+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
25 Декабрь 2020, 12:16

Һоҡланғыс ҡар һындары

Ҡар - һәүәҫкәр скульпторҙар өсөн бик шәп материал. Йыл һайын Яңы йыл алдынан ауылдарҙа ойошторолған конкурс эштәрен ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Шундай оҫта итеп ишек алдарына төрлө һындар яһап ҡуялар, ысын тип уйларлыҡ.

Бынау фотоны ҡарағыҙ әле, һыйыр шундай һөйкөмлө күренә, шулай бит? Беҙгә һөт, ҡаймаҡ, ҡатыҡ, ҡорот биргән яратҡан малыбыҙ бит ул. Етеп килгән Һыйыр йылына ҙур өмөттәр бағлайбыҙ инде. Был ҡар һындарының авторы - Ишембай районы Яңы Һәйет ауылынан Нурғәле Буранов. Унда, һәр йылдағыса, "Ҡыш бабай килә гөрләп" тигән конкурс ойоштороп ебәргәндәр икән.
Ә Бөрйән районының Брәтәк ауылында бәйге "Иң матур Ҡар бабай" тип атала. Тәүгеләрҙән булып үҙенең эшен Радмир Исламов тәҡдим иткән. Матур килеп сыҡҡан, шулай бит?
Дуҫтар, һеҙҙең яҡта ла ҡарҙан һындар эшләү буйынса конкурс ойоштороламы? Эштәрегеҙҙе "Йәншишмә" гәзите төркөмөнә лә ебәрегеҙ.
Читайте нас: