+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
2 Ноябрь 2018, 13:18

Ижад бәйгеһенең офоҡтары киңәйә

Халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова исемендәге призға үткәрелгән конкурс республика кимәленә күтәрелде.Алтын көҙҙөң сыуаҡ бер көнөндә Сибай интернат-гимназияһында республиканың төрлө район һәм ҡала мәктәптәренән килгән йәш ҡәләм тибрәтеүселәр йыйылды. Ҡасандыр ҡалабыҙҙа, аҙаҡ төбәктә, әле килеп республика кимәлендә Салауат Юлаев премияһы лауреаты һәм Башҡортостандың халыҡ яҙыу­сыһы Таңсулпан Ғарипова исемендәге призға уҙғарылған ижад бәйгеһе – уҡыусыларҙың иң көтөп алған байрамдарының береһе. Йыл һайын конкурста йөҙҙән ашыу бәйгесе ҡатнаша, китапсыҡтарын сығара, ташҡа яҙғандарын үҙ уҡыусыһына еткерә.


Алтын көҙҙөң сыуаҡ бер көнөндә Сибай интернат-гимназияһында республиканың төрлө район һәм ҡала мәктәптәренән килгән йәш ҡәләм тибрәтеүселәр йыйылды. Ҡасандыр ҡалабыҙҙа, аҙаҡ төбәктә, әле килеп республика кимәлендә Салауат Юлаев премияһы лауреаты һәм Башҡортостандың халыҡ яҙыу­сыһы Таңсулпан Ғарипова исемендәге призға уҙғарылған ижад бәйгеһе – уҡыусыларҙың иң көтөп алған байрамдарының береһе. Йыл һайын конкурста йөҙҙән ашыу бәйгесе ҡатнаша, китапсыҡтарын сығара, ташҡа яҙғандарын үҙ уҡыусыһына еткерә.

Ҡала конкурсынан – республика кимәленә

Бынан егерме ике йыл элек Сибайҙа «Ап-аҡ ҡарҙар» тип аталған ижад бәйгеһенең барлыҡҡа килеүе осраҡлы ғына була. Ул йылдарҙа Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Таңсулпан Ғарипова ҡаланың 10-сы мәктәбендә ижад түңәрәге алып бара. Шул йылда ни өсөндөр беҙҙә ҡар һуң яуа, декабрь буйына халыҡ аҡ ҡышты көтөп арый. Сираттағы ултырышта Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы түңәрәк ағзалары менән бергәләп «Ап-аҡ ҡарҙар» исемле шиғыр сығара. Күмәкләшеп яҙған ижад емешен ҡат-ҡат уҡып, аҡ ҡарҙың яуыуын теләй­ҙәр. Хоҙайҙың ҡөҙрәтеме, ши­ғырҙың хикмәтеме, иртәгеһен ер өҫтө ап-аҡ була. Балалар шатлана, халыҡ ҡыуана. Шул саҡта Таңсулпан Ғарипова Сибай ҡала мәктәптәре уҡыусылары араһында ижади конкурс үткәрергә ҡарар ҡыла һәм ул «Ап-аҡ ҡарҙар» исеме менән атала. Әлбиттә, ҡатнашыусылар күп була.
Артабан тик ҡар, ҡыш, Яңы йыл, Ҡыш бабай, Ҡарһылыуға арналып яҙылған шиғырҙар тарыраҡ күренә һәм бәйге төрлө теманы алған конкурсҡа әүерелә. Проза, поэзия, публицис­тика буйынса уҡыусылар ижад итә, үҙҙәренең китапсыҡтарын сығара. Ул ваҡытта балаларҙың ижад емештәрен бик абруйлы баһалама ағзалары – яҙыусылар Гөлназ Ҡотоева, Зөһрә Фәйзуллина, Лира Яҡшыбаева, әҙәбиәт белгестәре, ғалимдар Ғәҙилә һәм Илдус Бүләковтар, Фәрүәз Сәйфуллиндар баһалай.
Йыл һайын уҙғарылған, хәҙер инде матур традицияға әйләнгән йәш ижадсылар бәйгеһенең төп маҡсаты – ҡалалағы йәш таланттарҙы үҫтереү өсөн өмөтлө ҡәләм тибрәтеүселәрҙе билдәләү, яңы исемдәр асыу, улар­ға ярҙам итеү, ижади йүнәлеш биреү. 2002 йылда ошо бәйге һөҙөмтәһе булып уҡыусылар­ҙың ижад емештәренән торған «Бала саҡтың яҡты хыялдары» исемле йыйынтыҡ донъя күрә. Унда 62 йәш авторҙың шиғыр­ҙары, әкиәттәре, хикәйәләре туплана, һәр әҫәр ижадсының күңел көҙгөһөн, рухи булмышын, хис-тойғо байлығын са­ғылдыра.
Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе булып Гөлназ Ҡотоева тәғәйенләнгәс, был конкурс уның тәүге ойоштороусыһы, яҙыусы һәм драматург Таңсулпан Ғарипова исемендәге призға уҙғарыла башлай. Ә инде был сарала Таңсулпан апайҙың ҡатнашыуы, үҙе әҙерләгән приздарҙы еңеүселәргә тапшырыуы бәйгегә оло мәртәбә өҫтәй, уның бәҫен арттыра. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һуңғы йылдарҙа конкурс Сибай интернат-гимназияһы директоры Роза Бикбованың хәстәре һәм ярҙамы менән ошо белем усағында үтә һәм ул, үҙ географияһын киңәйтеп, Урал аръяғы райондары мәктәптәре уҡыусыларын да үҙенә туплай. 2015 йылдан беренсе тапҡыр төбәк-ара конкурс кимәлендә уҙғарыла. Шуны белеп ҡуйы­ғыҙ: Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы – Сибай интернат-гимназияһы уҡыу­сыһы, уның почётлы ҡунағы.


Йыраҡ араларҙы яҡын итеп, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ленин исемендәге 1-се интернат-лицейы тәрбиәсеһе Әҡсән Хәлилов V синыф уҡыусыһы Айнур Фәхретдиновты алып килгән. Ғафури районы Һабай ауылында тыуып үҫкән был малай күрше Юлыҡ мәктәбендә белем алған саҡта уҡ ҡәләмен һынап ҡарай. Шулай булмаһа, «Их, мин ил башлығы булһам ине» тигән эшен ҡыйыу рәүештә баһалама ағзаларына тәҡдим итә алыр инеме?!
Бөрйән районы Байназар мәктәбенең XI синыф уҡыусыһы Зәлиә Алтынбаеваның яҙған мәҡәләләре «Йәншишмә», «Таң» гәзиттәрендә даими баҫыла. Киләсәктә журналист һөнәрен һайларға уйлаған ҡыҙ әле үк проблемалы мәсьәләләрҙе ҡыйыу күтәрә, уҡыусыларға үҙ фекерен еткерә. Өмөтлө йәш хәбәрсе киләсәктә гәзит-журнал редакцияларында эшләр, тигән теләктә ҡалды баһалама ағзалары. Бөрйән районынан конкурсҡа килеүселәрҙең күп булыуы һәм үҙҙәренең шәхсән ҡатнашыуы төбәктә уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү буйынса маҡсатлы эш алып барылыуы хаҡында һөйләй. Шулай уҡ Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр райондарынан да бәйгеселәр байтаҡ ине. Конкурста ҡатнашып та, тик Сибайға үҙҙәре килә алмаусылар видеотаҫмаларын алдан уҡ ебәргән икән.
Кемдәр иң-иңе булдымы? Баш­ҡортостандың халыҡ яҙыу­сыһы Таңсулпан Ғарипова исемендәге призға үткәрелгән ижад бәйгеһендә проза буйынса Гран-при Эльвина Уйылдановаға (Әб­йәлил районы) эләкһә, ә беренсе урынды Йәмил Сәйҙәлиев (Баймаҡ ҡалаһы) алды. Шиғриәт өлкәһендә Баймаҡ ҡалаһының интернат-лицейынан Ынйы Рәхимова иң яҡшыһы тип танылһа, Сибай интернат-гимназияһынан Али­на Исламова беренсе урын яуланы. Журналистика буйынса «Йәншишмә» гәзитенең йәш хәбәрсеһе Лиана Сәғитова (Сибай интернат-гимназияһы) Гран-приға лайыҡ булды. Беренсе урынды Зәлиә Алтынбаева яуланы.
Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла яҙыусы Таңсулпан Ғарипова әҙерләгән бүләктәр тапшырылды. Ҡала башҡорттары ҡоролтайы, Сибай институты махсус приздар ҙа әҙерләгәйне.

«Тере тауыштар»ҙы һәр кем ишетә алды

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханова ойошторған «Тере тауыштар» тип аталған телетапшырыуҙа бәйгелә ҡатнашыусылар, уларҙың остаздары һәм күренекле шәхестәр Таңсулпан Ғарипованың ижады, бөгөнгө әҙәбиәт хаҡында фекер алышты, үҙ белемдәрен тикшерҙе. Шулай уҡ башҡорт телен өйрәнеүҙәге проблемалар ҙа ситтә ҡалманы. Бигерәк тә был тәңгәлдә уҡыу­сыларҙың фекерҙәрен тыңлау, уларҙың тәҡдимдәрен ишетеү уҡытыусылар өсөн фәһемле булды. Иң күп мәрәй йыйыусылар Таңсулпан Ғарипова ҡулынан автографлы китап алып һөйөндө.

Теләктәр ҙә юҡ түгел

Кәримә УСМАНОВА.


Сибай ҡалаһы.
Читайте нас: