Был бәйге йылдан-йыл географияһын киңәйтә бара. 1996 йылдан «Ап-аҡ ҡарҙар» исеме менән башланғыс алған конкурс тәүҙә ҡала кимәлендә уҙғарыла. Унан инде төбәк уҡыусыларын да туплай. Быйыл бәйге икенсе тапҡыр республика киңлегенә сыҡты. Урал аръяғы ҡала, райондары бәйгеһенә Ҡырмыҫҡалы, Яңауыл, Бүздәк, Баҡалы, Кушнаренко, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Өфө, Октябрьский, Ишембай вәкилдәренең ҡушылыуы шәп тә ул!
Ярыш талаптарына ярашлы, ҡатнашыусыларҙан проза, поэзия, журналистика буйынса эштәр ҡабул ителде. Малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың күңел нуры менән һуғарылған ижад емештәрен журналистика ветераны Таңһылыу Ғәйнуллина, БДУ-ның Сибай институты доценты Нәйлә Ыласынова, «Башҡортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Кәримә Усманова, «Атайсал» гәзите журналисы Гөлдәр Ҡадаева, БДУ-ның Сибай институты доценты Гөлкәй Сәмерхановалар йөкмәткеһе һәм әҙәби кимәле йәһәтенән баһаланы. Бәйгеселәр араһынан иң көслө 18 кеше һайлап алынып, киләһе турға саҡырылды. Икенсе этапта йәш ҡәләм оҫталары ижади эш башҡарҙы.
Уҡыусылар илһам донъяһын гиҙгән ваҡытта етәкселәре иһә Таңсулпан Ғарипова үткәргән оҫталыҡ дәресенә йыйылды. Рух, тел, милләтебеҙ киләсәге темаһына арналған фекер алышыу йәнле шарттарҙа уҙҙы. Был һөйләшеүҙән һуң һәр уҡытыусы үҙенең асылы, халҡыбыҙҙың иртәгәһе хаҡында ныҡлап уйланыр, тип ышанғы килә. Ни тиһәң дә, уның бурысы үҫеп килеүсе быуындың күңеленә шул орлоҡтарҙы һалыу ҙа бит әле.
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханова ойошторған «Тере тауыш» тип аталған сарала йәш ижадсылар һәм уларҙың остаздары яҙыусы менән осрашты. Күренекле шәхестәр, Таңсулпан Ғарипова ижады, бөгөнгө әҙәбиәт һәм башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләләре лә ситтә ҡалманы. Һорауҙарға яуап алыуҙан тыш, өлкәндәр өсөн уҡыусыларҙың фекерен ишетеү фәһемле булғандыр.
Шуны әйтеү мөһим: Сибай интернат-гимназияһында етенсе тапҡыр үткәрелгән бәйгегә Таңсулпан Хизбулла ҡыҙының килмәй ҡалғаны юҡ. Уҡыусыларҙың эштәре менән шәхсән таныша, үҙенең баһаһын бирә, тантаналы рәүештә бүләктәрен дә тапшырып ҡуя.
Еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһына мәғариф министрлығынан милли мәғариф бүлегенең баш белгесе Роза Хөснуллина килгәйне. Ул йәш таланттарға һоҡланыуын белдереп, телебеҙ киләсәге нәҡ рухлы балаларҙа икәнлеген әйтеп үтте.
Халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, директорыбыҙ Роза Бикбова һәм саҡырылған ҡунаҡтарыбыҙ ҙа конкурстың әһәмиәтен юғары баһаланы.
– Бөйөк Мостайҙың шундай һүҙҙәре бар: әҙәбиәт һөйгән, ижад иткән кешеләр планетаның ҡояшлы яғында йәшәй. Һеҙ ҙә ҡояшлы ерҙә йәшәүегеҙ менән бәхетле, – тип ҡыуанысын йәшермәне Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы. – Ижадҡа тартылған кеше насар уйлы булмай. Сөнки уларҙың күңеле һәр саҡ матурлыҡҡа һәм камиллыҡҡа ынтыла.
Шулай итеп, шиғриәт секцияһында Бөрйән ҡыҙы Гөлназ Биргәнова, прозала Учалынан Эльвира Хужина, журналистикала иһә Бөрйәндән Зилиә Буранбаева еңеүсе тип табылды. Түңәрәктәр араһында 20 йыллыҡ тарихҡа эйә Сибай интернат-гимназияһының «Аҡ ҡауырһын»ына (етәксеһе – Әлнисә Кәримова-Алдырханова) етеүсе булманы.
Таңсулпан Ғарипова һүҙҙәре менән әйткәндә, телебеҙ һәм әҙәбиәтебеҙ киләсәге – үҫеп килеүсе быуын ҡулында. Йөрәктәре ижад тип янған балаларҙың һәләттәрен ваҡытында асыу һәм үҫтереү – беҙҙең бурысыбыҙ. Бөгөн ижади конкурста уҡыусылар теләп ҡатнаша икән, был беҙҙе тағы ла дәртләндерә, яңынан-яңы эштәргә әйҙәй.