-1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бала саҡ хәтирәләре
6 Декабрь 2019, 14:52

Саҡ-саҡ һыуға батманым

Балалар баҡсаһына йөрөгән сағым. Иртүк әсәйем сәсемде бантиклап үрә, иң матур күлдәгемде кейҙерә лә шунда етәкләп алып бара.

Их, күрһәгеҙ беҙҙең баҡсаның матурлығын! Ҙур бүлмәлә әллә күпме бәләкәй-бәләкәй өҫтәлдәр ҡуйылған, улар тирәләй тағы ла бәләкәйерәк ултырғыс­тар теҙелгән. Шкафтар­ҙағы уйынсыҡтарҙың иҫәбе-һаны юҡ.

Тәрбиәсебеҙ Гөлшат апай – донъялағы иң матур апайҙарҙың береһелер ул. Оҙон ҡара сәсле, һомғол буйлы, гел йылмайып һөйләшә. Беҙҙе йырларға, бейергә өйрәтә, төрлө ҡы­ҙыҡлы уйындар уйната.

Ашнаҡсы апайыбыҙ килеүебеҙгә тәмле бутҡа бешереп ҡуя. Ҡасан өлгөрәлер ул. Беҙ өҫтәл тирәләй дүртәү ултырабыҙ. Аша­ғанда һөйләшмәҫкә, кейемгә түкмәҫкә, ашты ҡалдырмай ашап бөтөрөргә кәрәклеген тәрбиәсебеҙ әйтеп кенә тора.

Уйнап алғас, тышта йөрөп инәбеҙ. Шунан төшкө аш та етә. Миңә компот оҡшай, бигерәк тә өрөк эсендәге ҡаты емеше. Уларҙы кеҫәмә тултырып алып ҡайтам. Күршелә генә йәшәгән әхирәтем Рәйлә менән ватып ашайбыҙ. Ул баҡсаға йөрөмәй – өйҙә өләсәһе бар. Ә минеке алыҫ ауылда йәшәй, йәй көндәре үҙенә ҡунаҡҡа барып ҡайтабыҙ.

Беҙҙең өй яр буйында ғына. Уның аҫтында шишмә аға, эргәһендә тал, тирәк ағастары үҫә. Беҙ шунда уйнайбыҙ, ҡаҙ бәпкәләрен көтәбеҙ.

Бына яҙ ҙа яҡынлашты, ҡарҙар ирей, көндәр йылына башланы. Бөгөн ҡояшлы, сыуаҡ көн. Балалар баҡсаһында әле бөтәһе лә йоҡлай. «Тихий час»ты мин яратмайым. Көндөҙ йоҡо килмәй, нисек бынау матур көндә шулай ятмаҡ кәрәк!

Мин шым ғына тороп, аяҡ остарына баҫып ҡына тышҡа сығып китергә булдым. Бүлмәлә шылт иткән тауыш та ишетелмәй, тәрбиәселәр ҙә күренмәй. Кейемдәремде һаҡ ҡына алып, ишеккә табан ыңғайланым.

– Ҡайҙа киттең? – кемдер шыбырлап ҡына миңә өндәште. Боролоп ҡараһам, Айнур икән.

– Йоҡом килмәй, – тинем уға.

– Гөлшат апай йомош менән китте, шикелле. Оҙаҡ булмайым, тине, ашнаҡсы апайға әйткәнен ишетеп торҙом, – тине ул минең нимә ҡылырға уйлағанымды һиҙгәндәй.

Инде урамға ла сыҡтым. Аяҡ аҫты кибә башлаған, ара-тирә үлән баштары күренгеләй. Көндөң йылылығы! Баҡсабыҙҙан алыҫлашҡан һайын уның хаҡында әҙерәк уйлайым. Әйҙә, йоҡлай бирһендәр, ә мин ҡайтам да Рәйләләргә барам. Пальто кеҫәһе төбөндәге өрөк тостарына ҡулымды тейҙереп-тейҙереп алам. Әхирәтем ҡапҡа төбөндә көтәлер инде. Яр аҫтында «Һыҙыҡ» уйыны уйнарға була хәҙер.

Мин күңелле итеп ашығып атлайым. Тәрбиәсебеҙ Гөлшат апайҙың шелтәле ҡарашы тураһында уйламаҫҡа тырышам. Тиҙерәк, тиҙерәк өйгә ҡайтырға! Баҡсанан беҙгә тиклем ара йыраҡ ҡына.

Ауыл уртаһындағы магазиндар, почта, аптека аша үттем. Туҡта, тураға ҡайтырға ла мөмкин бит! Был уйымдан тағы ла шатланып киттем. Тура юл йылға аша һалынған баҫма аша ине. Тыҡрыҡтан боролоп, әҙерәк атланыңмы, барып та етәһең. Йәй көнө әсәйем менән баҫма аша сығып магазинға бара торғайныҡ. Өйә йылғаһы һай ғына, дуҫтарым менән һыу инергә шунда йөрөйбөҙ. Беҙгә, йөҙә белмәгән бәләкәстәргә, ярай ул.

Бәй, Өйә йылғаһы киңәйеп, ҙурайып киткән дә баһа?! Уның аша һалынған таҡта һыу аҫтында ҡалып, саҡ ҡына күренеп ята. Мин аяҡтарымды яй ғына шылдырып, баҫма аша сыға башланым. Ана, йылғаның теге осонда бер апай кер сайҡай. Уны күреп, батырланып киттем. Шәберәк атларға керештем. Яртыһына килеп еттем тигәндә резина итегем тайып китмәһенме! Һыуға ҡолағанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.

Сатнама һыуыҡ тәнемде ҡурып алды. Тиҙ генә тороп баҫырға итәм, тик һыу­ланған пальтом ауырайып, кире аяҡтан йыҡты.

– Әсәй! – тип ҡысҡырып ебәрҙем. Теге кер сай­ҡаған апай миңә табан йүгерә башланы.

– Ай, балаҡай, нишләп яңғыҙың йөрөйһөң ул? – тине ул, һыуҙан сығарғас. – Әлдә күреп ҡалдым, – тип етәкләп алды.

Өйгә ҡайтып етергә күп ҡалмағайны инде. Әсәйем мине алырға тип баҡсаға юлланған булған икән, юлыбыҙға осраны. Үҙемде бәләнән ҡотҡарған апайға рәхмәттәр әйтә-әйтә өйгә саҡырҙы.

– Керҙәрем сайҡалып бөтмәгән, – тип апай инеп торманы.

Кейемдәремде алмаштырғас, әсәйем бал менән ҡайнар сәй эсерҙе лә юрғанға урап, карауатҡа һалды.

Тәрбиәсебеҙ Гөлшат апайҙың беҙгә килеүе, әсәйем менән ниҙер шыбырлашыуы төш аралаш ҡына ишетелде...

Кис атайым эштән ҡайт­ҡас, барыһын да һөйләп бирҙем. Ул тыңлап бөттө лә:

– Тәрбиәселәрҙе хафаға һалғанһың, һинең ҡылығың өсөн беҙ ҙә уңайһыҙландыҡ. Башҡаса улай эшләмә, йәме, – тине.

Иртәгеһен ярай әле Гөлшат апай әрләмәне. Үҙемә генә бик оят булды уның алдында.


Миңнира БИКӘНӘСОВА, уҡытыусы.
Ауырғазы районы, Талбазы башҡорт гимназияһы.

Читайте нас: