Беҙҙең уҡытыусылар династияһы үҙенең башланғысын ҡарт ҡартатайым Сәхипйән Сәлимов һәм ҡартинәйем Раиса Кузьминаларҙан ала. Өләсәйемдең атаһы 1915 йылда Саҡмағош районы Тамъян ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән. Унда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Уҡытыусылар етмәү сәбәпле, 1936 йылда Илеш районы Үрмәт мәктәбенә эшкә ебәрелә. Ошонда ул үҙенең буласаҡ тормош иптәшен – Иҫке Дөмәй ауылы һылыуы, уҡытыусы Раиса Григорьевнаны осрата. Артабан тормоштоң бөтә һынауҙарын: шатлыҡтарын да, ауырлыҡтарын да иңгә-иң ҡуйып үтә улар.
1940 йылда ҡарт ҡартатайымды әрме сафына алалар. Алтай яҡтарында бер йыл хеҙмәт иткәс, бөтә илде тетрәтеп, ҡәһәрле һуғыш башлана. Иртәгеһенә үк уларҙың частарын фронтҡа алып китәләр. Сәхипйән Ғилемхан улы һуғыштың башынан аҙағына тиклем разведчик булып хеҙмәт итә. Яраланып бер нисә тапҡыр госпиталдә лә булырға тура килә. Еңеү көнөн Германияның Галле ҡалаһында ҡаршы ала. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн бик күп орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
Батыр ҡартатайым 1945 йылдың 7 ноябрендә ғаиләһе янына ҡайта, ҙур дәрт менән яратҡан эшенә – йәш быуынды тәрбиәләүгә тотона. Уларҙы тиҙ арала Илеш районы Лаяшты ете йыллыҡ мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Шул йылдарҙа Сәлимовтар икәүһе лә Бөрө педагогия училищеһын тамамлай. 1947 – 1950 йылдарҙа – Йөннөлә, 1951 – 1954 йылдарҙа – Гремучий Ключ ауылындағы балалар йортонда, 1954 – 1959 йылдарҙа Ҡәҙер мәктәбендә эшләйҙәр. Сәхипйән ҡартатайым һәр барған мәктәптә директор вазифаһын башҡарһа, өләсәйем башланғыс синыфтарҙы уҡыта. Икәүһе лә иңдәренә төшкән хеҙмәтте еренә еткереп, намыҫ менән үтәй. Йәш быуынды тәрбиәләүгә бөтә көстәрен, белемдәрен һалалар. Йылдар үтә тора, минең яҡындарым Бишҡурай ауылына ҡайтып төпләнә. Байтаҡ тәжрибә туплаған ҡарт ҡартатайым һигеҙ йыллыҡ мәктәптә – тарих фәненән, ә өләсәйем башланғыс синыфтарға белем биреүен дауам итә.
«Беҙҙең өйҙә китап ят ҡунаҡ түгел, уға урын гел түрҙә. Кистәрен бергәләп уҡыу, әҫәр буйынса һөйләшеүҙәр – ғаиләбеҙ йолаһы. Китапҡа хөрмәт атай-олатайҙарҙан килә. Сәхипйән олатайым олоғая башлағас, һуғыш яралары һыҙлауын онотоп тороу өсөн гел нимәлер уҡый торғайны», – тип хәтерләй Рита өләсәйем.
Был өлгөлө ғаиләлә ике ул һәм ике ҡыҙ буй еткерә. Оло улдары Ким мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, Әстерхан моряктар әҙерләү мәктәбенә уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлап, бик күп илдәр, ерҙәр гиҙә, лайыҡлы ялға сыҡҡансы хеҙмәтенә тоғро ҡала. Ҡыҙҙары Римма бөтә ғүмерен финанс эшенә бағышлай. Уның балалары олатай-өләсәйҙәренән килгән уҡытыусы тигән изге һөнәрҙе үҙҙәренең киләсәге итеп һайлай. Улдары Юра – Бөрө педагогия институтын, ә Лилиә Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Икәүһе лә Үрге Йәркәйҙә йәшәй. Ижади эшләгән бындай уҡытыусылар мәктәп, балалар һәм ата-әсәләр өсөн дә ҙур табыш булып тора. Сәлимовтарҙың икенсе ҡыҙҙары Рита ла Өфөнөң 1-се педагогия училищеһын, Бөрө педагогия институтын тамамлай. Иләкшиҙе ауылының бер сибәр егете Нәүбәт Гәрәев менән тормош ҡороп, ике йыл сит районда эшләгәндән һуң, Бишҡурайға ҡайтып, хеҙмәт юлын дауам итәләр. Өләсәйем менән олатайым йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Нәүбәт олатайым политуҡыуҙар алып бара, хаҡлы ялға сыҡҡансы ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең музейында экскурсовод була. Ул – Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы. Сәнғәткә ғашиҡ олатайым концерттарҙа оҙон көйҙәрҙе бик оҫта башҡарған. Ә спектаклдәрҙә уйнағанда: «Әртистәрең ситтә торһон!» – тип маҡтағандар ауылдаштары.
Был күркәм ғаиләлә өс бала донъяға килә. Өлкәне – минең атайым Марат, унан һуң – апайҙарым Эльза һәм Эльмира. Улар икәүһе лә Бөрө педагогия институтын тамамлап, уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Эльза Нәүбәт ҡыҙы Бишҡурай мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып бара, күп йылдар инде директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара. Эльмира Нәүбәт ҡыҙы – башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Улар икеһе лә – саф күңелле, оло йөрәкле, бала күңеленә юл таба белеүсе изге заттар.
Нәүбәт олатайым яғынан да уҡытыусылар бик күп. Был инде Гәрәевтәр династияһы. Олатайымдың өлкән апаһы Рая Хөснуллина Бөрө педагогия институтының филология факультетын тамамлап, 28 йыл дауамында Ишҡар мәктәбендә – урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән, ә тормош иптәше Фәнзил Хөснуллин 32 йыл ошо уҡ мәктәптә химия-биология фәненән белем биргән. Уртансы ҡыҙҙары Айгөл Мөсәлләмова Ҡарабаш мәктәбендә 25 йыл татар теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Олатайҙың төпсөк туғаны, Мираттың тормош иптәше Рифа Гәрәева 35 йыл ғүмерен Бишҡурай мәктәбендә башланғыс синыфтар уҡытыуға бағышлаған.
Династиябыҙҙың эш тәжрибәһе 250 йылдан ашып китә. Бер быуаттың сиреге был. Әгәр ҙә ике нәҫелдең – Сәлимовтар-Гәрәевтарҙың уҡытыусылыҡ сылбырын бергә ҡушһаң, 450 йылға етә.
Уларҙың хеҙмәт биографияһын тикшергәндә ғаиләбеҙ менән беҙ тағы ла бер асыш яһаныҡ: Сәлимовтар – Гәрәевтәр райондың иң күренекле уҡытыусылары Ҡазыхановтар династияһы менән дә тығыҙ бәйләнгән. Сөнки улар ҙа – минең өләсәйем Раиса Кузьминаның һеңлеһе Елизавета Григорьевна һәм Ғаффан Ҡазыхановтың дауамдары.
«Мөғәллимдәр династияһын дауам итеү, бер яҡтан, оло мәртәбә булһа, икенсе яҡтан, ҙур яуаплылыҡ та өҫтәй», – ти Рита өләсәйем. Бөтә ғүмерҙәрен мөғәллимлек эшенә, бала тәрбиәләүгә бағышлаған олуғ, затлы нәҫелебеҙҙең тормош юлы беҙҙә ҙур ғорурлыҡ һәм ҡыҙыҡһыныу уята. Тиҫтә йылдар буйы эстафета рәүешендә күсә барған был һөнәр барыбыҙҙы ла үҙенә тарта. Нәҫелебеҙҙең уҡытыусылар сылбырын өҙмәй алға алып барыу беҙҙән тора. Мин дә үҙемдең киләсәгемде уҡытыусылыҡ эше менән бәйләрмен, тип уйлайым.