Халыҡта кәкүк ҡысҡырғанын һанап, алда тағы нисә йыл ғүмере барлығын юрау ғәҙәте бар. Яҙ етеп, көндәр йылынғас, хәле булған өләсәйҙәр Ҡырыуҙы тауында «Кәкүк сәйе»нә сығып, йәшлектәрен, һуғышта һәләк булған ирҙәрен, улдарын хәтерләй ине. Унда беҙҙең кеүек балаларҙы ла эйәртәләр. Кәкүк ҡысҡыра башлаһа, инәйҙәр һанай башлай. Улары ололарҙың өмөтләнеп, ышанып ултырыуын ҡайҙан белһен. Әҙ генә ҡысҡыра ла туҡтай. Шул саҡта миңә инәйҙәр бик йәл була. Әмәлен таптым: ситкәрәк китеп, кәкүк булып ҡысҡырам.
– Егерме... ҡырҡ... О-о-о, йәшәйбеҙ икән әле, – тип шатлана өләсәйҙәр.
Шаяртыуҙарым әллә дөрөҫкә килде. Олоғайғас, яҙ етеп, кәкүк тауыштарын ишеткәс, әлеге өләсәйҙәрҙе хәтерләнем. Уларҙың барыһы ла туҡһанды уҙып, хатта бер-икәүһе йөҙ йәшкә етеп ҡуйған.
Бына шунан һуң юрауҙарға ышанмай ҡара. Кешегә өмөт тигән осҡон һалып, ғүмерҙәрен оҙайтыуыма ҡыуанам...
Юнир САЛАУАТОВ.