-12 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Бала саҡ хәтирәләре
25 Сентябрь 2021, 10:45

Еңеү килтергән фуражка

Ағайым армияға бар­ғас, ауылдан кейеп киткән кейемдәрен посылка менән кире ебәрҙе.

Еңеү килтергән фуражка
Еңеү килтергән фуражка

Салбар, бишмәтен – оло ағайыма, фуражкаһын миңә бирҙеләр. Ул замандағы юҡлыҡ осоронда һәр кейем ҡәҙерле ине. Ҡайҙалыр онотоп ҡалдырмайым йә урлап ҡуймаһындар, тип башымдан да сисмәй кейеп йөрөнөм фуражканы. Ул мине малайлыҡтан сыҡҡан егет кешегә оҡшатып, үҫтереп ебәрҙе. Шулай ҙа ҙур ине. Саҡ ҡына шәберәк атлаһам йә йүгер­һәм, башымдан шыуып, күҙгә төшә лә ҡуя.
...Бына түҙемһеҙләнеп көткән һабантуй килеп етте. Байрамды балалар ярышынан башлап ебәреү ғәҙәте күптән матур йолаға ингән беҙҙә. Шулай итеп, йүгерергә унлап малай стартҡа баҫтыҡ.
– Бер, ике, өс, марш! – тип команда бирҙе судья. Бар көсөбөҙ менән алға ынтылдыҡ. Арт­ҡа ҡараһам, мин алдан барам икән. Дәртләнеп киттем. Аяҡтар үҙҙәре йүгерә. Тик фуражка ғына маңлайға төшөп, күҙҙе ҡаплай ҙа ҡуя. Күтәреп ҡуйһам, тағы төшә. Абынып йығылмаҫ өсөн аяҡ аҫтындағы юлға ғына ҡарап йүгерәм, алдағыһын бер нисек тә күрмәйем. Фуражканың маңлайға төшөүенә иғтибар итмәй, йүгерҙем дә йүгерҙем...
Бер саҡ:
– Юнир, туҡта! – тип ҡысҡырҙылар. Туҡтаным. Тегеләр көлә. Баҡһаң, ҡапланған күҙ менән күрмәйенсә, һабантуй яланын ике тап­ҡыр урап сыҡҡанмын икән.
Беренселекте алған өсөн дә, тырышып йүгергәнгә лә бер юлы ике бүләк бирҙеләр.
– Фуражкаңды ҡулыңа тотоп йүгерһәң ни була, – тине синыфташым Рауил. Дөрөҫ әйтә. Тик ми­ңә бөтә кеше алдында үҙемде фуражкалы итеп күрһәтеү мөһим ине. Еңеү килтергән кейем артабан да дәрәжәмде күтәреп оҙаҡ йылдар башымды биҙәне.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: