-1 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Ас булһаҡ та, күңелле йәшәнек

Беҙҙең быуын балаларына бик ауыр заманалар тура килде. 1937 йылда золом ҡурҡынысы янаһа, дүрт йыл үтеүгә Бөйөк Ватан һуғышы башланды.

Йәшебеҙ тулһа ла, уҡырға барманыҡ, сөнки кейенергә кейем, ашар­ға аҙыҡ табыуы ауыр ине. Тик һуғыш тамамланғас ҡына уҡыусы булып киттем. Ул йылдарҙа китап, яҙырға дәфтәр, ручка, ҡәләм юҡ. Ҡауырһын тап­һаҡ, шуға бик һөйөндөк. Ҡараны ла бәшмәктән, ҡоромдан эшләп яҙҙыҡ. Аяҡ­та – сабата, өҫтөбөҙҙә – киндер-күлдәк, салбар, фуфайка...

Бишенсе синыфҡа 12 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Инйәр мәктәбенә йөрөп уҡыныҡ. Иртәнсәк бик иртә китеп, кисен һуңға ғына ҡайта инек. Белем алған осорҙа төрлө эштәрҙә ҡатнашып йөрөнөк: артта ҡалыусыларға булыштыҡ, тимер-томор йыйып, иҫке ҡағыҙ йыйып тапшырҙыҡ. Оло йәштәге инәй-олатайҙарға ла ярҙамлаштыҡ, «икеле» алыусыларҙы, тәртип боҙоусыларҙы, дәрес ҡалдырыу­сыларҙы йыйылышта, пионер йыйындарында тикшерҙек.

Бәләкәй мәктәптәрҙә пионервожатый булманы. Улар урынына өлкән синыф уҡыусыларын һайлап ҡуйҙылар. Төрлө ойошмаларға, ҡасаба һәм ҡалаларға экскурсияларға йөрөнөк. Мәҫәлән, беҙ Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауатҡа барҙыҡ, музейҙар менән таныштыҡ, гәзит-журнал редакцияларында булдыҡ, башҡарған эштәре менән таныштыҡ. Һуғыш ветерандарын да онотманыҡ. Утын индереп, ҡар­ҙарын көрәп, иҙәндәрен йыуып ҡайттыҡ.

Пионерия көнөндә бәләкәй синыф уҡыусыларын пионер сафына ҡабул иттек. Көн һайын тигәндәй концерт номер­ҙары әҙерләп, байрамдарҙа сығыш яһаныҡ. Ҡоштар көнөндә оялар эшләп элдек. «Башҡортостан пионеры» гәзитен, «Пионер» журналын уҡып, үҙебеҙ ҙә хәбәрҙәр ебәреп торҙоҡ.

Беҙгә көнөнә 24 саҡрым юл үтеп, пионер эшендә лә ҡатнашып йөрөү бик ауыр булды. Шулай ҙа һәр сарала әүҙем ҡатнашырға тырыштыҡ. Белорет ҡалаһында үткән саңғы ярышында Инйәр команда­һы беренсе урынды алыуы һаман да хә­терҙә.

Ас булһаҡ та, күңелле йәшәнек. Элек бит ауылдарҙа, мәктәптәрҙә ашханалар юҡ ине. Кеҫәлә аҡса булһа, әҙерәк ҡап­ҡыланыҡ, ә булмаһа – иртән ашаған менән йөрөп ҡайттыҡ. Әммә зарланманыҡ, белем алырға, һәр эштә һынатмаҫҡа тырыштыҡ.

Нурулла МИҺРАНОВ.

Читайте нас: