+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
5 Апрель 2019, 15:32

Шаулап үтте КВН! Беҙҙең яратҡан уйын!

Өфөлә «Шаяниум»дың финал ярыштары уҙҙы


– Беҙҙең ҡатнашыусылар араһында башҡорт телен туған тел булараҡ уҡығандар ғына түгел, уны дәүләт теле булараҡ өйрәнгәндәр ҙә бар. Телде өйрәнеү бер, ә шаяртыу өсөн халыҡтың мәҙәниәтен дә, ғөрөф-ғәҙәт, йолаларын да белеү кәрәк. Шулай итеп, «Шаяниум» милләт-ара бәйләнештәрҙе нығытыусы сара ла булып тора, – тип белдерҙе үҙ сығышында Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Наил ҡыҙы Сөләймәнова.
Һәр команда бик ентекле әҙерләнгән ине. Улар йәмғиәтебеҙҙәге етешһеҙлектәрҙе күрһәтеп, рәхәтләнеп көлдөрҙөләр. Иң тәүгеләрҙән булып сығыш яһар­ға 48-се башҡорт лицейының «Сәтәкәй» командаһы сыҡты. Уларҙың тирә-яғыбыҙҙағы хәл-ваҡиғаларға, үҙгәрештәргә битараф булмауҙары ҡыуандырҙы. Сығыштарында аҙыҡ-түлеккә көндән-көн хаҡтар артыуын, Сибай ҡалаһындағы экологик хәлде лә үҙҙәренсә төшөндөрөргә, республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров исеменең дә килеп сығышын көлкөлө итеп аңлатырға тырыштылар.

102-се башҡорт гимназияһының «Етегән+1» командаһы етәкселәргә оҫта итеп төрттөрөп, илдә барған ришүәтселекте лә күрһәтергә теләне. Был йәһәттән Дим биҫтәһе мэры Дим Димыч образы оҫта уйланылған.



Республика инженер интернат-лицейынан «Ҡыҙҙар.com» командаһының сығыштары башҡорт телен ғариза яҙып өйрәнеү, Сибай карьерындағы хәлдәргә ҡағылып үтһә лә, улар тамашасыларҙың күңеленә үтеп инә алманы.
Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһының «Рәссамдар» командаһы Мостай Кәримдең шиғырын үҙгәртеп:

«Өсөнсө көн епшек ҡар яуа,

Өсөнсө көн тоташ ҡар атыш.

Әрней беҙҙең синыф ҡыҙҙары,

Маңлайҙары бөткән күгәреп», – тип тапҡырҙар һәм отҡорҙар уйының темаһын төрлөсә асып һалырға ынтылды.

«Һеҙҙең Шаҡша биҫтәһендә булғанығыҙ бармы? Юҡмы ни? Донъялағы иң матур ерҙәрҙең береһен күрмәй, нисек түҙәһегеҙ икән?! Ҡыйындыр, әлбиттә. Уны күреү генә түгел, шунда тыуған, шунда үҫкән кешеләр ҙә бар. Уларға рәхәт, исмаһам, тыу­ҙыңмы, рәхим ит, Шаҡша!» – тип башлап ебәрҙе уйындарын 122-се башҡорт гимназияһынан «Ша-шу-ша» командаһы. Улар туған телебеҙҙең бай, яғымлы ла булыуын һүрәтләп бирҙе, бөгөн сығарылыш синыф уҡыусыларын да, атай-әсәйҙәрен дә борсоған БДИ темаһына ла ҡағылмай ҡалманы.

Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тула, тимәк, беҙ еңергә тейеш, тип килеп сыҡҡайны Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гим­назияһының «Кендектәр» командаһы. Сы­ғыштары аҙағын да шулай тип тамамлап ҡуйҙылар.

Урыҫ мәктәптәрендә уҡыусылар араһында 44-се мәктәптең «Ҡырғаяҡтар»ы еңеүсе булды. 159-сы мәктәптең белем биреү үҙәгенән «Хыялый-зыялый­ҙар» икенсе урын алып ҡыуанһа, 45-се мәктәптең «Көлсә» һәм 113-сө лицейҙың «Искәндәр бабай»ы өсөнсө урындарға сыҡты.

«Иң шәп уйнаусы ҡыҙ» номинацияһына «Ша-шу-ша» командаһынан Наҙгөл Ғарифуллина лайыҡ булһа, «Иң шәп уйнаусы егет» булып «Етегән +1» командаһынан Арыҫлан Хәмитов танылды. «Иң берҙәм команда» – 2-се башҡорт лицейынан «Тағы ла 2», «Иң шаян команда» – республика интернат-лицейынан«Башҡорттар.ru». «Тамашасы һөйөүе»н – Фатима Мос­тафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының «XX централ»ы, «Йыл асышы»н республика инженер интернат-лицейының «Ҡыҙҙар.com» командаһы алды. «Шаяниумдың киләсәге» – Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының «Һупайлы дәрүиштәре»ндә, «Иң яҡшы мәҙәк» номинацияһын 102-се башҡорт гимназияһының «Етегән+1» командаһы яуланы.





Командаларҙың көлдөрөүҙәренән

«Сәтәкәй»


«Күҙ алдына килтерегеҙ: малай химия дәресендә.
– Магний, калий… Һаумы­һығыҙ, Радий Фәрит улы! Литий, барий...»

«Етегән+1»

Дим Димыч: «Минең, Дим биҫтәһе мэры булараҡ, ике һүҙ әйткем килгәйне. Башҡортостанға – 100 йыл, ул шундай матур, шундай буялған. Ә беҙҙең Дим биҫтәһенә – 300 миллион йыл. Уны нисек ҡаҙып сығарғандар, шулай итеп ҡалдырғандар».
«Ҡыҙҙар.соm»
– Ҡыҙым, ҡыйыҡ башындағы боҙҙо һин ялап бөттөңмө?
– Эйе, әсәй.
– Һинең арҡала туғандарың туңдырмаһыҙ ҡалды бит. Бар, күршеләрҙән урла.

«Рәссамдар»


– Командала берәй ҡыҙыҡай булһа, берәй егет уға бәйләнергә тейеш. Ә беҙҙең командала кем Әлиәгә бәйләнә?
– Мин, мин, мин…
– Һы, һин бәләкәй ҙә. Нимә һин үҫтеңме әллә?
– Юҡ, мин асҡыс юғалтҡайным.
– Нимәнән?
– Һинең йөрәгеңдән.
– Ә миңә тик ишембайҙыҡылар ғына оҡшай.
– Ә минең триком ишембай­ҙыҡы.

«Ша-шу-ша»

Ауылда булған хәл.
– Эй, күрше, күрмәнеңме кем минең тауығымды теге донъяға оҙатҡанын?
– Юҡ, күрмәнем, ишетмәнем дә һәм сәпсим минең баҡсамда йөрөмәһен ине.

* * *



Дәрес ваҡытында.
– Сәғит, һин БДИ-ға әҙерләнәһеңме? Ниндәйҙәрҙе бирәһең?
– Юҡ, әҙерләнмәйем дә, бирмәйем дә. Мин бит «Шаяниум»да ҡатнашам. Тимәк, тамада булам.

«XX централ»


Башҡортостанда химия дәресендә уҡытыусы уҡыусыға:
– Менделеев таблицаһынан радийҙы күрһәт әле.
– Радий – 88-се элемент, ул әлеге мәлдә бик әүҙем.
– Тәбиғәттә уны ҡайҙа осратырға була?
– Өфө ҡалаһының Аҡ йортонда, дауаханаларҙа, мәктәптәрҙә...

«Кендектәр»


– Ҡыҙҙар, 23 февраль үтте. Һиҙәһегеҙме, ниндәй еҫ сыға?
– Юҡ.
– Дөрөҫ. Бер ниндәй ҙә еҫ юҡ. Сөнки малайҙарҙың яңы нәскиҙәре бар.


«Көлсә»

Тарих дәресендә булған хәл.
– Тәк, Алтынай, 1919 йылда ниндәй ваҡиға булған?
– Бөйөк шағир Мостай Кәрим тыуған.
– Ә1941 йылда нимә булған?
– Шағирға 22 йәш тула.

«Искәндәр бабай»


– Эй, балаҡайҙарым, Ҡытай баҙарын һыу баҫҡан, тиҙәр.
– Ҡайғырма, әбей, донъя бөтмәһә, Ҡытай бөтмәй ул...

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Читайте нас: