Балалар дәрес әҙерләргә ултырған. Кәрәк саҡта мине лә ярҙамға саҡыралар. Радионан матур концерт тапшырҙылар ҙа диктор «Ғәйепһеҙгә ғәйепле» тигән әҫәр уҡыясағы тураһында белдерҙе. Ҡыҙыҡһынып тыңланыҡ. Тормоштан алынған хәлде бәйән иткән яҙыусы. Балалар ҙа уйға батты, ысынлап та, берәй яңылышлыҡ эшләһәң, шул гел артыңдан һағалап йөрөй кеүек. Һинән генә ғәйепте эҙләйҙәр. Миҫал итеп мәктәп йылдарында үҙем менән булған бер ваҡиғаны һөйләргә булдым.
Беҙ уҡығанда «мәктәп», «уҡытыусы» тигән төшөнсәләр ҙур мәғәнәгә эйә булды. Ата-әсә тәрбиәһенә ҡарағанда белем усағының йоғонтоһо көслөрәк ине. Бәләкәйҙән октябрят сафына алалар, һуңынан, ант итеп, пионер ойошмаһына баҫаһың. Ә өлкән синыфта комсомол тигән исемгә тап төшөрмәҫ булһаң ғына үҙҙәренең сафына ҡабул итәләр. Хатта өйҙә тыңлашмайыраҡ китһәң: «Ҡара уны, уҡытыусыңа әйтәм!» – тип янайҙар. Пионер ойошмаһының дружина советы ултырышы ғына ни тора. Берәй кәрәкмәгән эш ҡылдыңмы, дәрескә һуңланыңмы, әҙерләнмәнеңме – шунда уҡ белеп ҡалып, барыһын да иләк аша үткәрәләр. Тағы ла шуныһы: аҙна һайын бер синыф мәктәптең тәртип һағында тора. Бөтә күргән-белгәндәрен дәфтәргә теркәп, икенсе аҙнаның дүшәмбеһендә линейкала «ҡыҙыу таба»ға баҫтыралар. Етмәһә, «Кактус» тип аталған стена гәзитенә лә эләгеүең бар. Бар мәктәп алдында үҙеңдең фамилияңды күрһәң, ояты ни тора!
Алтынсыла ғына уҡый инем, буйға ла бәләкәймен, етмәһә, ҡыйыуһыҙмын да. Дружина советы рәйесе итеп һайланылар. Мәктәптәге тәртип, төрлө пионер йыйындары үткәреү өсөн мин яуаплы. Тәүҙә ҡыйыныраҡ булды, ҙур малайҙарға күтәрелеп ҡарарға ла оялдым, ҡайҙа ул шелтә яһау. Ҡыҙҙар ҙа, ирештереп, «бәләкәс председатель» тип төрлөсә мәрәкәләп йөрөнө. Бер синыфҡа түбән уҡыған Рита бигерәк әсе телле булды. Урамда осраған сағымда ла мыҫҡыллап, телен күрһәтеп китә. Эй, асыуым килә ине, тик нисек яуап ҡайтарырға? Шулай ҙа бер мәл яйы сыҡты.
Дәрес ваҡытында таҡтаға яҙырға аҡбур бөткәнлектән, уҡытыусы миңә алып килергә ҡушты. Коридор оҙон, мәктәпкә инә торған ишек янынан үтеп барғанда, әллә күпме теҙелеп торған аяҡ кейемдәре араһынан ҡып-ҡыҙыл эрзинкә итектәр күҙгә салынды. Таныш итектәр, кемдеңдер аяғында күргәнем бар. Иҫемә төштө – теге Ританыҡы. «Эй, хәстрүш, үҙе әсе телле булһа ла, итектәре матур бит әле, ҡуныстары ҡыйғаслап эшләнгән». Урамда ҡойоп көҙгө ямғыр яуа, һыуыҡ. Бесәй йылғырлығы менән быларҙы эләктерҙем дә, дежурныйҙар күреп ҡалмаҫ элек, мәктәп алдында йыйылып ятҡан күләүеккә атып бәрҙем. Икеһе ике яҡҡа осто хатта. Һуңынан йүгереп барып аҡбур алдым да, бер ни булмағандай, дәрескә инеп киттем.
Оҙаҡламай, ҡайтыр ваҡытты белдереп, ҡыңғырау шылтыраны. Барыһы ла ишеккә ашыға. Шул саҡ кемдеңдер ҡысҡырып илағаны, уҡытыусы апайҙың ҡоро тауышы ҡолаҡҡа ишетелде. Күрәһең, Рита аяҡ кейемен эҙләй. Уларға яҡыныраҡ килдем, ҡыҙыҡайҙың ойоҡтары лыс һыу, итектәр ҙә урынында, кемдер индереп ҡуйған. Иҙән йыуыусы апай менән уҡытыусы Ританы нисектер өйгә ҡайтарыу яғын хәстәрләп йөрөй. Һыуыҡ ямғырҙа итекһеҙ аяҡ өшөй бит. Йәл дә булып китте үҙе. Шулай ҙа янынан эре генә үтеп, ҡайтып киттем.
Дүшәмбе көн сираттағы линейкаға теҙелдек. «Кактус»ты ла элеп ҡуйғандар. Дежур синыф яңылыҡтарҙы барлай, ә директор һәр береһенә туҡталып, йә маҡтай, йә шелтәләй. Бына бер мәл: «Мәктәптә «билдәһеҙ енәйәтсе» барлыҡҡа килде, төп эше – аяҡ кейемдәрен «ҡыйырһытыу». «Иғтибар, эҙләйбеҙ», – тип мәрәкәләп мәғлүмәттәрен теүәлләп ҡуйҙылар. Йөрәк «жыу» итеп китте, барыһы ла миңә текләп күрһәткән кеүек. Башым әйләнеп, күҙ алдарым ҡараңғыланды. Тик етәксе шуҡ малайҙарҙың исем-шәрифтәрен атап, бер аҙым алға сығарҙы ла: «Йә, кемегеҙҙең эше, тағы ла ниндәй зыян уйлап табырһығыҙ икән?» – тип әрләне. Тегеләр баштарын аҫҡа эйеп тороуҙан башҡа ни эшләһен инде. «Был мин!» – тип әйтерҙәр ине, береһенең дә унда ҡыҫылышы юҡ. Ныҡ уңайһыҙ булып китте. Тәккә генә малайҙарҙы «язалатам» бит. Кемдеңдер берәй насар даны сыҡһа, гел уға төртөп күрһәтәләр. Ә дружина советы рәйесенең, тәртип өсөн яуап биреүсе ҡыҙҙың, ошондай аҙымға барыуы бер кемдең дә башына инеп сыҡмағандыр.
...Хәҙер инде Рита апайығыҙ – дүрт бала әсәһе, бәлки, теге ваҡиғаны күптән онотҡандыр. Ә мин иҫләйем. Сөнки минең арҡала бүтән кешеләрҙе бөтә мәктәп алдында йөҙҙәрен ҡыҙартып, ғәйепһеҙгә ғәйепләнеләр бит.
Унан һуң үс алыу йәһәтенән эшләнгән насарлыҡ гел намыҫты өйкәп, онотолмай хәтерҙә һаҡлана икән. Был үҙенә күрә бер яза ул. Намыҫ ғазабы.