Һынауҙар, ғәҙәттәгесә, өс йүнәлешкә бүлеп уҙғарылды. Тәүгеһенә уҡытыу башҡорт телендә алып барылған милли мәктәптәр, гимназиялар, лицейҙар ҡарай, бында 187 уҡыусы көсөн һынаны. Икенсеһенә уҡытыу урыҫ телендә алып барылған белем усаҡтарында башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнгәндәр инә. Әлеге йүнәлеш буйынса 169 бала ҡатнашты. Өсөнсөһөндә иһә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡыған 352 бала белемдәрен күрһәтте. Олимпиадала ҡатнашыусылар өс эш төрөн үтәне: башҡорт теле һәм әҙәбиәте, мәҙәниәт буйынса тест, текст буйынса яҙма эш башҡарҙы, әңгәмә ҡорҙо.
– Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада туған телен яратыусы, Башҡортостан Республикаһының дәүләт телен ҡыҙыҡһынып өйрәнеүсе һәләтле балаларҙы асыҡларға ярҙам итә. Беҙ үҙебеҙҙең яҡтан олимпиада хәрәкәтен үҫтерергә тырышабыҙ. Әйткәндәй, 2019 йылдан төбәк-ара бәйге олимпиадаларҙың федераль исемлегенә инде. Был иһә призёр, еңеүсе булған сығарылыш синыф уҡыусыларына ҙур мөмкинлектәр аса. Үткән уҡыу йылынан алып республикабыҙҙың бөтә юғары уҡыу йорттары ла уларға өҫтәмә балдар бирә башланы. Төбәк-ара олимпиадаһында иң-иң булғандар һәм уларҙың уҡытыусылары республика Башлығы премияһына ла лайыҡ була. Башҡорт телен, әҙәбиәтен белгән уҡыусылар барҙа Башҡортостандың киләсәге лә өмөтлө, – тип белдерҙе олимпиаданы ябыу тантанаһында мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Зәкир ҡыҙы Ғәлиева.
Ул олимпиаданың 35 йыллыҡ юбилейы уңайынан йылдан-йыл иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән 10 белем усағын да билдәләп китте. Бына улар – Сибайҙағы «Ирәндек», Баймаҡтағы 4-се лицейҙар, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика, Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се, Ғафури районы Красноусолдағы, Ейәнсура районы Иҫәнғолдағы, Күгәрсен районы Мораҡтағы башҡорт интернат-гимназиялары, Дүртөйлөләге Назар Нәжми исемендәге, Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се һәм Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназиялары. Был белем усаҡтары етәкселәре һәм унда балаларҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә һөйөү уятҡан 15 уҡытыусы Рәхмәт хаттары менән бүләкләнәсәк.
Әлеге мәртәбәле бәйгелә гәзитебеҙҙең йәш хәбәрселәре лә ҡатнашыуы ҡыуаныслы. Баймаҡ районы Билал мәктәбенән Азалиә Нарынбаева, Баймаҡтағы 4-се лицейҙан Йәнгүзәл Зәйнуллиналар еңеүселәр рәтенә инде. Әбйәлил районы Асҡарҙағы Таһир Күсимов исендәге гимназиянан Светлана Килмөхәмәтова, Ләйлә Ишбаева, Бөрйән районы Байназар мәктәбенән Заһиҙә Моратшиналар ҙа һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтте.
Төбәк-ара олимпиадала еңеүселәр һәм призёрҙарға мәғариф һәм фән министрлығының дипломдары тапшырыласаҡ. Бүләктәр мәғариф бүлектәренә ебәреләсәк.
Яңыса онлайн үткәрелгән төбәк-ара олимпиада артта ҡалды. Быйылғы бәйгенең географияһы тағы ла киңәйеүе, ҡатнашыусылар һаны артыуы һөйөнөслө. Тимәк, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеүселәр, уның менән ҡыҙыҡһыныусылар күбәйә, тигән һүҙ. Был телһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр ярышында алған тәьҫораттар ҡыҙҙар һәм егеттәргә ҡанат ҡуйып, яңы еңеүҙәргә дәртләндерһен, тел һәм әҙәбиәт һаҡсылары булып үҫергә ярҙам итһен ине.
– 1986 йылда мин уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты мөдире булып эшләй башлаған ғына саҡ. Шул ваҡытта нисектер башҡа бер уй килде: нишләп һуң бөтә фәндәр буйынса олимпиадалар үткәрелә, ә үҙебеҙҙең туған телебеҙ буйынса ойошторолмай һуң? Был һорау мине ныҡ борсоно. Ҡайһы берҙә ошондай ваҡытта, юғарылағы күрһәтмәләрҙе лә көтмәйенсә, үҙең башлап аҙым яһарға кәрәк. Мин, кабинет мөдире булараҡ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиаданы үткәреү мәсьәләһен үҙемсә хәл иттем. Райондарға, ҡалаларға иғлан ебәрелде. Әле план буйынса бер ерҙә лә ҡаралмаған, уҡыусыларҙы йәшәтергә урын юҡ, һеҙ нимә эшләнегеҙ, тип мине аҙыраҡ теткеләп тә алдылар. Ләкин шулай булһа ла, беҙ ошо хәлдән бик уңай сыҡтыҡ. БДУ-ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Мирас Иҙелбаев, Ғиниәт Ҡунафин ҡотҡарҙы, тип әйтергә була. Уларға мөрәжәғәт иткәндән һуң башҡорт филологияһы факультеты студенттары менән һөйләштеләр ҙә олимпиадаға килгән балаларҙы бүлешеп алып, үҙҙәре менән бергә йәшәтеп, ашатып, бына шулай бәйгене уңышлы үткәреп ебәрҙек. Ни бары 48 район һәм ҡаланан ғына ҡатнашҡандар ине.
Икенсе йылына үҙебеҙҙең республиканан тулыһынса, шул уҡ ваҡытта күрше өлкәләрҙән – Ырымбур, Һамарҙан да килделәр. Бына шулай олимпиада төбәк-араға әйләнде.
Мәрхәбә ДӘҮЛӘТШИНА, Мәғарифты үҫтереү институтының Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге директор урынбаҫары, педагогика фәндәре кандидаты:
– Был олимпиадала башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән уҡыусыларҙың ҡатнашыуы телебеҙҙең йәмғиәттәге роленең үҫеш күрһәткесен билдәләй. Шуныһы ҡыуаныслы: бәйгегә килеүсе төрлө милләт уҡыусылары, башҡортса дөрөҫ итеп һөйләү менән бер рәттән, үҙҙәренең мәғлүмәтле булыуын да күрһәтте. Был маҡтауға лайыҡ. Улар башҡорт халыҡ яҙыусыларын, уларҙың әҫәрҙәрен, башҡорт теленең үҙенсәлектәрен дә бик яҡшы белә. Һәр тел – ул донъяға асҡыс, кеше телдәрҙе күберәк белгән һайын донъяны киңерәк танып белә, тормоштоң серҙәрен аса.
Йәнгүзәл ЗӘЙНУЛЛИНА, Баймаҡтағы 4-се лицейҙың IX синыф уҡыусыһы, йәш хәбәрсе, төбәк-ара олимпиада еңеүсеһе:
– 2021 йыл минең өсөн бик матур башланып китте. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара этапҡа үткәнемде белгәс тә күңелде ҡыуаныс һәм яуаплылыҡ хистәре солғап алды. Сөнки был күптәнге хыялым ине.
Олимпиадаларға килгәндә, мин беренсе булам, тип түгел, үҙеңде рухи яҡтан байытыу, йәштәштәр араһында фекерҙәштәр табыу өсөн ҡатнашыу мөһимерәктер, тип уйлайым. 2019 йылда ойошторолған «Йәйләү» лагерында бергә ял иткән дуҫтарымды ла күреү бәхете тейҙе. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада юғары кимәлдә үтте, һәр уҡыусы был эшкә бик етди ҡараны.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиадаларҙа дүртенсе синыфтан алып ҡатнашам. Үҙен хөрмәт иткән һәр кешегә туған телен, Башҡортостан мәҙәниәтен, тарихын белеү кәрәк, тип һанайым. Мөмкинлектән файҙаланып, ойоштороусыларға, миңә һәр ваҡыт ышанған атай-әсәйемә, әҙерләгән уҡытыусым Айгизә Рауил ҡыҙы Рәхмәтуллинаға, Баймаҡ ҡалаһының мәғариф бүлегенә һәм лицейыбыҙ етәкселегенә ҙур рәхмәтемде белдерәм.
– Ошондай ҙур бәйгелә еңеп сығыуыма бик шатмын. Туған башҡорт телемде, Башҡортостанымды бик яратам. Үҙ телемә һөйөүем ғаиләнән килә. Өйҙә башҡортса һөйләшәбеҙ, телдең бөтә нескәлектәрен мәктәптә уҡытыусым өйрәтте. Туған телемдә уҙған «Һаумы, һаумы, әкиәт!», «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү конкурстарында ҡатнашып, еңеү яуланым. Һигеҙенсе синыфта Башҡортостандың тарихы һәм мәҙәниәте буйынса олимпиаданың республика этабында еңеүсе булдым. Бөгөн дә шул шатлыҡлы хистәрҙе кисерәм.
Zoom-да алып барылған өсөнсө турҙа төрлө яҡтарҙан йыйылған тиҫтерҙәрем менән таныштым. Бөтәһе лә әүҙемдәр, маҡсатлылар, башҡорт телендә матур итеп һөйләшәләр. Мәктәпте тамамлап, көҙөн Өфөләге юғары уҡыу йорттарында осрашып, берҙәм йәшәһәк ине, тип теләйем. Киләсәктә туған республикабыҙға, халҡыбыҙға кәрәкле кешеләр булһаҡ ине. Атай-әсәйемә, уҡытыусыларыма, был олимпиаданы ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!
Руфина ИШБУЛАТОВА, Ырымбур өлкәһендәге Яңы Сергиевка районы Ҡотош мәктәбенең XI синыф уҡыусыһы, призёр:
– Төбәк-ара олимпиадала һигеҙенсе синыфтан һынау тотам. Беҙ дәрестәрҙә башҡорт телен, яҙыусыларҙың тормошон, ижадын өйрәнәбеҙ. Республиканан ситтә йәшәһәм дә, үҙ телемде яратам, туған телемдә һөйләшәм. Әлбиттә, башҡорт булыуым менән ғорурланам да.
Заһиҙә МОРАТШИНА, Бөрйән районы Байназар мәктәбенең XI синыф уҡыусыһы, йәш хәбәрсе:
– Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиадала өсөнсө йыл ҡатнашам. Быйыл тулыһынса онлайн рәүештә үткәрелгәс, һынауҙар ҙа икенсерәк ине. Беренсе турҙа тест һорауҙарына яуап эҙләнек, икенсеһендә текст өҫтөндә эш булһа, өсөнсөһө бигерәк тә яуаплылыҡ талап итте. Быныһында беҙ сәсәнлек, тел, әҙәбиәт, мәҙәниәт буйынса белемдәребеҙҙе күрһәттек, башҡортса тексты аңлап, уға тикшереү яһаныҡ. Әлеге һуңғы этапта уҡыусылар менән жюри ағзалары zoom платформаһы аша онлайн аралашты. Тексты уҡығандан һуң һәр беребеҙ үҙ фекерен еткерҙе, шуға ҡарап баһа ҡуйылды.