+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
16 Май 2020, 15:57

Боронғо урыҫ йырҙарын башҡарыусылар өсөн бәйге

Башҡортостанда «Тыуған еребеҙ йырҙары» боронғо урыҫ йырҙары республика асыҡ конкурсына эштәр ҡабул ителә башланы. Ул Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәрен байрам итеү сиктәрендә ойошторола.

Быйыл боронғо урыҫ йырҙарының республика фольклор байрамы беренсе тапҡыр онлайн рәүештә үтәсәк. Уны республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Өфө районы хакимиәте, «Башҡортостан урыҫтары соборы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойоштора.
Бында кемдәр ҡатнаша ала һуң? Урыҫ йырҙары һәм фольклор композицияларын башҡарыусы төрлө йәштәге яңғыҙ башҡарыусылар, ғаилә ансамблдәре, фольклор-этнографик ансамблдәр, фольклор клубтары һәм берекмәләре, урыҫ йырҙары хорҙары...
Бәйгелә ҡатнашыу өсөн төрлө жанрҙағы ике боронғо урыҫ йырының видеяҙмаһын әҙерләргә кәрәк:
– оҙон (лирик, тарихи, эпик, сәңгелдәк, данлаусы);
– бейеү (әйлән-бәйлән, календарь, бейеү өсөн...)
Конкурстың мөһим шарттарының береһе: тәҡдим ителгән йырҙарҙың береһе үҙеңдең төбәгеңдә, урында яҙҙырылырға тейеш. Уларҙың «тере тауыш» менән башҡарылыуы мотлаҡ һанала. Бөтә ҡатнашыусыларға ла халыҡ кейемдәрендә сығыш яһау мотлаҡ. Урыҫ халҡының боронғо көнкүреш әйберҙәре эргәһендә видеяҙма төшөрөү ҙә хуплана. Ғаризалар 23 майға тиклем ҡабул ителәсәк. Һөҙөмтәләр 29 майҙа яһаласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо сайтта http://addnrb.ru/dokumenty/polozheniya белә алаһығыҙ.
Читайте нас: