-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Тоғро дуҫым

Ауылыма ҡайтҡан һайын бала саҡтан бергә үҫкән, әллә ҡай­ҙан тауышымды ишетеп өрөп, атай-әсәйгә ҡайтыуымды белдереп, яратҡан этем ҡаршы ала.

Дуҫымды күреү менән, Мәкәр, Ҡыҫтораташ, түбә­һенә менһәң, эргәләге ун ике ауыл күренгән Һәрежкүжә тауҙары, яҡын ғына урынлашҡан арҙаҡлы шәхестәр төйәге – Сыңғыҙ ауылы, Ҡуян һырты, Дунай буйҙары иҫкә төшә. Этем менән мал ҡаршылаған ерҙәр, һарыҡ, быҙау эҙләп йөрөгән туғайҙар, ваҡытында шаулап ултырған ферма күҙ алдына килә. Балалар менән гөр килеп Һаҡмар тулҡындарын тирбәтеп һыу инеп, балыҡ тотоп йөрөгән саҡтар һис оноторлоҡ түгел.

Oсөнсө синыфты тамамлап, йәйге каникулға сыҡҡан мәл. Мал ҡаршылар кис етте. Әй, шул һыйырым, көтөүҙән һуң бер ҙә тура ғына өйгә ҡайтмай, урманға ҡарай ҡаса ла китә. Уны алып ҡайтыуы үҙе бер ыҙа. Ярай әле быҙауы аҡыллы. Баш­ҡаларға эйәреп, тыңлаулы ғына ҡайтып инә. Ә һарыҡ бәрәсе! Ҡустым уны һөҙөшөргә өйрәткән дә, юлында нимә осрай, шуны төкөп китә. Туғайҙан алып ҡайтҡансы хәлең ҡалмай. Һөҙөлмәйем тиһәң, һарыҡтар артынан ҡыуып түгел, алдан йүгерергә тура килә. Ошо бәрәскә эйәреп ҡалған һарыҡтар ҙа ҡайта. Шулай итеп, малды теүәлләйһең инде. Был эштәр ялҡытмай, киреһенсә, яңы мажаралар көтәһең.

Бөтә йәйге кистәр шулайыраҡ тамамлана ине. Ләкин быныһы онотолмаҫ булып иҫтә ҡалды. Атайым Зәки олатайым менән эштән ҡайтты. Буш ҡул менән түгел, ә көсөк тотоп! Һаман да уның мотоцикл арбаһынан нисек килеп сығыуы күҙ алдымда. Бәләкәй генә, йомшаҡ ҡына үҙе.

Атайым уны бер урыҫ инәйенән алған икән. Шуға ла исеме – Зулька. Икенсе­ләй өндәшһәң, аңламай. «Зулька», – тиһәң, йүгереп килә. Шуға үҙенең исемен ҡалдырҙыҡ.

Ошо көндән башлап беҙҙең мажаралар башланды ла инде. Ауылда бер­ҙән-бер ят эт булғанғамы икән, уны күҙ ҡараһылай һаҡланыҡ. һыйыр эҙләргә барһаҡ, күтәреп кенә йөрөттөк. Кеше урлап ҡуймаһын, тип кәртәлә бикләп тоттоҡ. Урамға беҙҙең менән генә сыға ине. Башына таҫмалар тағып, ҡышын кейем тегеп кейҙереп кенә йөрөтәм үҙен.

Бер нисә ай эсендә Зулька беҙгә ныҡ өйрәнде. Уны хатта мотоциклға, машинаға, велосипедҡа, аттың арбаһына ултыртып, үҙебеҙ ҡайҙа барһаҡ, шунда йөрөтәбеҙ.

Этем башҡа эттәргә оҡшамаған. Тыш­ҡы ҡиәфәте, холҡо менән дә. Саҡырһаң, йүгереп килә, юҡ-барға өрмәй. Өйөбөҙҙө ныҡ һаҡлай. Ҡарап тороуға уҫал һымаҡ түгел, сит кеше килһә, унан да яманы юҡ.

Бесәнгә лә бергә йөрөнө. Әгәр өйҙә ҡалһа, минән дә бәхетлеһе юҡ. Яңғыҙ кешегә эт тә, бесәй ҙә иптәш бит инде.

Зульканың иң ҡурҡҡаны – йәшен һәм укол. Күк күкрәгәндә башын ҡайҙа ҡуйырға белмәй. Укол һалдырғанда, сабый кеүек илай.

Бер көндө атайым менән әсәйем күрше ауылға ҡунаҡҡа китте. Зулька ла уларға эйәреп сыҡҡан булған. Юлдың яртыһында олатай осрап, уларҙы машинаһына ултыртып ала. Ә эт тороп ҡалған. Кисен атайымдар ҡайтты. Ә Зулька юҡ. Төнгө сәғәт ун ике. «Атай, әйҙә эҙләйек», – тип илайым. Тышта ҡараңғы, етмәһә, буран. Урамға сығырлыҡ әмәл юҡ. Бөтәһен дә яҡшыға юрап, йоҡларға ятыуҙан башҡа сара ҡалманы. Иртән дәрескә киттем, уҡығы ла килмәй. Зульканы уйлайым.

Бер аҙна ваҡыт үтте. Зулькам ҡайтманы. Бер мәл кисен өйҙә үҙ эштәрем менән булышып йөрөһәм, эт өргән тауыш ишетелде. Йөрәгем жыу итеп ҡалды. Ҡустым менән йүгереп сыҡһаҡ, Зулька ҡайтҡан! Беҙҙән дә бәхетле кеше юҡ ине был ваҡытта! Бахырҡай ябыҡҡан, ҡабарып торған йөндәре еүешләнеп бөткән. Йыл­ыға индереп, йәһәтләп тамағын туйҙырҙыҡ.

Был хәлдән һуң да уның мажаралары дауам итте әле. Әхирәтемә килеп, аяҡ кейемемде һалғас, ни өсөндөр Зулька уларҙы еҫкәп ҡуйҙы. Был ҡылығына бик аптыраным. Кире сыҡҡанда туфлиҙарым урынында юҡ ине. Берәүһен, эҙләй торғас, таптыҡ, икенсеһе юҡ инде. Һыңар аяҡта һикерә-һикерә саҡ ҡайттым. Ишек алдына килеп еткәс, туфлийымды күреп, аптыраным. Был эште кем ҡылғаны билдәле инде. Ҡапҡа бикле булғанға, этем уны эскә индерә алмаған, урам тышында ҡалдырған. Эй көлдөм инде.

Көҙөн шулай әсәйем менән баҡсала помидор йыябыҙ. Тышта һыуыҡ. Өлгөрөп етмәгәндәре байтаҡ. Араһында бер ҡыҙылы ла бар ине. Артыма әйләнгәнсе юҡ булды ла ҡуйҙы. Ипләберәк ҡараһам, Зулька алып ҡасып бара. Хайран ҡалдыҡ.

Хәҙер баш ҡалала уҡып йөрөйөм. Ял һәм байрам көндәрендә генә тыуған ауылыма ҡайтам. Әлбиттә, һағындыра. Бала саҡты иҫләп ҡыҙҙар менән илап та, ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы хәтергә төшөрөп, эсебеҙ ҡат­ҡансы көлөп тә алабыҙ. Дуҫтарым этем тураһында һорашһа, рәхәтләнеп, иҫем китеп һөйләйем.

Тыуған ауылынан айырылған һәр кеше үҫкән йортона ҡайтып көс, дәрт ала. Минең өсөн дә өйөм, этем, бесәйем, бар урам – бала саҡ хәтирәләрен һаҡлаған хазиналарым.

Гөлдәниә ҺАҒЫНБАЕВА.

Читайте нас: