+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
23 Апрель 2020, 13:37

Изге эштәр өсөн – премия

Октябрь айында туғыҙынсы тапҡыр изге эштәр өсөн премия тапшырыласаҡ. Уға ғаризаларҙы ҡабул итеү апрель айынан башланып, 1 авгусҡа тиклем дауам итә.

Ойоштороусылар – «Мир» Бөтә Рәсәй йәштәр йәмәғәт ойошмаһы һүҙҙәренсә, изге аҙымдар тормошта ҙур әһәмиәткә эйә. Премия йәмәғәт башланғысы, ирекмәнлек, мәрхәмәт һәм йәмғиәт мәнфәғәте өсөн башҡа өлкәлә күренерлек сағыу эштәр өсөн тапшырыла. Ул «Изге яңылыҡтар», «Төплө башланғыс», «Алға даими хәрәкәт», «Экология яуаплылығы», «Батырлыҡ», «Изге коллектив», «Ҡарамаҫтан», «Халыҡ премияһы» номинациялары буйынса биреләсәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте http://премиямира.мы-мир.рф сайтында алырға мөмкин.
Читайте нас: