– «Евромаус» конкурсы, көт беҙҙе! – ти Һороҡай.
Унан Аҡ сысҡан ҡыҙ һәм Һоро сысҡан малайҙың атай-әсәйҙәре – Аҡбаш менән Аҡбикә, Һорбаш менән Һорбикә сәхнәгә сыға. Улар, һәр ваҡыттағыса, нимәгәлер үҙ-ара килешә алмай, «Евромаус» йыр конкурсына репетиция ваҡытында талаша ла китә. Ә балалары уларҙы яраштырырға теләп, Бөйөк тылсымсы бесәйҙән ярҙам һорай.
– Конкурсҡа бөтә Башҡортостандан әкиәтселәр килгән. Уларҙың әкиәтендә дуҫлаштыра, аҡыл бирә торған шундай көслө тылсым бар. Ошо шарҙың эсен әкиәт менән тултырһағыҙ, иреш-талаштан азат булырһығыҙ, – ти ул.
Бына шулай сысҡандарҙың ҡыҙыҡлы тамашаһы менән башланып китте Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уҙған «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсының Гала-концерты. Ул береһенән-береһе шәп әкиәтселәрҙең сығыштары менән үрелеп барҙы.
Юбилей йылында «Һаумы, һаумы, әкиәт!» бәйгеһе дәүләт һәм уның халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булыуы ҡыуаныслы. Быйылғы ярыш унынсы йыл рәттән уҙғарылып, төбәк-ара кимәлгә күтәрелде. Үҙебеҙҙең район, ҡалаларҙан ғына түгел, күрше өлкәләрҙән, республикаларҙан да балалар ҡатнашып, улар донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләп ишеттерҙе. 2010 йылдан алып барлығы 6 меңгә яҡын балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм мәктәп уҡыусылары, ғаиләләр көсөн һынаған. Әлегеһендә 700-гә яҡын әкиәт һөйләүсе, 60-ҡа яҡын фольклор төркөмө сығыш яһап ҡыуандырҙы. Мәскәү, Силәбе, Татарстан яҡтарынан да ситтә ҡалмағандар.
Әкиәтте яңғыҙ башҡарыусылар араһында Хәйбулла районының «Йәйғор» балалар баҡсаһынан Айнур Ямалетдинов, Өфөнөң 166-сы башҡорт балалар баҡсаһынан Ҡадир Садиҡов, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһынан Асия Ғарипова, Учалы районы Озёрный мәктәбенән Руфина Ғибәҙуллина, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһынан Мәҙинә Хәбибуллиналар иң-иңдәре тип бүләкләнде.
Әкиәт сәхнәләштереүҙә Өфөнөң 219-сы балалар баҡсаһы, 48-се башҡорт лицейы, Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының фольклор төркөмдәре сығыштары юғары баһа алды.
Инде бына «Һаумы, һаумы, әкиәт!» төбәк-ара конкурсының абсолют еңеүселәре лә сәхнәгә күтәрелә. Яңғыҙ сығыш яһаусылар араһында Өфөнөң 293-сө балалар баҡсаһынан Рәсүл Абдрахманов, Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейынан Искәндәр Мөхәмәтйәнов, фольклор төркөмдәре араһында әкиәт сәхнәләштереүҙә 308-се башҡорт балалар баҡсаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһынан III «А» синыфының йәш әкиәтселәре, ғаилә менән әкиәт ҡуйыуҙа Бөрйән районы Ырғыҙлы мәктәбенең Ғәҙелгәрәй филиалынан Юлсуриндар ғаиләһе Гран-при яуланы.
Гала-концертта күптәр Искәндәр Мөхәмәтйәновтың «Ҡуян менән Арыҫлан» башҡорт халыҡ әкиәтен нисек килештереп һөйләгәнен тыңлап, һоҡланып ултырғандыр. Ул был бәйгелә балалар баҡсаһына йөрөгән саҡта уҡ ҡатнаша башлай. Хайуандарҙы бик яратҡанлыҡтан, ошо темаға әкиәт һайлаған. Үҙе буш ваҡытында шиғырҙар, хайуандар тураһында ҡарһүҙ уҡырға ярата. Был тәүге генә уңышы түгел, «Илһам» шиғыр һөйләүселәр конкурсының ҡала кимәлендә икенсе урын яулаған.
Баш ҡалабыҙҙың Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының «Ҡарлуғастар» фольклор төркөмө ағзалары ла Гран-при яулауҙарына бик шат ине. III «А» синыфы уҡыусыларын уҡытыусылары Наилә Рәйес ҡыҙы Байымова әҙерләгән.
– Йөрөгән таш шымара, тигәндәй, былтыр бер уҡыусым менән ҡатнашып, күреп ҡайттыҡ та был уҡыу йылында күмәкләп «Һоросай менән Ҡарасәй» әкиәтен сәхнәләштерергә булдыҡ. Костюмдар, сәхнәне биҙәү яғынан атай-әсәйҙәр ярҙам итте. Рәхмәт уларға! Һәр этапты үткән һайын, әйҙәгеҙ, шулай эшләйек, былай итәйек, тип балалар үҙҙәре яңы тәҡдимдәр индерҙе, – ти етәкселәре.
«Һаумы, һаумы, әкиәт!» төбәк-ара бәйгеһе балаларҙы серле лә, мөғжизәле лә тылсым донъяһына алып инеп, тағы ла күберәк яңы исемдәр асты, әкиәт аша балаларға изгелек һәр ваҡыт насарлыҡты еңәсәгенә ышандырҙы.
– Мин Әлмира Ҡыуатова менән уның ҡыҙы Алтынай Буринаның программалар эшләп, кемдәр нисек сығыш яһарға тейеш икәнен, костюм, сәхнәләштереү яғын уйлап, шундай байрам ойошторған ваҡыттарына шаһит булдым. Улар төрлө ведомстволарға, учреждениеларға йөрөп, бағымсылар һорап, бик ныҡ янып-көйөп, хөкүмәттең, киң йәмәғәтселектең, яҙыусыларҙың иғтибарын йәлеп итергә теләне. Сөнки әкиәт – баланың телен асыуға иң беренсе асҡыс, ҡыҙыҡһыныуын, ижади тормошҡа ҡарашын, туған телгә ышанысын нығыта торған ҙур алым. Юҡҡа ғына әкиәтте ғүмер буйы һөйләмәйҙәр, ололар ҙа, балалар ҙа яратмай.
Һәм, ниһайәт, «Һаумы, һаумы, әкиәт!» проектын Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығы күтәреп алып, республика кимәленә сығарыуға ирешелде. Инде быйыл конкурс унынсы тапҡыр ойошторола. Мин өсөнсө йыл баһаман булып ҡатнашам һәм финал сценарийын яҙам. Быйыл талаптар ҡаты булды, райондарҙан I – II урын алғандарҙы ғына йыйҙылар. Беҙгә эшләү еңелерәк булды. Ләкин һәр бер йортта балаларҙың теле башҡортса асылам-асылам тип торған ваҡытта, минеңсә, уларҙы киңерәк йәлеп итеү бик урынлы булыр ине. Был йәһәттән Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы эшен маҡтап киткем килә. Уларҙа фольклорға, башҡорт телен өйрәнеүгә арнап һәр синыфта башҡорт фольклоры төркөмдәре булдырылған. Әйҙәгеҙ, уларҙан өлгө алайыҡ!