Ул ваҡытта ни менән йәшәгәнбеҙ, ниндәй утта янып-көйгәнбеҙ – барыһы-барыһы хәтергә төштө. Көндәлегемдән өҙөктәр бөгөнгө мәктәп уҡыусыларына ла ҡыҙыҡлы булыр, тигән уйҙамын, уны гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәм.
9 ғинуар, 1980 йыл. Яңы йыл байрамы бик күңелле үтте. 29 декабрҙә уҙған Шыршы байрамы башта башланғыс синыфтарҙа булды. Көндөҙгө сәғәт 3-тән 6-ға тиклем барҙы. Вожатыйҙар һәм беҙ, Асия, Гөлсинә һәм мин, байрамды ойоштороп, үткәрешергә ярҙам иттек.
10 ғинуар. Кисә «Башҡортостан пионеры» гәзитенең 1, 2-се һаны килде. Ундағы анкетаға яуап яҙып ебәрҙем. Каникул бөттө, иртәгә уҡый башлайбыҙ.
14 ғинуар. Бөгөн беҙ концерт өйрәнә башланыҡ. Тәүҙә ауылда клубта ҡуясаҡбыҙ. Унан Һартҡа, йәғни Иҫке Монасипҡа, алып барасаҡбыҙ. 30-ы мәктәптә студенттар менән осрашыу буласаҡ, унда ла сығыш яһаясаҡбыҙ.
Кисә китапхананан өс китап алып ҡайттым: Ғайса Хөсәйеновтың «Хәҙерге әҙәбиәт донъяһында», Максим Горькийҙың хикәйәләр, пьесаларын, «Әсә» романын.
17 ғинуар. Көн дә концерт өйрәнергә йөрөйбөҙ. Сөнки ошо аҙнаның шәмбеһендә клубта ҡуясаҡбыҙ.
23 ғинуар – Бөтә Союз пионер ойошмаһына Ленин исеме бирелгән көн. Шуға арнап йыйын үткәрәсәкбеҙ. Дружина советы рәйесе булғас, минең эш муйындан! Аркадий Гайдарҙың тыуған көнөнә ҡарата кисә үткәрергә кәрәк. Уға арналған альбомды ла эшләп бөтмәгәнмен.
23 ғинуар. 22 ғинуар – Аркадий Гайдарҙың тыуған көнө. Китап уҡыусылар конференцияһы булды.
Бәҙрисафа инәйгә барып ярҙам итешеп, утынын ярып, ташып, һыу килтереп тә ҡайттыҡ.
26 ғинуар. 24 ғинуарҙа пионерҙарҙың йыйыны булды. Рапорттарҙы биреп бөткәс, отряд советы рәйестәре отчёт уҡыны. Башта Асия доклад һөйләне, унан – мин. Айһылыу апай сығыш яһай башлағайны, баҫып торған ерҙән синыфташыбыҙ Рафиҡ иҙәнгә ҡоланы ла китте. Бер килке ятҡас, уҡытыусылар – Миңлеғәле һәм Тимерйән ағайҙар уны алып сығып китте. Кәйеф төштө. Беҙ әҙәби-музыкаль инсценировка ҡуйҙыҡ. Унан һуғыш ветераны Байғужа бабай Мырҙағоловты почётлы пионерға алдыҡ.
Йыйынды ябыр алдынан Асия йүгереп сығып китте. Шунда уҡ ҡыҙҙар менән Рафиҡтың хәлен белергә өйҙәренә юлландыҡ. Ул әҙерәк шәбәйгәйне. Шулай ҙа Рафиҡты ятҡырҙыҡ. Әсәһе өйҙә түгел ине, Гөлсинә уны эҙләп китте. Беҙ килгәс, Миңлеғәле менән Тимерйән ағайҙар «Тиҙ ярҙам» машинаһын саҡырҙы. Асия ла беҙҙең менән ине, ул үҙен насар тойғас, уны ла ятҡырҙыҡ. Икеһенә лә нишатыр еҫкәтеп ултырҙыҡ.
Йыйын үткән бүлмәнең мейесен техничкалар иртәрәк япҡандар ҙа уларға еҫ тейгән булған икән. Асияның әсәһен алып килеп, синыфташыбыҙҙы өйҙәренә алып барыштыҡ. Төнгә тиклем йөрөнөк. Рафиҡ шәбәйҙе, Асияның ғына хәле ауыр. «Тиҙ ярҙам» машинаһы уны дауаханаға алып китте.
31 ғинуар. Әле Асия дауахананан сыҡмаған. Беҙ 2 февралдә Иҫке Монасипҡа концерт алып барасаҡбыҙ. Синыфташыбыҙҙың урынына Иркәне ҡуйҙыҡ.
Тәүге уҡытыусыбыҙ Бикә Ғәлләм ҡыҙы хаҡында һорашып, уның тураһында «Пионер осҡоно» радиогәзитенә, «Башҡортостан пионеры»на ебәрергә, тип Иркә менән һөйләшеп алдыҡ. Унан Матросовтың Лидаһы тереме икәнен дә белешеп, яҙырбыҙ.
1 февраль. Бөгөн пионервожатый Айһылыу апай менән февралгә план төҙөнөк. 12 февралдә «Башҡортостан пионеры» гәзитенә 50 йәш тула. Ошо уңайҙан унда баҫылған «Пионер һәр саҡ алда» тигән инсценировканы ҡуймаҡсы булдыҡ.
4 февраль. Әле төнгө сәғәт 1.00. Кисә Иҫке Монасипта, халыҡ телендә Һартта, концерт ҡуйҙыҡ. Клубтары бәләкәй, элекке мәсет. Манараһы ла бар. Кешегә фатирға төштөк. Мин Шәмсинур апайҙарҙа йоҡланым, тәмле итеп ҡоймаҡ менән һыйланы. Икенсе көн автобус менән ҡайттыҡ.
5 февраль. Кисә, 4 февраль, мәктәп тамамлаусылар менән осрашыу кисәһе булды. Стәрлетамаҡ педагогия институтында уҡыған студенттар – Маргиз, Ирек, Вәхит ағайҙар, Таңһылыу, Гөлдәр апайҙар – бөтәһе лә килде. Һөйләшеүҙәрҙән һуң беҙ концерт ҡуйҙыҡ. Аҙаҡ дискотекаға ҡалдыҡ.
Бөгөн төштән һуң мәктәпкә барҙым. Айһылыу апай менән һөйләшеп, 8 февраль – Антифашистар көнөнә гәзит сығарабыҙ. Икенсе синыфҡа инеп, «Башҡортостан пионеры» гәзитенән «Шат йондоҙҙар» битен, «Герой-пионерҙар» тигән китаптан Витя Коробков хаҡында «Ҡара диңгеҙ буйында» тигән очерк-хикәйә уҡыным.
13 февраль. «Башҡортостан пионеры» гәзитенә 50 йәш тулыуға ҡарата музыкаль инсценировканы бөгөн ҡуйҙыҡ. Башта Гөлшат апай доклад һөйләне. Сарала ҡатнашырға тейеш бер нисә синыфташыбыҙ килмәгәйне, улар урынына икенселәрҙе ҡуйҙыҡ. Сығышығыҙ былай арыу килеп сыҡты, тинеләр.
18 февраль. Матросовҡа арналған стена гәзитен эшләп бөттөк. Пионервожатыйыбыҙ Айһылыу апай «Ленин һәм Башҡортостан» тигән стенд сығарған. Пионер бүлмәһен икәүләп матурлай башланыҡ.
24 февраль. Бөгөн – һайлау көнө. Кисә «Зарница» үтте. Беҙ «күктәр» булдыҡ. Мин санитар инем. Санитарҙар ярышында беҙ беренсе бөттөк. Байраҡ эҙләү буйынса «йәшелдәр» алдараҡ өлгөрҙө. Ярыштар күп төрлө булды. Кем еңеүсе икәнен әйтмәнеләр әле.
Зилә апайым туғыҙынсыла Иҫке Монасипта уҡый. Уның синыфташы, беҙгә туған Наил үлеп ҡалған. Военкоматҡа тикшереү үтергә барғанда малайҙар һуғышып киткәндәр ҙә йән еренә типкәндәр. Кешенән оялып, бер кемгә лә әйтмәй, күрһәтмәй йөрөгән. Ауырыу аҙып киткән. Күрһәткәндә инде һуң булған. Иртәгә ерләрҙәр инде...
27 февраль. Бөгөн Бәҙеръямал инәйгә тимур командаһына барҙыҡ. Мейесен аҡлап, иҙәнен йыуып, һыуға барып, утын индереп, ваҡ-төйәк эштәрен эшләп ҡайттыҡ.
Линейка булды. «Зарница»ла беренсе урын – «йәшелдәр»гә, икенсе беҙгә, «күктәр»гә, булды.
1 март. Бөгөн яҙҙың беренсе көнө! 3 мартта төштән һуң фестивалгә барасаҡбыҙ. Мин «Дуҫлыҡ» бейеүендә украинка булып бейейем, Абдулхаҡ Игебаевтың поэмаһын ятлаясаҡмын. Кисә Яңы Собханғолдан клубҡа концерт алып килделәр, беҙҙе индермәнеләр.
12 март. Фестивалгә барып ҡайттыҡ. Урын бирмәнеләр, 34 мәрәй йыйҙыҡ. Беҙҙең мәктәп һигеҙ йыллыҡ ҡына. Иҫке монасиптар урта мәктәп, һигеҙ йыллыҡ исеменән дә команда алып барғандар. Икеһе буйынса ла беренселекте алдылар! Миңә «Оран һала Ер-әсә!»не ятлаған өсөн II урын булды, бүләк бирҙеләр. Мәктәпкә призлы урын булмағас, барыбер кәйеф төштө...
Земфира АҠБУТИНА-ЯУБАҪАРОВА.