-7 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
19 Апрель 2019, 16:17
Мостай илендә
Быйыл республикабыҙҙың 100 йыллығы менән бергә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуын да билдәләйбеҙ. Бөйөк әҙиптең исеме бар донъяға таныулы. Уның әҫәрҙәре күп телдәргә тәржемә ителгән, пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәр илдең төрлө сәхнәләрендә ҙур ҡаҙаныштар менән үтә.
Апрель башында Ниғәмәт ауылында конкурсҡа старт бирелде. Унда үткән тәүге тамашала биләмәгә ҡараған Ниғәмәт, Байым, Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай, Икенсе Этҡол һәүәҫкәрҙәре ҡатнашты. Сара барышында күренекле әҙиптең әҫәрҙәренән шиғри композиция, йырҙар яңғыраны, «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Айгөл иле» әҫәрҙәренән өҙөктәр күрһәтелде. Театрлаштырылған тамашаны матбуғат ветераны, оҙаҡ йылдар Баймаҡ халыҡ театрында уйнаған Мөнир Маннапов, Халыҡ ижады үҙәге белгесе Сөмбөл Юлбахтина, үҙәк китапхана директоры Зилә Мортазина, китапхана хеҙмәткәрҙәренән торған баһалама комиссияһы ҡараны. Артабан сәхнәләштереүҙәр Беренсе Этҡол, Ярат, Билал, Түбә ауыл биләмәләрендә үтте.
Әйтергә кәрәк, был конкурста бөтәһе лә әүҙем ҡатнаша. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә онотолоп китеп Мостай илендә «сәйәхәт» итә. Һәр бер ауыл биләмәһе үҙенсәлекле сығыш яһай. Мәҫәлән, билалдар программаһын ике өлөшкә бүлеп, тәүгеһе мәҙәниәт йортоноң фойеһында үтте. Бында мәктәп уҡыусылары бөйөк шағирҙың шиғри гәүһәрҙәренән флешмоб ойошторҙо. Уның барышында Кендек менән Оло инәй образы һынландырылды, тамашасы бәләкәй Мостайҙың үҫеп етеп, оло шәхескә әүерелеүен күҙәтте. Шулай уҡ билалдар әҙиптең 100 йыллығына ҡарата махсус бейеү ҙә һалған.
Күренекле әҙиптең үлемһеҙ әҫәрҙәре менән яңынан танышып, сәхнәләргә сығарып, бар халыҡты «Мостай иле»нә саҡырыу дауам итә. Май аҙағына тиклем райондың 22 ауыл биләмәһендә лә ошондай театрлаштырылған тамашалар үткәреү ҡаралған. Ә конкурс йомғаҡтары Театр йылын тантаналы ябыу сараһында иғлан ителәсәк.
Көҙ айҙарына Мостай Кәримдең 100 йыллығына ҡарата йәнә бер мәртәбәле конкурс көтә. Ул – «Аҡйегет һәм Аҡйондоҙ» район бәйгеһе. Һәр кемде саф мөхәббәт хистәренә ышандырыр, Мостай рухлы был конкурс Баймаҡ районында оҙаҡ йылдар дауамында үткәрелеп килә. Бер быуатлыҡ юбилей йылында ла ул йәштәрҙе битараф ҡалдырмаҫ, тип ышанабыҙ.
Дилә АРЫҪЛАНОВА,
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы методисы.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май 2024, 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...