+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
14 Октябрь 2019, 12:22

Ижад бәйгеһен йомғаҡлап

Ғафури районында бына 19 йыл инде уҙғарылып килгән «Өмөтлө ҡәләм» бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. Йөҙәрләгән бала ҡатнашҡан был сараны танылған яҙыусы Гөлнур Яҡупова башлап ебәреп, үҙенең премияларын булдырғайны.

Был юлы конкурста Красноусолдағы башҡорт интернат-гимназияһынан Диана Рәхимова, Үзбәк мәктәбенән Ильяс Рәсүлев, Красноусолдағы 2-се мәктәптән Әлфинә Юлмөхәмәтовалар премияға лайыҡ булып һөйөндө. Ә дәртләндереү приздары интернат-гимназиянан Динар Ғайсин менән Юлыҡтан Гөлнәзирә Юлмөхәмәтоваға бирелде. Һәр бүләкләнеүсегә әҙибә автографлы ки­таптарын тапшырҙы. Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы, йыл­дағыса, ҡәләм тибрәтеүсе, әҙәби ижадҡа тар­тылыусы балалар өсөн әҙәби әҫәрҙәр яҙыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә уҙғарҙы.

Йәш ижадсыларҙың быйылғы байрамы Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат-гимназияһында уҙҙы. Әҙибә уның директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасиповаға, белем усағындағы күҙгә ташланып торған ыңғай үҙгәрештәргә һоҡланыуын белдереп, китапхана фондына үҙенең яңы китаптарын бүләк итте.

Күркәм тантанала утыҙҙан ашыу бала төрлө номинацияларҙа еңеүсе тип табылды, уларға район ойошмалары һәм эшҡыуарҙары әҙерләгән бүләктәр таратылды. Сараны уҙғарыуҙа, яҡтыртыуҙа район мәғариф бүлеге һәм «Табын» район гәзите редакцияһының ярҙамы баһалап бөткөһөҙ булды.


Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.
Ғафури районы.



Күбәләк



Баҡсалағы сәскәләргә

Ҡунды сыбар күбәләк.

Матур-матур сәскәләргә

Ҡунһын, әйҙә, күберәк.


Сәскәләрҙең төрлөһө бар:

Ал, ҡыҙыл һәм күктәре.

Күбәләк ҡанаттарына

Төшөрә һүрәттәрен.


Диана РӘХИМОВА, V синыф уҡыусыһы.
Красноусолдағы башҡорт интернат-гимназияһы.



Аҡбуҙатым – хыял атым


Атым шулай шәп елә

Тауҙар, яландар аша.

Исем ҡуштым – Аҡбуҙат,

Хыялымда сапҡан ат.


Мине эҙләп ул сапһын,

Тауҙарҙы урап сыҡһын.

Һыуҙарҙы йөҙөп үтер,

Хыялым уны көтөр!

Аҡбуҙатым, елеп кил,

Дуҫ икәнемде һин бел.


Ильяс РӘСҮЛЕВ, VII синыф уҡыусыһы.
Үзбәк мәктәбе.



Оло рәхмәт әйтәбеҙ!

Мостай Кәримгә арнап



Бала саҡта беҙ дәрестә

«Өс таған»ды төҙөнөк.

Айҙар, Ғабдуллалар менән

Ярыштарҙа йөрөнөк.


Уҡытыусыма бүләккә

Һинең йырҙы һайланыҡ.

Оксана, Йәмилдәр менән

«Беҙҙең өйҙөң йәме» ныҡ.


«Үлмәҫбай», Теребай менән

Һуғышта ла ҡатнаштыҡ.

«Оҙон-оҙон бала саҡ»та

Кендек менән уйнаныҡ.


Быйыл һинең 100 йыллыҡты

Беҙ билдәләп үтәбеҙ.

Шундай шәп әҫәрҙәр өсөн

Оло рәхмәт әйтәбеҙ!


Гөлнәзирә ЮЛМӨХӘМӘТОВА, VI синыф уҡыусыһы.
Юлыҡ мәктәбе.

Читайте нас: