+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
18 Ғинуар 2019, 18:08

Тыуған илгә булған һөйөүемде әйтермен тик туған телемдә

Өс көн буйына барған башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада йыл һайын үҙе бер тел байрамына әүерелә. Бында телһөйәр, илһөйәр балалар үҙҙәрен һынап ҡына ҡалмай, күпме рухи аҙыҡ та туплай, киләсәккә һөнәр һайлау буйынса уй-маҡсаттарын билдәләргә йүнәлеш тә ала.

Быйылғы башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада, башҡа йылдарға ҡарағанда, бигерәк тә айырылып торҙо. Ул өс йүнәлешкә бүлеп уҙғарылды. Тәүгеһенә белем алыу башҡорт телендә алып барылған белем усаҡтары индерелеп, был төркөмдә 114 уҡыусы көсөн һынау бәхетенә иреште. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен туған тел булараҡ уҡығандар икенсе йүнәлешкә беркетелеп, бында 120 бала ҡатнашты. Ә өсөнсөһөндә телде дәүләт теле булараҡ уҡыған 77 ҡыҙ һәм егет үҙен тикшереп ҡараны. Беренсе, икенсе йүнәлешкә ҡарағандар байрам тантанаһынан һуң тәүге килгән көндө үк өс сәғәт буйына инша яҙһа, өсөнсө төркөмдөкөләр баш­ҡортса һөйләү телмәрен аңлап, шуны ҡабат бәйән итергә тырышты. Икенсе көндө башҡорт телен туған тел булараҡ уҡығандар бер сәғәт буйына викторина һорауҙарына яуап бирҙе, дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр текст буйынса яҙма эш башҡарҙы.

Иң ҡыҙыҡлыһы өсөнсө ярыш төрө булғандыр. Элегерәк ул сәсәнлек бәйгеһе, унан һуң шиғыр­ҙы тасуири һөйләү буйынса ярыш итеп үткәрелә ине. Ә быйыл бөтөнләй башҡасараҡ ойошторолдо. Бер-береһе менән таныш булмаған ике бәйгесе билет буйынса бирелгән темаға үҙ-ара әңгәмә ҡорҙо. Бик тә мауыҡтыр­ғыс килеп сыҡты.

Шулай уҡ бәйгенең эш төр­ҙәре лә үҙгәрҙе. Бында инде балаларҙың башҡортса һөйләй, фекерләй белеүҙәре һәм уны еткерә белеү йәһәтенән әңгәмә ҡороу, дәүләт теле булараҡ өйрәнгән уҡыу­сыларға тексты һөйләп күрһәтеү кеүек яңы эш төрҙәре индерелде. Өс көн барған эш тәжрибәһенән күренеүенсә, үҙгәрештәр, яңылыҡтар – барыһы ла йылы ҡабул ителде, – ти ул.

Күрше өлкәләрҙәге милләттәштәребеҙҙең дә йыл һайын төбәк-ара олимпиадала әүҙем ҡатнашып, матур һөҙөмтәләр күр­һәтеүе ҡыуандыра. Был юлы ла ситтә ҡалмағандар, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән 12 бала көсөн һынап ҡараны.
Ике көн көсөргәнешле ярыш­ҡандан һуң бүләкләү тантанаһы көнө лә етте. Һәр кем тулҡынлана, хафалана, еңеүсе булырына өмөт итә. Тәбрикләнеүселәр араһында йәш хәбәрселәребеҙ Бөрйәндән Зилиә Буранбаеваның – призёр, Ишембай­ҙан Гөлсәсәк Шәрипова менән Өфөнән Гөлназ Ишемғужиналарҙы еңеүселәр рәтендә күреп, ныҡ һөйөндөк. Беренсе урын яулаусыларға мәғариф министрлығының дипломдары, иҫтәлеккә китаптар тапшырылды.
Әйткәндәй, сараны асыу, бүләкләү тантаналары ла БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенттары тарафынан алып барылды. Улар рухлы концерт номерҙары ла әҙерләгәйне.
Ә барлыҡ еңеүселәр исеменән Баймаҡ районының Ҡолсура мәктәбе уҡыусыһы Нәфисә Мос­тафина сәхнәлә сығыш яһап, рәхмәтен белдерҙе.
– Беҙ, үҫеп килеүсе йәш быуын, үткәнде, бөгөнгөнө һәм киләсәкте тоташтырыусы рухи күперҙәр икәнебеҙҙе хәтеребеҙҙән сығармайыҡ. Үҙ телебеҙҙе, рухи мәҙәниәтебеҙҙе, шанлы тарихыбыҙҙы беләйек, өйрәнәйек. Иленә, тарихына хеҙмәт итеүсе кеше генә бай рухлы һәм бәхетле икәнлеген онотмайыҡ, – тине ул.
Шундай ялҡынлы сығыш һәр кемде уйландырмай ҡалмағандыр. Киләсәктә лә илһөйәр, тел­һөйәр балаларҙы, уҡытыусылар­ҙы, күрше өлкәләге милләттәштәребеҙҙе берләштереүсе олимпиада шулай һәр ваҡыт байрам рухында дауам итһен.

Юлиә ХӘЛИЛОВА, Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының IX синыф уҡыу­сыһы, призёр:
– Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үткән олимпиадала һынау тотоу еңелдән булманы. Элек беҙ инша яҙһаҡ һәм һорау­ҙарға яуап бирһәк, был юлы әңгәмә ҡорорға ла тура килде. Ә иң ҡыуаныслыһы Башҡорт­остандың төрлө төбәктәренән килгән тиҫтерҙәрем менән танышыу булды.

Гүзәлиә ТӨЛКӨБАЕВА, Бөр­йән районы Байназар мәктәбенең XI синыф уҡыусыһы, еңеүсе:
– Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән бәйгелә етенсе синыфтан алып ҡатнашам. Әммә еңеүҙәрем район кимәлендә генә була торғайны. Бындай мәртәбәле, ҙур, республика кимәлендә үткәрелгән сарала мин тәүге тап­ҡыр көсөмдө һынаным һәм тәүге урын яулауыма бик шатмын. Әлбиттә, иң беренсе рәхмәттәремде атай-әсәйемә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусым Рәсимә Рауил ҡыҙы Баязитоваға еткергем килә. Ғәзиз кешеләрем мине баш­ҡорт рухында тәрбиәләнеләр, ғаиләлә тик башҡортса ғына аралашабыҙ. Был минең генә түгел, остазымдың да еңеүе, тип һанайым.

Альбина СЫҢҒЫҘОВА, Хәйбулла районы Татырүҙәк мәктәбенең XI синыф уҡыусыһы, еңеүсе:
– Башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһында ҡатнашыуыма үҙемде бик бәхетле итеп һанайым. Артабан да яҙмышымды телде өйрәнеү менән бәйләргә хыялланам. Алла бирһә, имтихандарымды яҡшы итеп тапшырып, башҡорт филологияһы факультетына уҡыр­ға инергә теләйем. Мораҙыма ирешермен, тип уйлайым, сөнки уҡытыусым Рәйфә Искәндәр ҡыҙы Түләбаева, алдығыҙға ҡуйған маҡсатығыҙға ынтылығыҙ, тырышығыҙ, һынатмағыҙ, тип өйрәтә. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, үҙ Башҡорт­останыма тоғро хеҙмәт итәсәкмен. Республикабыҙҙың киләсәге – йәштәр ҡулында бит.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.


Өфө ҡалаһы.


Читайте нас: