

Конкурстың бөтә шарттарын ошонда баҫып уҡы.
2026 йыл республикала Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ошо айҡанлы “Минең ғаиләм” тигән конкурс башланғас, мин дә үҙебеҙҙең матур һәм татыу ғаиләбеҙ тураһында яҙырға булдым.
Ғаиләбеҙҙә 5 кеше: әсәйем, атайым, мин, һеңлем һәм ҡустым. Мин VII синыфта “4” һәм “5” билдәләренә генә уҡыйым. Мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашам.
Иң өлкән бала булараҡ, туғандарымды ҡарашам, әсәйемә өй эштәрендә ярҙам итәм. Атайым Мансаф иретеп йәбештереүсе булып эшләй, иртәнән кискә тиклем бушамай, сөнки ғаиләбеҙҙе ҡайғырта. Ә ял ваҡыттарын беҙҙең менән үткәрә. Үҙе ҡурайҙа уйнай, ҡустыма ла өйрәтә. Әсәйемдең исеме – Лилиә, ул балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Әсәйем бик матур, һөйкөмлө һәм тырыш. Тәмле аштар бешерә, өйҙө таҙалыҡта тота. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, урындар ҙа яулай. Әсәйем өйҙә булғанда, шул тиклем йылы һәм яҡты.
Һеңлем Азалиә III синыфты тамамланы. Ул тыуғас, Азалиә булһын, тип исемде мин һайланым. Һеңлем матур итеп һүрәт төшөрөргә ярата, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Бейеү түңәрәгенә йөрөй. Ул – минең яҡын әхирәтем, тип әйтһәң дә була. Ҡустым Ильясҡа әле 3 кенә йәш. Балалар баҡсаһына йөрөй. Беҙ уның менән шиғырҙар ятларға яратабыҙ.
Ғаиләбеҙ менән ял көндәрен тәбиғәттә үткәрәбеҙ, төрлө өҫтәл уйындары уйнайбыҙ. Урманға еләк, бәшмәк йыйырға йөрөйбөҙ, йылғала атайым менән балыҡ тотабыҙ. Ваҡыт булғанда, милли ризыҡ әҙерләргә тырышабыҙ. Ауылға олатай-өләсәйҙәргә ҡайтып, байрамдарҙы бергә үткәрәбеҙ. Бигерәк тә бишбармаҡ, бәлеш ашарға, ҡымыҙ, буҙа эсергә яратабыҙ. Өләсәйем ҡорот эшләргә лә өйрәтте. Мин ғаиләмде бик яратам, уның менән ғорурланам.
Нәркәс ВӘХИТОВА, VII синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы.