«Бөтәһен дә белгем килә» фәнни-ғәмәли конференцияһы быйыл икенсе тапҡыр ойошторолдо. Уны асыу тантанаһында Әлшәй районының социаль мәсьәләләр буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары Айҙар Тимерхан улы Солтанғолов, Мәғарифты үҫтереү институтынан Эльвира Альберт ҡыҙы Ижбулатова һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Раевкалағы 2-се мәктәптең директоры Илдус Шәмсүн улы Сәлимов бәйгелә ҡатнашыусыларҙы ихлас сәләмләп, белем усағы менән яҡынданыраҡ таныштырып үтте.
Ғилми эштәрҙең береһенән-береһе ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле булыуы иғтибарҙы йәлеп итте. Балаларҙың тырышып эҙләнеүе күренеп тора. Раевкалағы 2-се мәктәптән Камилла Иҡсанова менән Рәмзил Аҙнағоловтар, мәҫәлән, башҡорт халҡының милли символы булған ҡурайҙы өйрәнгән. Икеһе лә кескәй генә, ҡалай күпте беләләр! Улар ҡурайҙың тарихы менән таныштырҙы, урманда үҫкән ябай ғына үҫемлектән нисек итеп музыка ҡоралы яһап булғанын һөйләне. Рәмзил үҙе ҡурайҙа күп көйҙәр белә икән, «һә» тигәнсе уйнап та ебәрҙе.
Раевкалағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейынан Зарина Хәйруллинаның эше лә мәғлүмәткә бик бай. Ул үҙе йәшәгән Муса Гәрәев урамы тарихы буйынса ғилми эш яҙған.
– Урамым бик ҙур түгел, 34 йорттан ғына тора. Бәләкәй саҡта уның ни эшләп Муса Гәрәев тип аталғаны хаҡында уйланмай торғайным. 11 йәшем тулғас, урамым менән ҡыҙыҡһына башланым. Һорауҙарымды атайыма ла бирҙем. Ул Муса Гәрәев тураһында бер аҙ һөйләне. Лицейыбыҙ китапханасыһы Йәмилә апай менән дә уның батырлығы тураһында күп мәғлүмәт таптыҡ, – ти ҡыҙ.
Фәнни-ғәмәли конференцияла сығыш яһаусылар араһында Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенән дә барҙар ине. Дүртенсе синыфтан алты уҡыусыны уларҙың уҡытыусылары Зөлфиә Буранбай ҡыҙы Кирәева әҙерләгән. Интерактив-танып белеү викторинаһында Айнур Иманғолов призёр булып танылһа, Илсур Иманғолов «Кеше һүҙҙәр донъяһында» секцияһында «Башҡорт музыка ҡоралы – ҡумыҙ» эше менән III урын алып ҡыуанды.
– Беҙҙең мәктәбебеҙгә ҡумыҙсы Миңлеғәфүр ағай Зәйнетдинов килгәйне. Уның сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ҡумыҙҙа ғына түгел, ҡурайҙа ла, баянда ла уйнай белеүенә бик һоҡландыҡ. Башҡорт теле дәресендә Зөлфиә Буранбай ҡыҙы ҡумыҙ тураһында һөйләшәбеҙ, тигәс, мин тағы нығыраҡ ҡыҙыҡһына башланым. Баҡһаң, ул ағастан да, металдан да, дөйә һөйәгенән дә яһала икән, – ти Илсур.
– Балалар менән фәнни эш яҙыуҙы беренсе синыфтан уҡ башлағайныҡ. Ата-әсәләр ҙә күтәреп алды, ярҙам итергә әҙер торалар. Йыл һайын йәйгелеккә тикшеренеү эше яҙып килергә бирәм дә уҡыуҙар башланғас, бергәләп ҡарайбыҙ, төҙәтәбеҙ. Тәүге йылдарҙа көсөбөҙҙө мәктәп кимәлендә генә һынағайныҡ, былтыр республика кимәленә лә сыға башланыҡ. «Бөтәһен дә белгем килә» конференцияһында икенсе йыл ҡатнашабыҙ инде, – ти III «А» синыфының уҡытыусылары Зилиә Рәүил ҡыҙы Арыҫланова.
«Бөтәһен дә белгем килә» конференцияһында бик күптәр еңеүселәр, призёрҙар булып танылды. Был көндө «Информашка» ситтән тороп ҡатнашыусылар конкурсында призлы урын яулағандар ҙа бүләкләнде.
Балаларҙың шулай бәләкәйҙән ҡыҙыҡлы фәнни эштәр яҙып, ҡыйыу сығыш яһауҙары, ысынлап та, маҡтауға лайыҡ. Әленән серле фән донъяһы менән мауыға башлаған ҡыҙҙар, малайҙарға уның тағы ла бейегерәк үрҙәрен яуларға яҙһын!