-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Һинд киноһы

Улым мәктәптән күҙҙәре осҡонланып ҡайтып инде лә:– Әсәй, мин ашап, әйберҙәремде йыйыштырып ҡуям да компьютерҙа берәй сәғәт ултырып алайым әле, – тине.

– Малайҙар «World of Тanks» уйынының яңы версияһын яҙҙырып бирҙе. Вәт шәп, әсә-ә-әй, унда команда менән дә уйнарға була. Һинең танкыны шартлатһалар, дуҫтарың ярҙамға килә ала. Дәрестән һуң бергәләп уйнарға һөйләшкәйнек.
– Ярай, улайһа, – тип ризалыҡ бирҙем. – Тик оҙаҡ түгел, дәрестәреңде эшләр алдынан урамда ла уйнап ин, көн матур, ҡояшлы. Шул экранға текәлеп ултырып, сәләмәт күҙегеҙҙе, арҡа һөйәгегеҙҙе боҙа­һығыҙ ғына. Етмәһә, баштың эшмәкәрлеге лә һүлпәнәйә, сөнки бөтә нәмә лә әҙер бит унда. Уйыны ла, кәрәк икән башватҡысы ла, кроссворды ла, хатта өйгә эштәрҙе лә күсереп алырға күпһенмәй ҡайһы берәүҙәр. Шулай булғас, баш мейеһе ни эшләп уйлаһын инде, сәйнәп биргәнде йотоп ебәрәһе генә ҡала.
– Кит инде, әсәй, бигерәк арттырып ебәрәһең, шул тиклем бөтөрөп ташлама беҙҙе. Йәй буйы ял иттем бит, ауылда булғас, хатта телевизор ҙа йүнләп ҡараманыҡ, көнө-төнө тиерлек велосипедта елдерҙем. Баҡса эштәре беҙҙең өҫтә булды.
– Уныһы шулай ҙа, улым. Тик һәр нәмәне үҙ ваҡытында эшләргә кәрәк. Артып китһә, насар булыуы мөмкин. Һеҙҙең уйындарығыҙ бер төрлөрәк күренә миңә. Футбол, велосипедта, роликта йөрөү һымаҡтарҙан ары китмәй. Бер ниндәй ҙә фантазияғыҙ юҡ, тип әйтерлек. Уйындарҙы үҙебеҙ уйлап сығара торғайныҡ беҙ бала саҡта, көн дә яңыһын, ҡыҙығырағын. Сөнки телевизор күп ваҡытта ял итә, компьютер тигәндең нәмә икәнен дә белмәнек. Ә шулай ҙа күңелле ине.
– Нисек инде уйлап сығара инегеҙ, шулай мәҙәк буламы?
– Ҡыҙыҡ ҡына тиһең, мауығып китеп уйындың «эсендә» йөрөнөк. – Азат, иҫе китеп, ауыҙын асыбыраҡ ебәрҙе, ул минән ниндәйҙер яңылыҡ көтә ине, буғай. – Бер тарих һөйләйемме?
– Әйҙә һуң.
– Шуҡ була торғайным. Ҡыҙҙарға уйын күп бит ул: һатыусымы, уҡытыусымы... Ә бына малайҙар өсөн әҙ кеүек күренә ине беҙгә. Улар менән дә уйнағы килә, ә тегеләр беҙгә бик ҡушылып бармай, йәнәһе, ҡыҙҙар менән күңелһеҙ. Кино ҡуйырға булып киттек бер мәл – һинд киноһы. Ауылда клубта ғына күрһәтәләр ине ундай фильмды, бөтә халыҡ йөрөй торғайны. Киноһын ҡарағас, бер-ике аҙна геройҙарын иҫләп, йырҙарын көйләп йөрөйбөҙ.
Һәр кем үҙенә оҡшаған артистың исемен һайлап алды. Репетиция башланыҡ, сюжетын «эш барышында» уйлайбыҙ, Иҙиәт ағайҙың әллә нисә йыл элек бурап ҡуйған бураһын «клуб» итеп ебәрҙек. Кемдең өйөндә ниндәй ҡыҙыҡ әйбер бар, бөтәһен дә шунда ташыныҡ. Иң мөһиме: һинд киноһында ҡатын-ҡыҙҙарҙың сариһы. Был эште үҙ өҫтөмә алдым. Әсәйемдең сумаҙанында күлдәк тектерергә, бүләккә тип алынған матур-матур тауарҙарын күргәнем бар: cәскәлеһе лә, шаҡмаҡлыһы ла. Уларға күптән күҙем ҡыҙып йөрөй ине.
Бер нисә көн эсендә «кино» әҙер булды. Үҙебеҙҙең урам осона иғлан да яҙып элдек. Сәғәтен, фильмдың исемен, ҡайһы ерҙә буласағын күр­һәттек. Йәнәһе, малай-шалайҙы «премьера»ға саҡырабыҙ. Матур итеп биҙәнеп, алҡа-беләҙектәр, шалтырмаҡтар тағып алдыҡ. Үҙебеҙсә килештерҙек инде, әсәйемдең сумаҙанынан сәлдергән туҡымаларҙы уранып алғас, бөтөнләй һинд ҡыҙҙарына оҡшап киттек.
Күп тә тормай, баҡса артындағы бура эсендә «тамашасылар» ҙа үҙ урынын алды. Килгәндәр бит әле! Кино ҡарар өсөн түгел, аҙаҡ беҙҙән көлөп, шаяртып йөрөр өсөн йыйыл­ғандар, һуңынан белдек. Ә ваҡытында уны уйлау юҡ, хыялды тормошҡа ашырғы килә. Ярты сәғәтләп уйнаныҡ: бейенек, уйлап сығарып йырланыҡ. Ҡыҫҡаһы, шәп «фильм» булды! Малайҙар башта бик ҡыҙыҡһынып ҡарап ултырҙы, ә һуңынан мәрәкәләп, һыҙғырышып: «Браво!» – тип ҡысҡырыша башланы. Күп итеп дегәнәк тултырып алып килгәндәр. Эй, шулар, тәртипһеҙҙәр инде, ҡул сабып ултырыр урынға, беҙҙе сүп-сарға батырып сығып тай­ҙылар. Шулай ҙа күңел төшмәне, тағы ла икенсе ил киноһын әҙерләргә һөйләшеп, таралыштыҡ.
– Вәт, ҡыҙыҡ булғанһығыҙ икән һеҙ, әсәй! Өләсәйемдең тауарын алғанһың бит әле, ә беҙҙе гелән: «Кеше әйберенә һорамайынса теймәгеҙ!» – тип өйрәтәһең. Һиҙеп ҡалып, асыуланманымы ни?
– Күпмелер ваҡыт үткәс, әсәй байрамға күлдәк тектерергә уйлап, теге туҡымаларҙы барларға булды. Ҡараны ла, аптырап: «Ни эшләп былар дегәнәккә батып бөткән ул?» – тип ҡысҡырып ебәрҙе, миңә боролоп. Эйе шул, теге көндө, күреп ҡал­маһындар тип, дегәнәге-ние менән ҡайтарып һалғайным, әйтерһең, бер кем, бер ҡасан уларҙы асып ҡарамаясаҡ. Иң мөһиме: ваҡытында тотолмау, йә булмаһа, тағы ла кәрәге сығыр, тип уйлағанмындыр, күрәһең. Әсәйем – йомшаҡ күңелле кеше, барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләп биргәс, әллә ни әрләмәне. Тик көнө буйы туҡыманы ваҡ ҡына дегәнәктән таҙартып ултырырға тура килде. Әсәйҙе яңы күлдәкһеҙ ҡалдырып булмай бит инде.
Бына шулай, улым, «World of Тanks» та булдымы уйын. Фантазия кәрәк, фантазия…
... Икенсе көндө улым компьютер­ға бөтөнләй яҡын килмәне. Мәктәптән ҡайтҡас та иптәштәре менән тышта уйнарға сығып китте.

Читайте нас: