-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Бала саҡ хәтирәләре
5 Ноябрь 2021, 10:00

Һабантуйҙы көтөп алам

Йәй булдымы, атайым мине ауылға олатайым, өләсәйем янына алып ҡайта.

Һабантуйҙы көтөп алам
Һабантуйҙы көтөп алам

«Ейәнебеҙ килгән!» – тип улар мине шатлыҡлы йөҙ менән ҡаршылап, шунда уҡ ҡаймаҡ, һөт, айран, ҡымыҙ менән һыйлай. Ауылда миңә бик оҡшай. Күлдә ҡармаҡлап балыҡ тотам. Тик уларҙы табаға һалып бешерергә йәлләйем. Кире ебәрәм. Әйҙә, йәшәһендәр. Беҙҙеке кеүек уларҙың да йәне бар бит.
Көтөү ҡайта. Мин кәзә-һарыҡ, һыйыр ҡаршылайым. Ҡулымдан икмәк ашарға өйрәтәм. Йортобоҙ янына еткәс тә мал­ҡайҙар күреп яныма килә. Ҡапҡаны асыуым була, шунда уҡ йүгерешеп инәләр. Өләсәйем һыйыр һауырға өйрәткәйне, күнәк тултырып һауып алам.
– Афарин, улым, эшкә өйрәнәһең, – тип олатайым арҡамдан һөйә, башымдан һыйпай.
Йорт-ҡура тирәһенә эйәләшеп оя ҡорған сыпсыҡтар ҙа минән ҡурҡмай. Яныма яҡын уҡ килеп ем ашайҙар. Һыу эсәләр.
Бигерәк тә һабантуйҙы көтөп алам. Мин генә түгел, олатайым менән өләсәйем дә. Был көндө алып­һатарҙар килә бит. Алһалар-алмаһалар ҙа, кешеләр уларҙың әйберҙәрен ҡапшап ҡарай, ҡулдарын кеҫәләренә тығып, аҡса эҙләгән була­лар. Бер аҙ торғас, йәнә икенсе һатыусы янына ашығалар.
Тик бына аттар сабышын ғына аңламайым. Ни­ңә уларҙы ыҙалатып, ҡамсылап-ҡамсылап ярыштыралар икән? Ауылда һыйырҙар күп, ә ниңә улар араһында бәйге ойошторолмай? Телетапшырыу­ҙарҙа күргәнем бар: вьетнамдар үҙҙәренең байрамдарында һыйыр сабыштыра. Бер ҙә оят түгел, бигерәк күңелле килеп сыға.
Һыулы биҙрәләрҙе көйәнтәләп тә йүгерәләр. Йәш кенә апайҙар, еңгәй­ҙәр менән ярышып, бик ҡартайған булһа ла, өләсәйем гел беренселекте ала. Сөнки йәш сағында бер саҡрымдағы шишмәнән һәр саҡ көйәнтәләп һыу ташып сыныҡҡан, көслөләнгән. Өләсәйемә ҙур үлсәмле быйма галошы бүләк иттеләр.
– Яҙлы-көҙлө урамыбыҙҙа күл барлыҡҡа килә. Хәҙер мин урамдың теге яғына ошо галошҡа ултырып йөҙөп сығасаҡмын,– тип шатланды ул.
– Кем дә кем бейек ба­ғана башына менеп, «Пенсияны арттырабыҙ, ауылығыҙҙағы мәктәпте япмайбыҙ» тигән яҙыуҙы алып төшә, шул вәғәҙәне үтәйбеҙ, – тип иғлан иттеләр.
Бағана төбөнә бик күп халыҡ йыйылды. Иртәнән алып ҡара кискә тиклем тырыштылар. Тик бер кем дә бағана башына менеп етә алманы. Хатта бесәй­ҙәр ҙә. Сөнки бағанаға һабын һылап ҡуйғандар икән.
– Беҙҙең тормоштоң ҡытыршы, һабын кеүек шыма яҡтары ла бик күп, – тип аңлатты күпте күргән өләсәйем.
Бик бәләкәй сағымда олатайым бар һабантуй яланы буйлап мине елкәһенә ултыртып йөрөтә ине. Был юлы ла уның шулай итеүен теләгәйнем.
– Хәҙер юҡ. Бик ҡартай­ҙым инде, һиңә көсөм етмәй, – тине. Шулай булыуына ышанам. Сөнки уға әле йөҙ йәш. Уның улы, йәғни минең атайыма – һикһән, ә миңә – алтмыш… Алтмыш йәшлек ейәнен нисек елкәһенә ултыртып йөрөтһөн инде...

Юнир САЛАУАТОВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: