+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
27 Сентябрь 2019, 15:34

«Сириус» һәләтлеләрҙе көтә

«Сириус» мәғариф үҙәге 2015 йылда «Һәләт һәм уңыш» фондының бағыусылар советы директоры, Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән асыла. Дүрт йыл эсендә унда илдең төрлө төбәктәренән 31 мең уҡыусы белемен арттырған. Ай һайын 10 – 17 йәшлек 800 бала килә. «Сириус»тың маҡсаты – фән, сәнғәт, спорт буйынса һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм артабан таланттарын үҫтерергә ярҙам итеү.


Бында дәрестәрҙе иң алдынғы физика-математика, химия-биология, спорт мәктәптәре уҡытыу­сылары, илдең танылған музыка, балет, һынлы сәнғәт эшмәкәрҙәре алып бара.

Программалар түләүһеҙ: юл, туҡ­ланыу, йәшәү хаҡын «Талант һәм уңыш» мәғариф фонды түләй.

Беҙҙең республиканан да Ҡара диңгеҙ буйындағы уҡыу үҙәгенә барыусылар бихисап. Әле яңыраҡ 29 уҡыусы химия һәм инженерлыҡ буйынса бер аҙналыҡ сменала булып ҡайтты. Шулар­ҙың 12-һе республика инженер интернат-лицейынан ине. Әйткәндәй, был белем усағы Өфө дәүләт нефть-техник университеты менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, уның ҡарамағындағы уҡыу йорто һанала.

«Сибур-холдинг» нефть-химия компанияһы Рәсәй ҡалаларында IX – XI синыфтар араһында конкурс ойоштороп, «Сириус»ҡа төркөм йыясағын белгәс, бәйгелә уҡыусылар күпләп ҡатнаша. Мотивацион эссе яҙалар, квест һорауҙарына яуап бирәләр. Республика инженер интернат-лицейының йәш химиктары айырыуса һәйбәт һө­ҙөмтә күрһәтә. Шуға ла Башҡорт­остан деле­гацияһының яртыһы тиерлек улар­ҙан тора. Шуларҙың береһе – X синыфтан Рамаҙан Ғәлиәкбәровтан Сочи тараф­тарынан ниндәй тәьҫораттар менән ҡайтыуы тураһында һораштыҡ.


– Ә нисек «Сириус»ҡа эләгергә? – тип ҡыҙыҡһынабыҙ.

– Был мәғариф үҙәгенең сайтына (soshisirius.ru) инеп, ғариза яҙып һалырға кәрәк. Унда бөтә ҡағиҙәләр күрһәтелгән. Конкурс ҙур инде. Халыҡ-ара, Рәсәй кимәлендәге олимпиада, бәйге, ярыштарҙа еңеүселәрҙе иң беренсе сиратта алалар. Почёт грамоталарың, Маҡтау ҡа­ғыҙҙарың күп булһа, «Сириус»ҡа эләгергә өмөтөң ҙурыраҡ.

Бына нисек икән! Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙҙең арала ла һәләтлеләр, Рәсәй, республика кимәлендә яулаған уңыштарығыҙ бар икән, әйҙәгеҙ, бәхетегеҙҙе һынап ҡарағыҙ.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
Читайте нас: