+15 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
16 Февраль 2021, 15:26

Брәтәк уҡыусылары ла сәләмәт киләсәк яҡлы!

«Айыҡ ауыл – 2020» республика конкурсы тамамланыуға бара. Был саранан уҡыусылар ҙа ситтә ҡалмай. Төрлө бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашалар. Бөрйән районынан республика ярышына төпкөл Брәтәк ауылы үткәйне.

Афариндар, «Айыҡ ауыл» конкурсына ярашлы,үҙҙәрендә ниндәй генә саралар ойошторманылар. Хатта ваҡытлыса был ауыл райондың үҙәгенә әүерелеп торҙо, тиһәң дә хата булмаҫ.
Балалар һәм үҫмерҙәргә айырым иғтибар бүленде. Киләсәк улар ҡулында бит. Балалар баҡсаһында ла «Күңелле старттар» ойошторолдо. Уҡыусылар өсөн «Ҡышҡы спорт төрҙәре», «Саф һауала уйнау – сәләмәтлек билдәһе» кеүек саралар уҙҙы. Ә шашка ярышында күрше Аҫҡар, Исламбай һәм Брәтәк ауылдары ҡатнашты.
Район үҙәгенән «Мәсем» клубы педагогтары «Беҙ сәләмәт киләсәк өсөн» тип аталған спорт сараһы ойошторҙо. Район дауаханаһының баш табибы һәм полиция хеҙмәткәрҙәре менән «Заман афәтенә ҡаршы» тигән осрашыу, психолог, нарколог, опека һәм мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында «Тормош – һүнмәҫ гөл бит ул» тигән бик кәрәкле һөйләшеү булды.
«Айыҡ байрамдан – сәләмәт тормошҡа» тигән интернет конкурста иһә район ғаиләләре ҡатнашты, видеолар тәҡдим иттеләр, «лайыҡ»тар йыйҙылар. Брәтәктән ун бер бала тәрбиәләп үҫтергән Эльвира һәм Ишкилде Фәхрийәновтарҙың матур ғаиләһе еңеүселәр иҫәбенә инде. Йомғаҡлау сараһына бөтә райондан етәкселәр һәм төрлө ауылдарҙан еңеүсе ғаиләләр «Айыҡ ауыл – 2020» конкурсының район этабында еңеүсе Брәтәккә йыйылды. Бик ҙур байрам булды ул.
Брәтәк - Бөрйән, Белорет, Ишембай райондары менән сиктәш ерҙәрҙә урынлашҡан бик гүзәл тәбиғәтле, бай тарихлы, тырыш халыҡлы ауыл. Тирә-яғын тауҙар уратып алғанға ҡаҙан эсендә ултырған кеүек. Бер түгел ике - Брәтәк һәм Нөгөш йылғалары һыуға туйындыра. Балалар баҡсаһы ла, мәктәбе лә, мәҙәниәт йорто ла, мәсете лә, фельдшерлыҡ пункты ла, паркы ла, спиртлы эсемлектәр һатылмаған бер нисә магазины ла бар – береһе лә ябылмаған, киреһенсә, төҙөкләндерелә, матурлана. Сөнки тыуған ерен, тәбиғәтен яратҡан йәштәрҙең күбеһе ауылдарын ташлап китмәй, ҡарағайҙан икешәр ҡатлы йорттар һалып, ғаилә ҡороп, шунда төпләнеп ҡала. Шундай ауылдың республика кимәлендә хуплау табырға ла хаҡы бар!
Читайте нас: