-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Хаттар яҙҙым, үҙем уҡыным...

Булмаған хәлде булған кеүек итеп, кешеләрҙе ышандырып һөйләгән ҡарттар, ағайҙар бар ине беҙҙең ауылда.

Күптәр алдаҡсы тип йөрөтһәләр ҙә, улар бер кемгә лә зыян килтермәне. Бары тик баштарында тыуған фантазияларын билдәле тәртипкә теҙеп, ваҡиғаларҙы ҡуйыртып, мауыҡтырғыс итеп һөйләй белеү һәләтенә эйә инеләр. Уларҙың һөйләгәндәре балаларға бик оҡшаны. Шуға мин дә әлеге оҫталарҙан күп нәмәгә өйрәнеп алдым.

Олатайым да, өләсәйем дә, күрше тирәләге башҡа ҡарттар ҙа уҡый-яҙа белмәне. Әрмелә хеҙмәт иткән улдарынан килгән хатты гел минән уҡыттылар, яуап та яҙҙырҙылар. Ул саҡта өсөнсө синыфта инем.

Һалдаттар хатында ҡыҙыҡһынып тыңларлыҡ әллә ни хәл-әхүәл булмай. Бары тик «ашаталар, йоҡлаталар, имен-һаумын» тигән һүҙҙәр генә яҙыла. Ҡарттар күберәк хәбәр көтә лә бит, хат бөтә лә ҡуя. Шуға үҙ фантазиямды ҡушып уҡый башланым уларҙы.

«Һаумы, әсәй, атай! Мин бик яҡшы ғына хеҙмәт итеп йөрөйөм. Туйғансы йоҡлаталар. Өсәр-дүртәр тәрилкә бутҡа, туғыҙ телем икмәк ашайым. Миңә – ҙур танк, ауылдашым Хәмиткә самолёт тапшырҙылар. Армиянан ҡайтҡанда уны үҙебеҙгә бөтөнләйгә бирәләр. Миңә генерал ҡыҙы ғашиҡ булды. Уны киленегеҙ итеп алып ҡайтам. Бик уңған, иртәнге биштә тора ла көнө буйы эшләп, төнгө берҙә генә йоҡларға ята. Ул һеҙҙе урыҫсаға ла өйрәтер әле. Күрше ауылдан Рәмил дә беҙҙең менән хеҙмәт итә. Ул ҡайтҡас, һунарға йөрөргә пушка һатып алды. Был ҡорал бер атҡанда ун биш ҡуянды тәгәрәтә лә ҡуя.

Ауыл өҫтөнән осҡан самолётты йыш күрәһегеҙ. Унда лётчик Хәмит оса. Ул һеҙгә ҡул болғап сәләм бирә. Тик үҙегеҙ генә уға иғтибар итмәйһегеҙ...» – тип ҡарттарға хат уҡыйым. Шунда уҡ улар, үҙҙәре әйтеп, яуап хаты яҙҙыра. Мин тағы тегеләрсә түгел, үҙемсә һүҙҙәр теҙәм. Ә хатты уҡып ишеттергәндә ни яҙғанмын, шуны уҡыйым. Ләкин үҙемдекен конвертҡа һалмайым, ә күсереп яҙған кеше булып, улар әйткәнде ебәрәм.

«Һау ғынамы, улым? Беҙ имен-һау йәшәп ятабыҙ. Белемһеҙ йәшәүе бик ауыр. Атайың менән хәҙер мәктәпкә уҡырға йөрөйбөҙ. Хәреф танып алһаҡ, хатты ла үҙебеҙ яҙырбыҙ. Килендең бик уңғанын һайлағанһың. Маладис. Һыйыр һауырға ла өйрәнеп алһа, бигерәк шәп булыр. Ауылда һатыусы урыны бушап тора, шунда эшләр. Магазинға килгән яҡшы тауарҙар иң беренсе үҙебеҙгә эләгер. Танк алыуың да бик яҡшы. Ул – көслө техника. Бөтә ерҙе тиҙ генә һөрөп, игенде ваҡытында сәсербеҙ. Әле ауыл магазинына ниңәлер тоҙ килтермәйҙәр. Хәмиткә әйт, ауыл өҫтөнән осҡанда бер-ике тоҡ тоҙ ырғытып китһен. Тағы энә, төймәләр юҡ, посылка менән шуларҙы беҙгә һалып ебәр. Улым, һине армияға оҙатып ҡалған Фәниә өмөтләнеп көтә үҙеңде. Һин генерал ҡыҙы алып ҡайтһаң, уның йөрәге нисек түҙер һуң? Шул хаҡта ла уйла. Ярай, хуш! Хат көтөп, атайың, әсәйең».

Ағайымдан килгән икенсе хатта: «Атай, әсәй, генерал ҡыҙын бер йәш лейтенант минән тартып алып, үҙенә ҡаратты. Ҡайт­ҡас та Фәниәгә өйләнәм...» – тип уҡыным.

...Шаяртып яҙған, уҡыған хаттар яҡшы һөҙөмтәләр бирҙе. Бар туғандар Фәниә апай менән ағайымдың туйына әҙерләнде. Мал-тыуарҙы күберәк аҫрап, уларҙы һатып, яңы йорт төҙөргә ағас, таҡта хәстәрләне. Буласаҡ еңгәмә лә генерал ҡыҙы хаҡындағы хәбәр барып еткән. Ул тырышып-тырышып ҡулъяулыҡтар сигеп, матур биҙәктәр яһап ағайыма ебәрҙе, ә уныһы Фәниә апайға хушбуйҙар, ирен буяғыстар, пудралар һалды. Шулай итеп, мөхәббәттәре нығынғандан-нығынды. Әрменән ҡайтҡас, туй яһап, өйләнештеләр.

...Ҡырҡ йыл уҙғас, юбилейҙарын уҙғар­ҙыҡ. Шул саҡта ағайым еңгәм бүләк иткән ҡулъяулыҡтарын күрһәтте.

Бына шулай ул белемле булып, фантазиялы хаттар яҙыуҙың һөҙөмтәһе...

Юнир САЛАУАТОВ.
Читайте нас: