+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
28 Июнь 2019, 13:15

"Урал батыр" ғорур яңғыраны Юрматының зәңгәр күгендә

«Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең республика конкурсы быйыл 21-се тапҡыр үтте.

1996 йылда Бөрйән районында башланған сара, артабан Баймаҡ, Ейәнсура, Дәүләкән, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Туймазы, Сибай яҡтарында ойошторола. Бөтәһе 1 мең 556 йәш сәсән, 562 фольклор төркөмө ҡатнаша. Йылайыр, Ауырғазы, Хәйбулла, Тәтешле, Баймаҡ, Илеш, Дыуан, Ишембай, Салауат, Учалы райондарынан уҡыусылар Гран-приға лайыҡ була.



Баһалама комиссияһы рәйесе – филология фәндәре докторы Нәркәс Әхмәт ҡыҙы Хөббөтдинова әйтеүенсә, конкурс сифат яғынан йылдан-йыл яҡшыра. Ҡатнашыусылар ныҡлы әҙерлек менән килә, география ла киңәйә, йәш сәсәндәрҙең оҫталығы арта, «Урал батыр» эпосын тулыһынса ятлаусылар күбәйә. Быйыл бөтәһе 166 уҡыусы ҡатнашты, шуларҙың 46-һы эпост­ы яттан һөйләүселәр, ете йәш сәсән «Урал батыр»­ҙы, йәғни 4500 юлды, тулыһынса ятлаған. Афарин! Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Илеш, Ишембай, Учалы райондарынан, Өфөләге республика инженер интернат-лицейы, Рә­ми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһынан килгән йәш сәсәндәр һоҡландырҙы, призлы урындар яуланы. Башҡортостандың төрлө мәктәптәренән йыйылған фольклор коллективтары ла эпостарыбыҙҙағы ваҡиғаларҙы йөрәктәре аша үткәреп, ысын актёрҙар кеүек уйнарға тырышты. Мәҫәлән, Ишембайҙағы Александр Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округының башҡорт кадет корпусы командаһы конкурсты ябыу тантанаһында ла бик матур сығыш яһаны. Тап ошо егеттәр эпостарҙы сәхнәләштереү буйынса конкурста еңеүсе булды ла инде.

Бәйгелә ҡатнашыусылар шулай уҡ «Сағыу әкиәт образын тыуҙырған өсөн», «Мифик образды оҫта сағылдырған өсөн», «Актёрлыҡ оҫталығы», «Милли идеяны сағылдырған өсөн», «Эпик традицияларға тоғро ҡалыу» кеүек номинацияларҙа ла бүләкләнде. Иң-иңдәргә шулай уҡ махсус бүләктәр ҙә тапшырылды.

География киңәйә, тигәндән, мәҫәлән, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналис­тика факультетының махсус бүләгенә лайыҡ булған Лиана Вәлиева Борай районы Яңы Таҙлар мәктәбенең IX синыфын тамамлаған. Ҡыҙ эпос­тың 3 мең 500 юлын ятлаған. Думбырала, ҡумыҙҙа уйнай, шиғыр һөйләүселәр бәйгеләрендә әүҙем ҡатнаша икән. Был мәктәп инсценировка ла күрһәткән.

– Декорацияларҙы, костюмдарҙы үҙ ҡулдарыбыҙ менән тырышып әҙерләнек. Унда Эмилия Суфиянова, Ләйсән Ғәлләмова, Элина Вәлиева ҡатнашты. Сәрүәр Суринаның «Аҡ таш, ҡара таш» пьесаһынан өҙөк сәхнәләштерҙек. Ишембайҙа бик оҡшаны, кешеләре мөләйем, алсаҡ. Торатауҙы күрҙек, рәхмәт ойоштороусыларға, – ти команда етәксеһе Раушания Хәниф ҡыҙы Әхәтова.

Баһалама комиссияһы ағзалары тураһында ла бик йылы һүҙҙәр әйтә конкурста ҡатнашыусылар. Миндебай Бәхтиәр улы Юлмөхәмәтов министр урынбаҫары булып эшләгән ваҡытта ошо бәйгене башлап ебәреүселәрҙең береһе була. Әле һаман да сараның уртаһында ҡайнай. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы – үҙе бер шәхес тәрбиәләү мәктәбе ул, тип дөрөҫ әйтәләр. Бында Урал батыр кеүек егеттәр, Һомай кеүек ҡыҙҙар тәрбиәләнә.


– Мин Күгәрсен районының Ҡалдар ауылында тыуғанмын. Йыл да үткәрелеп торған шиғыр, «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурстарында, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашам. «Урал батыр»ҙы V cиныфтан өйрәнә башланым, ә быйыл бәйгегә тулыһынса ятлап килдем һәм Гран-при яуланым. Еңеүемә бик шатмын, сөнки ныҡ тырышып әҙерләндем һәм башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәндем. Быйылғы бәйге бай йөкмәткеле булды. II турҙың Торатау итәгендә үтеүе мәңге онотолмаҫ. Гран-при яулауымда уҡытыу­сым Гөлсинә Фәйзулла ҡыҙы Йосоповаға бик рәхмәтлемен. Ул мине дәртләндерҙе, рухландырҙы. «Урал батыр»ҙы, минеңсә, һәр башҡорт белергә, өйрәнергә һәм ошо ҡомартҡыны киләсәк быуынға тапшырырға тейеш, – ти ҡыҙ.

«Урал батыр» конкурсында уҡыусылар үҙҙәренә әллә күпме тәжрибә туплай, уның барышында абруйлы шәхестәребеҙҙең төплө кәңәштәрен ишетә. Педагогия фәндәре кандидаты Вәкил Хажин да юҡҡа ғына:

– Һәр бер халыҡтың йәшәүенең нигеҙе – тел. Ер йөҙөндәге бер нисә халыҡтың ғына бер-икешәр эпосы бар. Ә беҙҙеке – 40! Яҙып алынған йырҙарыбыҙҙың һаны – 1 мең ярым тирәһе. Бына ниндәй ҙур байлығыбыҙ бар! Беҙҙең халыҡты һаҡлап торған тағы бер һүҙ: «батыр». Үҫер илдең балаһы бер-береһенә: «Батыр», – ти, үҫмәҫ илдең балаһы бер-береһенә: «Бахыр», – ти. Бер-берегеҙгә: «Батыр», – тип әйтегеҙ, – тип белдермәне бит.

Эйе, берҙәм булғанда, йәштәр араһында халҡыбыҙҙың бөйөк эпосы «Урал батыр»ҙы өйрәнеүселәр күбәйгәндә, милләтебеҙгә ҡурҡыныс янамаҫ, Алла бирһә.


– «Урал батыр» – башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө. Ҡәҙерле уҡыусылар, һеҙҙең эпосыбыҙҙы яттан белеүегеҙ, уның асылын аңлауығыҙ маҡтауға лайыҡ. Бының менән һеҙ сәсәнлек традицияларын дауам итәһегеҙ һәм артабан үҫтерәһегеҙ. Урал батыр кеүек Тыуған илен һаҡлаусы, яратыусы быуын булып үҫерһегеҙ, халҡыбыҙҙың тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларын өйрәнеүҙе, таратыуҙы киләсәктә лә дауам итерһегеҙ, тип ышанабыҙ.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
Читайте нас: