҙан Илнура Сафина, ун беренсе синыф уҡыусыһы.