-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Ысын дуҫтар

Көн кискә ауышҡанда, ҡойма ямғыр яуып үтеүенә ҡарамаҫтан, еңел машинала елдереп кенә ауылға ҡайтып индек. Ҡапҡа янында әсәйебеҙ көтөп тора ине:

– Эй, балалар, ҡараңғы төштө бит инде, ҡурҡмайынса һуңға ҡалып йөрөй­һөгөҙ. Юлда машинағыҙ бысраҡҡа батып ултырһа. Хәҙер элекке заман түгел, һөйрәп сығарырға трактор-фәлән табып булмай тиҙ генә.

Әсәйҙең һүҙҙәре ҡыҙыҡ булып тойолдо. Оло кеше бит, тегендә-бында һирәк йөрөй, шулай булғас, уның күҙ алдында һаман да элекке батып-сумып йөрөгән бысраҡ юлдар, күрәһең. Хәҙер донъялар ҙа икенсе, һәр ауылға тиерлек күтәртелгән таш йә асфальт юлдар илтә.

Ысынлап та, беҙ бәләкәй саҡта урам аша күрше-күләнгә инеп сығыу ҙа бер һынау булды. Яҙын-көҙөн бигерәк тамаша инде. Оҙайлы ямғырҙарҙан һуң оҙон ҡуныслы итек кеймәйенсә бер ҡай­ҙа ла барам тимә. Техника йөрөп, соҡор яһап бөтөрә. Техника, тигәнем – ул да булһа ДТ-75 тракторы инде, иң шәп транспорт. Эй, этләнгән инде ауыл халҡы, хатта көтөү ҡайтҡанда, һарыҡ бәрәстәре бысраҡҡа батып, сыға алмай аҡыра ине. Беҙ аҫҡы яҡта йәшәйбеҙ – яҙғыһын һыу ташып, урамыбыҙ утрау­ҙа ҡала, йәйен-көҙөн батҡаҡ. Шуға күрә өҫкө урамдар беҙҙе «Саз-город» (Һаҙ урамы) тип ирештерә. Мәктәп алыҫ ҡына, бала-саға дәрескә һуңламаҫ өсөн төрлө урау юлдар менән унда барып етә. Әммә итегеңде йыуып таҙартмайынса иҙән йыуыусы апай ҡапҡанан да индермәй. Һыуыҡ һыуҙа ҡулды өшөтә-өшөтә аяҡ кейемдәрен таҙартып, эскә ашығабыҙ.

Икенсе синыфта уҡыған саҡ ине, буғай. Әхирәтем Илмира, бер урамда уйнаған дуҫыбыҙ Венер дәрестәрҙән һуң бергә ҡайтабыҙ. Ул икәү яңы беренсегә барған. Юл оҙон, бысраҡ, беребеҙ батһа, икенсебеҙ тартып сығара. Ике урам сатында бигерәк батҡаҡ урын бар. Мин, йәнәһе, өлкәнерәк, Илмираға ярҙам итергә булдым: «Һин бар алдан сыға тор, ә портфелеңде үҙем тотам, йә йығылып китерһең», – тим. Ә Венер беҙгә юл күрһәтә. Дуҫым еңел генә үтте, ә мин бысраҡтың ҡап уртаһында туҡтап ҡалдым. Йә артҡа, йә алға китеп булмай, итектәр ныҡ йәбешкән, ҡулда ике сумка. Исмаһам, Венер ҙа ярҙам итә алмай, урамдың теге яғына сығып еткән. Маташа торғас, әллә сайҡалып киттем, әллә ҡулдағы йөк бер яҡҡа һөйрәне, ҡырынайып, ҡолап киттем, һуҙылып уҡ яттым арҡам менән. Эй, Аллам... яңы мәктәпкә кейә торған ғына ҡыҙыл курткам, күлдәгем, колготкам батҡаҡҡа буялды. Өйҙәгеләр ни тиер инде, нисек күҙҙәренә күренергә? Шул арала баштан мең төрлө уй йүгереп үтте.

Батҡаҡтан ҡотолғас, уйға баттыҡ: «Нисек итеп өйгә ҡайтырға?» Етмәһә, портфелдәге китаптар ҙа бысранып, ҡарағыһыҙ хәлгә килгән.

Шул саҡ әхирәтем:

– Әйҙә, клуб ихатаһына инәйек, унда ҡыйыҡтан аҡҡан ямғыр һыуы йыйылһын өсөн ҙ-у-у-р мискә ҡуйғандар, һыуы ла бар. Кейемдәреңде шунда йыуып алайыҡ та кәртәгә элеп киптерәйек. Көн ҡояшлы бит, «һә» тигәнсе кибер.

Күңелгә йылы йүгерҙе. Дәртләнеп эшкә тотондоҡ: мин куртка йыуам, Илмираға күлдәгемде һалып бирҙем, Венерға колготка ҡалды. Бер таҡтаға китаптарҙы теҙеп һалдыҡ.Улар миңә кейеп торорға әйберҙәре менән бүлеште. Тирләп-бешеп эште башҡарып сыҡҡас, кейемдәремде кәртәгә элеп ҡуйҙыҡ. Ваҡытты үткәрер өсөн уйынға сумдыҡ. Дуҫтарым да хәлде аңлап, бер ҙә ҡайтырға ашыҡманы. Көндөң үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Кисләне. Артыҡ ныҡ кипмәһә лә, арыу ғына елләгән кейемдәрҙе кейҙем дә ҡайтыу яғын ҡараныҡ. Өйҙә өләсәйем генә: «Ҡайҙа йөрөйһөң ул, балам, юғалттыҡ бит. Әллә берәй хәл булдымы?» – тип һораны борсолоп. «Юҡсы, дәрестән һуң ҡалып, өйгә эшемде әҙерләнем. Һуңынан уйнап алдыҡ мәктәптә, шуға һуңлап кителде», – тигән булдым.

Әле бындай хәлдәргә көлөп кенә ҡарайбыҙ, кит булмаҫ, тип. Ауыл араһында тубыҡтан йырып йөрөрлөк батҡаҡ юҡ. Бала-саға велосипедта елдерә, хатта ямғырлы көндө лә. ДТ тракторын да күрмәҫһең, ә итекте баҡсаға сыҡҡанда ғына кейәбеҙ. Иң мөһиме: ысын дуҫтарым булған, сөнки ярҙам итеү теләге менән был хәлгә тарыным бит, улар ҙа яңғыҙымды ҡалдырып ҡайтып китмәне. Өйҙә шелтә эләгерен белһәк тә, беҙ бергә булдыҡ.
Һүрәт: Хаят Йәрмөхәмәтова
Читайте нас: