Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
19 Октябрь 2020, 14:29

Сәсәндәр онлайн ярышасаҡ

Бөтә Рәсәй сәсәндәр бәйгеһе быйыл онлайн режимда үткәреләсәк. Ул 30, 31 октябрҙә уҙа.

Өфөгә ойоштороу комитетына конкурста ҡатнашырға теләүселәрҙән 35 ғариза килгән. Улар - Пенза, Ульянов, Тамбов, Ырымбур, Силәбе, Свердлов өлкәләренән, Коми Республикаһынан, Ненец автономиялы округынан, Удмуртия, Алтай, Татарстан, Пермь крайы, Екатеринбургтан.
30 октябрҙә төрлө республикалар һәм ҡалалар ғалимдары, фольклорсылары ҡатнашлығында фәнни-практик кәңәшмә лә ойоштороласаҡ. Ул алдағы йылда уҙасаҡ Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек маҡсатынан үткәрелә.
Читайте нас в