+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
12 Июль 2019, 13:23

"Эколог та, урмансы ла бит үҙебеҙ!"

Йәш экологтар һәм урмансыларҙың быйылғы XXVI республика слёты Саҡмағош районының «Аҡсарлаҡ» балалар һауыҡтырыу лагерында уҙҙы һәм Башҡортостандың 100 йыллығына арналды. Бында, әлбиттә, һайлап алыу турын уңышлы үткән мәктәп командалары килгәйне. Тәүге көндө улар үҙҙәре менән таныштырҙы. Иртәгәһенә инде уҡыусыларҙы теоретик тур көтә ине.



Һорауҙарға яуап биреү еңелдән булмағандыр: эколог, урмансы күҙлегенән сығып, ғалимдарса фекерләп яҙыу күп белем талап итә бит. Тәүге тур­ҙан һуң слётты асыу тантанаһы үтте. Шул уҡ көндө икенсе һынау – номинациялар буйынса әңгәмәләшеү булды. Һәр ҡатнашыусы жюри алдында өҫтәл артына ултырып билет һорауҙарына яуап бирҙе, йәнле әңгәмә ҡорҙо.

Был ваҡытта «Экорост» гәзитенең мөхәррире Людмила Суркова етәкселәргә гәзиткә мәҡәлә яҙыу буйынса оҫталыҡ дәресе күр­һәтте, конкурсҡа тапшырылған эштәргә йомғаҡ яһаны. «Натуралистика», «Урман робинзондары», «Ҡарар ҡабул итеү» этаптарынан торған команда менән ҡатнаша торған ярыш та йәнле генә барҙы.


Өсөнсө көндө беҙҙең менән бер бүлмәлә йәшәгән Арина Гришанова таңғы 5-тән тороп, «ҡоштар батшабикәһе» Эльза Земфир ҡыҙы Ғәббәсова менән орнитология конкурсының сираттағы этабына – ҡоштар һанарға сығып китте. Етенсе яртыла Богдан Симонов төрлө пробирка, кәрәк-яраҡтар күтәреп, гидробиологиянан яҡында­ғы йылға һыуын тикшерергә йыйынған егеттәр һәм ҡыҙҙар янына йүгерҙе. Ә сә­ғәт ундан иһә башҡа бөтә ҡатнашыусылар ҙа жюри ағзалары менән айырым билдәләнгән маршруттар буйынса тикшеренеү эштәренә йүнәлде. Команда етәкселәренә улар янына барырға ярамай, сөнки һәр бала үҙ аллы тикшеренеү үткәреп, отчётты ғилми-тикшеренеү формаһында яҙып, конференцияла яҡларға тейеш.


Нисек кенә башҡарып сығыр­ҙар икән, тигән уй менән мин йыраҡтан ғына күҙәтәм. Тупраҡты өйрәнеүселәр көрәктәр күтәреп жюри менән урман эсенә инеп китте, гидробиологтар һәм орнитологтар отчёт яҙырға ултырҙы, урман таксаторҙары ағас­тар һанарға, башҡалар төрлө ағас ауырыуҙарын, ҡорот­ҡостарын билдәләргә, күбәләктәр һәм бөжәктәр йыйырға тотондо. Ботаниктар һәм дендрологтар билдәләнгән урындарҙа үҫкән бөтә төр үҫемлек, ағастар­ҙы тиҙ генә асыҡлай башланы.

Киске ашҡа йыйылғас, балаларҙың арығанлығын, шул уҡ ваҡытта шатлыҡлы йөҙҙәренә ҡарап, был этапты ла уңышлы үтеүҙәрен аңларға була ине. Йоҡлар алдынан спорт мәктәбе коллективы төрлө уйындар ойошторҙо. Иң әүҙемдәр һәм көслөләр Почёт грамоталары менән бүләкләнде. Бөтә ҡатнашыусыларға татлы приздар өләштеләр.

Ҡояш ҡалҡыу менән күбәләк тота торған ҡулайлама күтәреп йөрөгән бер ҡыҙға йыш ҡына һоҡланып ҡарай инем. Коллекцияһы менән ҡаршыма осрағас, һөйләшеп киттек. Өфөнән Айгөл Байғазина икән. Рәсәй кимәлендә экологиянан олимпиада призёры булған. Ә һәр конкурсты фотоға төшөрөп, диктофон күтәреп йүгереп йөрөгән малай – Артём Сөләймәнов. Дим районындағы 102-се мәктәптә уҡый икән. Ул киләсәктә, бәлки, экология темаһын тәрән яҡтыртыусы журналист та булып китер әле.


Үҙем мәктәп урмансылығы етәксеһе булғас, күберәк йәш урмансылар менән аралашырға тура килде. Әбйәлил районы үҙәге Ас­ҡар­ҙан «Йәшел урман»­ды белмәгән кеше юҡтыр. Үҙҙәрен күптән танытып өлгөрҙө инде улар. Хатта Рәсәй кимәлендә лә.

Слёттың иң йәш, яңыртылған командаһы Илеш районы Исәмәт мәктәбенең бишенселәренән торған «Ҡайынҡай» командаһы ине. Тәүгә генә ҡатнаш­һалар ҙа, бер ҙә ҡаушап ҡалманылар. Лиана Нас­ретдинова – «Ботаника», Ралина Хисмәтуллина «Туп­раҡты өйрәнеү» номинацияһында призёр булды.

Бишбүләк районы Айыт мәктәбенең «Ҡайынҡай» ҡыҙҙары ла һоҡландырҙы. Өҫтәүенә, үҙҙәренең эше тураһында ҙур гәзит тә сығарып алып килгәндәр. Афарин!


Кисен райондың йәштәр үҙәге белгестәре күңелле уйындар ойошторҙо. Бер нисә йыл рәттән үҙе лә ошо слёттың иң әүҙем ҡатнашыусыһы булған Линар Белый йәнле дискотека үт­кәр­ҙе. Йола буйынса, хушлашыу усағы янына тирәләп ултырғас, Республика балалар экология-биология үҙәге методисы Сергей Владимирович Герасимов гитарала уйнап, турист йырҙарын башҡарҙылар. Бер-береһе менән ысын дуҫтарға әйләнгән балаларҙың күҙҙәрендә бары тик шатлыҡ осҡондары ғына балҡый ине.

Шуны әйтеп үтергә кәрәк: cлёт юғары кимәлдә ойошторолғайны. Жюри ағзалары итеп билдәле ғалимдар, төрлө абруйлы белгестәр саҡырылған. Һәр командаға Саҡмағош районының иң оҫта педагогтарынан кураторҙар билдәләп ҡуйылғайны. Ашханала аштар­ҙы телеңде йоторлоҡ итеп уңған апайҙар бешерҙе. Ә шәфҡәт туташы Айгөл апайҙары көн дә бөтә балаларҙың сәләмәтлеген күҙәтеп торҙо, кәрәк саҡта ярҙам күр­һәтте. Уларҙың барыһына ла рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Иң тулҡынландырғыс мәл – слётты ябыу, еңеүселәрҙе билдәләү ваҡыты ла етте. Экологтар араһында кем еңеүсе булды, тиһегеҙме? Әлбиттә, белореттар! Шарандан Аяз Гәрәев – иң яҡшы эколог, Әб­йәлилдән Алһыу Кәримова иң яҡшы йәш урмансы тип билдәләнде. Уларҙың зирәклегенә, белеменә һоҡланмаған кеше булмағандыр. Ә йәш урмансылар­ҙан – әбйәлилдәр еңеүсе. Бөтә ҡатнашыусыларға Почёт грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

«Хуш, слёт!» – тип төрлө пландар ҡороп, бер-береһе менән гел аралашып торорға һүҙ ҡуйышып, балалар ҡайтыр юлға сыҡты. Йәйегеҙ күңелле, файҙалы, хәүефһеҙ үтһен!

Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА.

Читайте нас: