

Силәбе өлкәһе губернаторы кубогында — 9 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар турнирында Реана беренсе урынға лайыҡ булды. Етмәһә, ҡатнашыусылар араһында иң бәләкәйе бит әле!
“Реана Кинйәбулатованың һөҙөмтәһе үҙенсәлекле: ул бөтә партияларҙа ла еңеп сыҡты, — тиҙәр “Толпар” спорт клубында. — Ул һуңғы айҙарҙа бик уңышлы сығыш яһай: Чебоксарҙа һәм Түбәнге Новгородта көмөш миҙал яуланы, ә хәҙер уның иҫәбендә — Урал алтыны”.
Фото: bashinform.ru.