+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
1 Июль , 16:00

«Һыуға ла батмаҫ яҡшылыҡ, Утҡа ла янмаҫ яҡшылыҡ»

  «Урал батыр» эпосын башҡарыусылар конкурсын Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы быйыл 26-сы тапҡыр уҙғарҙы.

«Һыуға ла батмаҫ яҡшылыҡ, Утҡа ла янмаҫ яҡшылыҡ»
«Һыуға ла батмаҫ яҡшылыҡ, Утҡа ла янмаҫ яҡшылыҡ»
 Уның тәүге ойоштороусыларының береһе, баһалама комиссияһы рәйесе филология фәндәре докторы, фольклорсы Әхмәт ағай Сөләймәнов ине. Ошо йылдар эсендә 480 бала эпосты тулыһынса ятлаған. Был һан йылдан-йыл күбәйер, Алла бирһә. Сөнки конкурсҡа ҡыҙыҡһыныу ҙа арта, хәҙер ул төбәк-ара статусына эйә һәм башланғыс синыф уҡыусылары ғына түгел, хатта балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре лә ҡатнаша ала. Шулай итеп, бәләкәйҙән үк кескәйҙәр бөйөк эпосыбыҙҙы өйрәнеүгә йәлеп ителә.
Быйылғы бәйге Өфөнөң 450 йыллығына һәм Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналды. «Урал батыр» эпосын башҡарыусыларҙың XXVI төбәк-ара конкурсын ябыу тантанаһы Өфө балалар филармонияһында уҙҙы. Финалда 53 йәш сәсән һам 17 фольклор коллективы ҡатнашты. Өс номинация буйынса көс һынаштылар: «Урал батыр» эпосын яңғыҙ башҡарыусылар, «Урал батыр» эпосын йәки башҡа эпик әҫәрҙәрҙән өҙөктө сәхнәләштереү», Салауат Юлаевҡа һәм Өфө ҡалаһына арналған видеороликтар конкурстары. Йәш сәсәндәрҙең сығыштарын филология фәндәре кандидаты Нәркәс Әхмәт ҡыҙы Хөбөтдинова етәкселегендәге абруйлы баһалама комиссияһы баһаланы. Улар араһында сәсәниә Розалия Солтангәрәева, режиссер, яҙыусы Сәрүәр Сурина һәм башҡа күренекле шәхестәребеҙ бар ине. Конкурсты ябыу тантанаһында балалар сағыу тамаша күрһәтте. Режиссеры – Башҡортостандың халыҡ артисы, Йәштәр театры актеры Илнур Лоҡманов. Йәш сәсәндәрҙең актерлыҡ һәләтенә, көслө рухлы булыуҙарына һоҡланып, ҡыуанып ултырҙыҡ. Бына бит милләтебеҙ яҙмышы кемдәр ҡулында! Бындай балаларыбыҙ булғанда башҡорт халҡының киләсәге өмөтлө. Оҙаҡ йылдар конкурстың жюри ағзаһы булып эшләгән Сәрүәр Сурина тәбрикләү һүҙендә Әхмәт Сөләймәнов әйткән һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөп үтте. «Урал батыр» эпосы менән башҡорт халҡы үҙен Урал тауҙарына ҡаҙаҡлап ҡуйған» тигәйне Әхмәт Сөләймәнов. Бөйөк эпосты уҡыған ваҡытта уҡ уның аҡылыбыҙ, аңыбыҙ өсөн ниндәй бөйөк һәм тәрән икәне, ниндәй ҙур роль уйнағаны күренә. Конкурсты ойоштороусы мәғариф һәм фән министрлығына, унда ҡатнашыусы балаларға, конкурсанттарҙы әҙерләүсе уҡытыусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ», – тине ул.
Быйылғы төбәк-ара "Урал батыр" эпосын башҡарыусылар конкурсында Запорожье өлкәһенән дә ҡатнашыусылар булыуы әһәмиәтле. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ ярҙамы менән килгән.
Әлбиттә, Запорожье уҡыусылары "Урал батыр" конкурсы тураһында белеп ҡалғас, ныҡлы әҙерләнгәндәр. Эпостың урыҫ телендәге вариантынан өҙөктәр ятлағандар. Үҙҙәрендәге һайлап алыу турында 20-нән ашыу кеше ҡатнашҡан, финалға бишәү килгән. Конкурстың "Видеороликтар" номинацияһына эштәрен тәҡдим итеп, улар призлы урындар алды. Ҡунаҡтар шулай уҡ бөйөк эпосты төрөк теленә тәржемә иткән ғалим, тел белгесе Ғәйнислам Ибраһимов иҫтәлегенә булдырылған махсус премияға лайыҡ булды. Уны баһалама комиссияһы ағзаһы, филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова тапшырҙы.
Башҡорттоң бөйөк "Урал батыр" эпосы бына шулай мөһим миссия үтәй: төрлө халыҡтарҙы дуҫлаштыра, берләштерә.
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында йәш сәсәндәрҙе, уларҙың етәкселәрен Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева тәбрикләне. Ул конкурстың абсолют еңеүселәренә министрлыҡтың дипломдарын һәм велосипедтар тапшырҙы. Ә кемдәр Гран-при яуланы һуң? Белорет ҡалаһы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһынан сығарылыш синыфы уҡыусыһы Регина Ғәлиева (етәксеһе Сәриә Ҡаһарманова) һәм Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт гимназияһының VII синыфын тамамлаған Яҙгөл Хәйруллина (етәксеһе Фаягөл Әмирханова). Шәп ҡыҙҙар шәп бүләккә лайыҡ булды. Икеһе лә – телһәйәр ҡыҙҙар, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашалар. Регина эпос менән I синыфта уҡ танышҡан, ә VI синыфта уны тулыһынса ятлап бөткән.
– Ошо конкурсты уйлап сығарыусыларға, унда ҡатнашыусыларға, шулай уҡ уҡытыусым Сәриә Ҡаһармановаға һәм «Иҙел башы» фольклор төркөмөнә оло рәхмәтемде белдерәм. Беҙ улар менән утты ла, һыуҙы ла бергә үттек. Ҙур рәхмәт барығыҙға ла, – тине ул шатлығы менән уртаҡлашып.
   «Урал батыр» эпосын яңғыҙ башҡарыусылар номинацияһында I урын Өфөләге 75-се«Аҡбуҙат» балалар баҡсаһынан Йәсминә Лоҡмановаға, Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһынан Искәндәр Лотфуллинға, Баймаҡ районының Сәйғәфәр мәктәбенән Зөһрә Солтановаға, Баҡалы районының Мостафа мәктәбенән Миләүшә Дусиеваға бирелде.
"Урал батыр" эпосын башҡарыусыларҙың XXVI төбәк-ара конкурсында «Урал батыр эпосын һәм башҡа эпик әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереү» номинацияһында Иҫке Собханғол мәктәбенең «Тарпандар» фольклор коллективы (етәксеһе - Фирүзә Фәрит ҡыҙы Кинйәбулатова) I урын яуланы. Ильмир Мырҙағолов, Арыҫлан Күлбаев, Алик Хәкимов, Ғәзинур Манаповтарға "афарин" тибеҙ. Улар сәхнәләштерелгән тамашала ҡатнашты, бик матур бейеү менән дә сығыш яһанылар. Кескәйҙәр араһында был номинацияла Әбйәлил районының Асҡар ауылынан «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы еңеүсе булды.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө гимназияһынан Айлина Дәүләткилдина, Иглиндәге 5-се мәктәптән Мәҙинә Байғусҡарова – "Ҡатын-ҡыҙ ролен оҫта башҡарыусы», Белореттағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһынан Ильяс Шаһиязданов һәм Йылайыр районының Юлдыбайҙағы балалар баҡсаһынан Азат Мостафин "Ир-егет ролен оҫта башҡарыусы" номинацияларында еңеүсе тип иғлан ителде.
Өфө фән һәм технологиялар университеты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, ЮНЕСКО һәм республика балалар баҫмалары ла махсус приздарын тапшырҙы. Беҙҙең «Йәншишмә» гәзите бүләктәренә Дыуан районы Мәсәғүттәге Тимер Йосопов исемендәге Республика лицей-интернаттың ижади коллективы һәм Салауат районы Янғантау мәктәбенән Эльвина Ҡазыханова лайыҡ булды.
«Иң яҡшы костюмлаштырылған образ» номинацияһында Әбйәлил районының Асҡарҙағы «Тирмәкәй» балалар баҡсаһынан Ралина Сәйетғәлина, Октябрьский ҡалаһынының 3-сө гимназияһынан Әминә Бәширова бүләкләнде.
Конкурсҡа 48 видеоролик тәҡдим ителгәйне. Улар Өфөнөң тарихи урындарына, Салауат Юлаевҡа арналған. Иң яҡшылары тип Запорожье өлкәһе Васильев районы Балков мәктәбенән Ариана Томиль, Салауат районы Әлкә мәктәбенән Айгиз Сәғәҙиев, Башҡорт архитектура колледжынан Әмирә Урманова эштәре аталды. Шулай уҡ Өфө һәм Салауат Юлаев тураһында, милли батырыбыҙҙың шиғырҙары яңғыраған видеояҙмалар буйынса еңеүселәр билдәләнде. Улар – Өфөләге Мостай кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһынан Мәҙинә Хәбибуллина, Учалы районы Илсе мәктәбенән Зарина Ильясова, Октябрьский коммуналь-төҙөлөш колеледжынан Милена Кашапова.
Конкурста ҡатнашыусылар өсөн төрлө мәҙәни саралар, экскурсиялар ҙа ойошторолдо. Һәр бала төбәк-ара «Урал батыр» эпосын башҡарыусылар бәйгеһенән рухланып, тағы ла ҙур маҡсаттар ҡуйып ҡайтҡандыр. Башҡорт халҡының бөйөк эпосы нигеҙендә ятҡан төп мәғәнә – яҡшылыҡ яманлыҡты еңер тигән төшөнсә бер ҡасан да әһәмиәтен юғалтмай.
«Күккә лә осор яҡшылыҡ,
Һыуға ла батмаҫ яҡшылыҡ,
Утҡа ла янмаҫ яҡшылыҡ,
Телдән дә төшмәҫ яҡшылыҡ.
Бары эшкә баш булыр,
Үҙеңә лә, кешегә лә
Мәңге йәшәр аш булыр».

 Юлай КӘРИМОВ фотолары.

    

«Һыуға ла батмаҫ яҡшылыҡ, Утҡа ла янмаҫ яҡшылыҡ»
«Һыуға ла батмаҫ яҡшылыҡ, Утҡа ла янмаҫ яҡшылыҡ»
«Һыуға ла батмаҫ яҡшылыҡ, Утҡа ла янмаҫ яҡшылыҡ»
«Һыуға ла батмаҫ яҡшылыҡ, Утҡа ла янмаҫ яҡшылыҡ»
«Һыуға ла батмаҫ яҡшылыҡ, Утҡа ла янмаҫ яҡшылыҡ»
«Һыуға ла батмаҫ яҡшылыҡ, Утҡа ла янмаҫ яҡшылыҡ»
«Һыуға ла батмаҫ яҡшылыҡ, Утҡа ла янмаҫ яҡшылыҡ»
«Һыуға ла батмаҫ яҡшылыҡ, Утҡа ла янмаҫ яҡшылыҡ»
«Һыуға ла батмаҫ яҡшылыҡ, Утҡа ла янмаҫ яҡшылыҡ»
«Һыуға ла батмаҫ яҡшылыҡ, Утҡа ла янмаҫ яҡшылыҡ»
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: