Береһенән-береһе аҡыллы, матур ҡыҙҙар үҙҙәре менән яҡындан таныштырҙы. Уларға ҡарап һоҡланмаған кеше булмағандыр ҙа.
Гимназиябыҙҙа тәүге йыл ғына белем алған Зөлфирә Абдрахманова үҙен шиғри күңелле, рухлы итеп танытып өлгөрҙө. Баймаҡ ҡыҙы Нурзилә Исхаҡова менән Хәйбулланан Айгүзәл Күскилдина бейеү сәнғәтенә ғашиҡ, өҫтәүенә, спортсылар ҙа. Бар яҡлап әүҙем Миңлегөл Нураева – синыф старостаһы, «Арғымаҡ» ирекмәндәр командаһы етәксеһе йөгөн уңышлы тарта. Яҙгөл Рәсүлева ҡурай түңәрәгендә теләп шөғөлләнһә, Гөлдәриә Вәлиева киләсәктә үҙен физика-математика өлкәһендә күрә.
Ҡыҙҙар башҡорт милли кейемендә мода күрһәтте, бейеү башҡарҙы, фольклор буйынса һорауҙарға яуап бирҙе. Аш-һыуға, өҫтәл әҙерләүгә лә маһирлыҡтары иҫәпкә алынды. Өйгә эш итеп бирелгән сәсмәү эшләүгә лә яуаплы ҡараған бәйгеселәр. Шулай уҡ ҡыҙҙарыбыҙ сәс тәрбиәләү буйынса халҡыбыҙ рецептары менән таныштырҙы, яңғыраған өҙөктәрҙән йырҙарҙы танып белде.
Еңеүселәрҙе билдәләү еңел булманы. Шулай итеп, «Маһирлыҡтың юҡтыр сиктәре» номинацияһы бүләге – Гөлдәриә Вәлиеваға, «Үҙ эшенең оҫтаһы» – Яҙгөл Рәсүлеваға, «Рух илсеһе» – Зөлфирә Абдрахмановаға, «Заман һылыуҡайы» – Миңлегөл Нураеваға, «Сәхнә алиһәһе» Нурзилә Исхаҡоваға бирелде. БДУ-ның Сибай институтының махсус призы иһә Зөлфирә Абдрахмановаға тапшырылды. Ә гимназия һылыуҡайы булып Айгүзәл Күскилдина танылды.
Шуныһы ҡыуаныслы: был конкурс уҡыусыларҙың күңелендә сәм дә, дәрт тә, халҡыбыҙ рухына һөйөү ҙә уята алды. Ни тиһәң дә, гүзәллек бәйгеһе үҙеңде сәхнәлә тота белергә, сая булырға өйрәтә. Башҡорт милли кейемендә сығыу үҙе үк милләтеңә ғорурлыҡ тойғоһо уята.
«Ҡаурый ҡәләм» түңәрәге ағзаһы.