+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
25 Декабрь 2020, 15:20

Айлина - "Сулпылар" еңеүсеһе

2020 йылда «Тамыр» телеканалы ойошторған «Сулпылар» республика телевизион йыр-моң конкурсында Стәрлетамаҡтағы Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-cө гимназияның V синыф уҡыусыһы Айлина Дәүләткилдина Гран-при яуланы. Уны еңеүе менән ҡотлап, үҙе тураһында һөйләүен, тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һораныҡ. Айлина республикала йәшәгән бөтә тиҫтерҙәренә теләктәрен дә еткерҙе.

– Биш йәштән йырлай башланым. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә «Дан минуты» конкурсында «Әсәйемә» тигән йырҙы өс телдә – башҡортса, урыҫса, инглизсә башҡарып, Гран-при яулағайным.

Ғаиләбеҙҙә атайым гармунда уйнап, матур итеп йырлай. Уның һәләте миңә күскәндер, тип уйлайым. Эстрада, баш­ҡорт халыҡ моңдарын тыңларға һәм башҡарырға яратам.

Ҡала мәҙәниәт һарайында «Водолей» өлгөлө эстрада йыры студияһында шөғөлләнәм. Етәксем Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы Иҫәнбәтова ҡалала үткән «Кескәй йондоҙсоҡ» конкурсында ҡатнашырға тәҡдим иткәйне. Унда I дәрәжә диплом менән бүләкләндем. Төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашыу бик оҡшай. Һәр ваҡыт ныҡлы әҙерләнеп, тырышып сығыш яһайым. Призлы урын яулаһам, тағы ла дәртләнеп китәм. Етәксем, атай-әсәйем, туғандарым гел ҡанатландырып тора.

Уҡыуҙа «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә өлгәшәм. Яратҡан дәрестәрем – башҡорт теле, әҙәбиәте, урыҫ әҙәбиәте, тарих, биология. Мәктәптә үткән сараларҙа теләп ҡатнашам. Йыр­ҙан тыш, «Торатау» халыҡ бейеүҙәре ансамбленә, театр түңәрәгенә йөрөйөм. Буш ваҡытымда әсәйемә ярҙам итәм, һүрәт төшөрәм, китап уҡыйым.

«Сулпылар» конкурсында ҡатнашыу күптәнге хыялым ине. Быйыл үҙемде һынап ҡарарға булдым. Һайлап алыу турына видео төшөрөп ебәрҙек. Беренсе турға үткәс, бик ҡыуандым. Унда «Тулай буран» йырын башҡарҙым. Икенсе тур­ға «Урал» бәйетен алып килдем. Ныҡ тырышып әҙерләндек. Гран-при яулауымды иғлан иткәстәр, ныҡ тулҡынландым, хатта күҙҙәремә йәштәр тулды. Ҡыуанысымдың сиге булманы. Барыһына ла ҙур рәхмәт әйткем килә.

Бөтәгеҙҙе лә Яңы йыл менән ҡотлайым! Тырышып уҡығыҙ, алдығыҙға ҡуйған маҡсатығыҙға ирешегеҙ, өлкәндәрҙең кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА яҙып алды.
Читайте нас: