Бәйгелә балалар йорттарынан, социаль приюттарҙан, интернат-йорттарҙан, коррекция үҙәктәренән 7-17 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр, инвалид балалар, етемдәр көсөн һынай ала.
Улар эштәрен түбәндәге номинациялар буйынса тәҡдим итә ала:
– әҙәби ижад – традицион шиғри формалар һәм бәләкәй проза әҫәрҙәре ( урыҫ, башҡорт, татар телдәрендә шиғыр, эссе, һүрәтләмә, хикәйә), шулай уҡ музыкаль оҙатыу менән автор әҫәрҙәре (йыр, романс).
— һынлы сәнғәт ижады – һынлы сәнғәт, графика, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, һылап яһау.
Конкурс тураһында тулыраҡ ошо һылтанма буйынса белә алаһығыҙ.