Ҡыҙҙар февраль башында уҡыусыларҙың Д.И.Менделеев исемендәге Бөтә Рәсәй фәнни-тикшеренеү эштәре конкурсының финалында ҡатнашҡан. Бәйге 13 номинация буйынса барған. XI синыф уҡыусыһы Лидиә Измайлова һәм унынсынан Гөлсинә Нәбиуллина экология йүнәлешендә яҙған эштәре менән алтын миҙалға, кубокка һәм дипломға лайыҡ булған.
- Был еңеү беҙгә уҡырға ингәндә Берҙәм дәүләт имтиханына кәмендә 10 балл өҫтәйәсәк,- тип ҡыуана ҡыҙҙар. Етәкселәре Әлмира Фуат ҡыҙы Таһирова ла бер нисә йыл ошо конкурсҡа еңеүселәр әҙерләгән, уҡыусыларҙы фәнни-тишеренеү эше менән шөғөлләнергә ҡыҙыҡһындырғаны өсөн "Мәғарифтағы хеҙмәттәре өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән. Уның уҡыусылары йәйге каникулға сығыр алдынан ниндәйҙер йүнәлеш буйынса эш һайлап, йәй буйы тәжрибә, тикшеренеү эштәре алып бара икән. Яңы уҡыу йылы башланғас, шуның һөҙөмтәһен ентекләп ҡағыҙға теркәйҙәр. Тырышлыҡ бушҡа китмәй. Мәскәү һынлы Мәскәүгә барып, ҙур конкурста ҡатнашып, еңеп ҡайтыу ҙур мәртәбә инде ул. Ҡыҙҙар өсөн илдең билдәле фән докторҙары, доценттарының нисек эҙләнеү эше яҙырға, аудитория алдында сығыш яһарға өйрәнеү тураһында сығыштары ла бик фәһемле булған.